Богуславец Анна Ульяновна

Украина Сумы өлкәһе Роменский районының «Маяк» колхозы звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Богуславец Анна Ульяновна (6 ғинуар 1919 йыл — 1 август 1993 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Украина ССР-ы Сумы өлкәһе Сумы өлкәһе Роменский районының "Маяк"колхозы звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).

Богуславец Анна Ульяновна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 6 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Украина, Роменский район[d], Николаевка[d]
Вафат булған көнө 1 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Украина, Сумы өлкәһе, Ромны[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Анна Ульяновна Богуславец 1919 йылдың 6 ғинуарында Сумы өлкәһе Роменский районы Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин ҡыҙы. 1930 йылда урта мәктәпте тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Роменский районы «Маяк» колхозында башлай, 1936 йылда — махорка, күк һағыҙ, тут ебәк күбәләгенең ҡурсаҡ көбөн үҫтереү буйынса звеньевой.

СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 6 апрель Указы менән «Маяк» колхозы звеньевойы Богуславец Анна Ульяновнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1952 йылда Полтава өлкәһе Миргород ҡалаһында ебәкселек бригадирҙары курсын тамамлай. Тыуған колхозында ебәкселек, ә 1958 йылдан — йәшелсә бригадаһын етәкләй.

Һуңынан Сумы өлкәһендәге Ромны ҡалаһына күсә, унда туҡланыу системаһында эшләй. 1993 йылдың 1 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (06.04.1951)
  • Ленин ордены (06.04.1951)
  • миҙалдар.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә