Хамфри Богарт

(Богарт Хамфри битенән йүнәлтелде)

Ха́мфри Дефо́рест Бо́гарт (ингл. Humphrey DeForest Bogart; 25 декабрь 1899, Нью-Йорк, АҠШ — 14 ғинуар 1957 йыл. Лос-Анджелес, АҠШ — америка актёры. Америка кино сәнғәте институты Богартты америка киноһы тарихындағы иң яҡшы актёр тип баһалай.

Хамфри Богарт
Humphrey Bogart

Тыуған көнө

25 декабрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Вафат көнө

14 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (57 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1921—1956

IMDb

ID 0000007

humphreybogart.com

 Хамфри Богарт Викимилектә

Бер-нисә эш-шөғөлдө алыштырғас, 1921 йылда Богарт актёр булып китә һәм 1920—1930 йылдарҙа бродвей тамашаларында ҡатнаша. 1929 йылда биржа һәләкәте булғас, Богарт киноға килә. «Таш урман» («рус. Окаменелый лес», 1936) фильмындағы роле уға ҙур уңышкилтерә. Бынан һуң ул «Бысраҡ йөҙлө фәрештәләр» (рус. «Ангелы с грязными лицами», 1938) һымаҡ гангстер фильмдарында, һәм «Доктор Х-тың ҡайтыуы» (рус. «Возвращение доктора Х», 1939) һымаҡ В төркөмө фильмдарында уйнай.

Һынылыш мәле 1941 йылда экрандарға «Оҙон буйлы Сьерра» (рус. «Высокая Сьерра») һәм «Мальтий бөркөтө» (рус. «Мальтийский сокол») фильмдарының сығыуы менән бәйле. «Касабланка» уның карьераһының түбәһе була һәм аҙаҡтан барыбер ҙә үҙенең тәрбиәлеген раҫлаған иҫәп-хисап яратыусы кино образын беркетеп ҡуя. Һуңынан башҡа уңышлы картиналары эйәрә, шулар иҫәбендә «Хужаһы булырғамы-юҡмы» (рус. «Иметь и не иметь», 1944), «Тәрән йоҡо» (рус. «Глубокий сон»), «Ҡара юлаҡ» («Чёрная полоса», 1947) һәм «Ки-Ларго» (1948) фильмдарында ул Лорен Бэколл менән бергә киноға төшә. «Сабрина» һәм «Кейндағы бола» (рус. «Бунт на „Кейне“», 1954). «Сьерра-Мадре хазиналары» (рус. «Сокровища Сьерра-Мадре», 1948); «Африка королеваһы» рус. («Африканская королева», 1951) фильмдары уға «Оскар» премияһы килтерә.

Экрандарҙа ул һуңғы тапҡыр «Ҡолауы ауырыраҡ була» (рус. «Тем тяжелее падение», 1956) фильмында күренә. Утыҙ йылға яҡын кинокарьераһында Богарт 75 тулы метрлы фильмда күренә.

Йәшлек биографияһы

үҙгәртергә

Богарт 25 декабрь 1899 йыл Нью-Йоркта, Белмонт ДеФорест Богарт (июль 1867, Уоткинс Глен — 8 сентябрь 1934, Нью-Йорк) һәм Мод Хамфри (1868—1940) ғаиләһенә тыуа. Белмонте һәм Мод 1898 йыл июнь айында өйләнешәләр. Богарттың атаһы пресвитерианлы була, ә әсәһе Епископ сиркәүенә ҡарай. Богарт әсәһенең динендә тәрбиәләнә.[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «The religious affiliation of Humphrey Bogart» 2006 йыл 15 февраль архивланған. Adherents.com
  • Bacall, Lauren. By Myself. New York: Alfred Knopf, 1979. ISBN 0-394-41308-3.
  • Bogart, Stephen Humphrey. Bogart: In Search of My Father. New York: Dutton, 1995. ISBN 0-525-93987-3.
  • Bogart, Humphrey. «I’m no communist» 2011 йыл 12 август архивланған. Photoplay Magazine, March 1948.
  • Citro, Joseph A., Mark Sceurman and Mark Moran. Weird New England. New York: Sterling, 2005. ISBN 1-4027-3330-5.
  • Halliwell, Leslie. Halliwell’s Film, Video and DVD Guide. New York: Harper Collins Entertainment, 2004. ISBN 0-00-719081-6.
  • Hepburn, Katharine. The Making of the African Queen. New York: Alfred Knopf, 1987. ISBN 0-394-56272-0.
  • Hill, Jonathan and Jonah Ruddy. Bogart: The Man and the Legend. London: Mayflower-Dell, 1966.
  • «Humphrey Bogart (cover story).» Time Magazine, June 7, 1954.
  • Hyams, Joe. Bogart and Bacall: A Love Story. New York: David McKay Co., Inc., 1975. ISBN 0-446-91228-X.
  • Hyams, Joe. Bogie: The Biography of Humphrey Bogart. New York: New American Library, 1966 (later editions renamed as: Bogie: The Definitive Biography of Humphrey Bogart). ISBN 0-451-09189-2.
  • Meyers, Jeffrey. Bogart: A Life in Hollywood. London: Andre Deutsch Ltd., 1997. ISBN 0-233-99144-1.
  • Michael, Paul. Humphrey Bogart: The Man and his Films. New York: Bonanza Books, 1965. No ISBN.
  • Porter, Darwin. The Secret Life of Humphrey Bogart: The Early Years (1899—1931). New York: Georgia Literary Association, 2003. ISBN 0-9668030-5-1.
  • Pym, John, ed. «Time Out» Film Guide. London: Time Out Group Ltd., 2004. ISBN 1-904978-21-5.
  • Sperber, A.M. and Eric Lax. Bogart. New York: William Morrow & Co., 1997. ISBN 0-688-07539-8.
  • Tierney, Gene with Mickey Herskowitz.Self-Portrait. New York: Peter Wyden, 1979. ISBN 0-88326-152-9.
  • Wallechinsky, David and Amy Wallace. The New Book of Lists. Edinburgh, Scotland: Canongate, 2005. ISBN 1-84195-719-4.
  • Youngkin, Stephen D. The Lost One: A Life of Peter Lorre. Lexington, Kentucky: University Press of Kentucky, 2005, ISBN 0-8131-2360-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә