Богоявленск заводы
Богоявленск заводы — 1751 йылда И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан Нуғай даруғаһы Кесе Табын һәм Юрматы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Көгөш йылғаһы буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына.
Тарихы
үҙгәртергә1751 йылдан 1783 йылға тиклем завод хужалары — Твердышев һәм Мясников, 1783 йылдан алып — И. И. Бекетова (ҡыҙ фамилияһы Мясникова) һәм П. А. Бекетов, 1834 йылдан — Пашковтар хужа булалар; 1918 йылда завод национализациялана. Завод Богоявленск тау округына ингән.
Богоявленск заводы 1752 йылда эшләй башлай. Ул ваҡытта — 8 баҡыр иретеү мейесе, 1806 йылда — 6 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штык горндары, XIX быуат башында 12 баҡыр иретеү мейесе, 3 шплейзофен, 1 гармахер һәм 1 штык горны була. XVIII быуаттың аҙағына ҡарата завод яҡынса 60 мең дисәтинә ер биләй; заводҡа 122 рудник (шул иҫәптән 16 рудник эшләй) ҡарай, XIX быуаттың 30-сы йылдар уртаһында — 145 рудник (шул иҫәптән 9 рудник эшләй).
1773 йылға ҡарата заводта 820 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә; 1805 йылда мастеровой һәм эшсе кешеләр — 722, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр — 695; 1860 йылда эшселәр — 1080; 1887 йылда — 450.
Эшләү дәүерендә яҡынса 1,3 млн бот саф баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, максималь етештереүсәнлек — 19 мең бот (1858, 1860).
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында 80-гә яҡын крәҫтиән ихтилалсыларға ҡушыла. 1773 йылдың октябренән завод ябыла һәм яҡынса ике йыл эшләмәй. 820 завод крәҫтиәненән ихтилал ваҡытында 158 кеше үлтерелә йәки хәбәрһеҙ юғала. Завод хужаларының күргән зыяны 12537 һум тәшкил, шулай уҡ завод эшселәренең мөлкәте үртәлә һәм талана. Ҡайһы бер эшселәр Бәрҙе биҫтәһенә Пугачевҡа китә, артабан, уның ғәскәренә инеп, ҡамалған Ырымбур тирәһендәге бәрелештәрендә ҡатнашалар. Эшселәрҙең күпселек өлөшө ноябрь аҙағында Зарубин-Чика отрядына алыналар. 1774 йылдың яҙында һәм йәйендә Богоявленск заводы хәрби ғәмәлдәр зонаһында ҡала, күп тапҡыр ихтилалсы башҡорттар тарафынан һөжүмдәргә дусар була, әммә ҙур емереклектәр заводта булмай[1]. Завод оҙаҡ ҡына элекке етештереүсәнлегенә етә алмай. 1775 йылда заводта баҡыр иретеү буйынса эштәр тергеҙелә. 1776 йылда — 4357 бот баҡыр, 1780 йылда — 15942 бот тәшкил итә[2].
1893 йылда завод реконструкциялана, артабан быяла етештерә башлай; уртаса етештереүсәнлек — йылына 75 мең м² рус быялаһы һәм 40 мең м² бем быялаһы. 1887 йылда завод килемһеҙ[2]. тип һанала һәм уның нигеҙендә Красноусол быяла заводы барлыҡҡа килә. Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Ғафури районының Красноусол ауылы — район үҙәге урынлашҡан.
Благоявленск заводының биналар комплексы (төп корпус, оҫтаханалар урынлашҡан ярҙамсы корпус, завод идаралығы; XIX быуаттың башы) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы тип танылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Богоявленский завод
- ↑ 2,0 2,1 БОГОЯВЛЕНСКИЙ ЗАВОД 2018 йыл 11 май архивланған.