Бихтер Михаил Алексеевич

Бихтер Михаил Алексеевич (11 [23] апрель 1881, Мәскәү7 май 1947, Ленинград) — Рәсәй һәм СССР пианисы, дирижёры һәм педагогы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1938).

Бихтер Михаил Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 23 апрель (5 май) 1881
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 7 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө дирижёр, музыка педагогы, пианист
Эш урыны Санкт-Петербург консерваторияһы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Бихтер Михаил Алексеевич оркестр музыканты улы. Петербург консерваторияһына фагот, элементар теория һәм фортепьяно класы буйынса укырға ҡабул ителә[2].

1910 йылда Петербург консерваторияһын (А. Н. Есипованың фортепиано класын, Н.Н.Черепниндың дирижёрлыҡ класын) алтын миҙал менән тамамлай. Теоретик предметтарҙы ул А.К. Лядовта һәм Н.Ф.Соловьевта, инструментовкалауҙы А. К. Глазунов һәм М. О. Штейнбергта, музыка тарихын Л. А. Саккеттиҙа үтә, аккомпанемент серҙәрен И. И. Витолдә өйрәнә[3].

1912—1917 йылдарҙа музыкаль драма театрында (Петербург) дирижёр булып эшшләй

1934 йылдан — Ленинград консерваторияһының камера йырлау класы буйынса профессор.

Ленинград блокадаһы осоронда концерттарҙа сығыш яһай[4]. Шул иҫәптән блокада осоронда көндәлек алып бара. Уның өҙөктәре баҫылған:

  • Листки из книги воспоминаний // Советская музыка. — 1959. — № 9, 12.

Улы: Алексей, Всеволод.

Камера ансамблдәрендә сығыш яһай.

Н. И. Забела-Врубель беренсе сығыштары (студент йылдарында уҡ) И.Ф. Шаляпиндың иғтибарын йәлеп итә, ул Бихтерҙы аккомпаниатор итеп саҡыра, һуңынан уның менән рус тәржемәһендә махсус Шаляпин өсөн яҙылған Массненың «Дон-Кихот» операһын өйрәнә[3][2].

Шулай уҡ И.А. Алчевский, И.В. Ершов, М.И.Брианға аккомпаниатор була

А. К. Глазунов Бихтерға Л.С. Ауэр менән тәүге башҡарыуҙы ҡуша[3].

Михаил Алексеевич яҡшы музыкант һәм «ҙур масштаблы оҫта» репутацияһына эйә була, ул йыш ҡына кире баһаламалар ишетә, сөнки үҙенең әүҙем манераһы менән солисты уҙҙырып ебәреүе мөмкин һәм беренсе урынға вокалды түгел, ә уйынды ҡуя, ә ул ваҡытта профессиональ мөхиттә әле «пианист-солист» булмай[5].

Бүләктәре һәм танылыуы

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1938).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Бихтер Михаил Алексеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Юдин, 2014
  3. 3,0 3,1 3,2 Левик С. Ю. Записки оперного певца. — М.: Искусство, 1962. — 711 с.
  4. Митусова Л. С. Воспоминания о блокаде. Музей-институт семьи Рерихов (12 декабрь 2009). Дата обращения: 10 март 2013. Архивировано 7 апрель 2013 года.
  5. Юдин, 2014, с. 120

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Бихтер Михаил Алексеевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Дылева Е. «Телега жизни» Михаила Бихтера: еще один блокадный дневник (неопр.). ЗакС.ру : политическая жтзнь Северо-Запада (24 мая 2010). Дата обращения 10 марта 2013.
  • Из личного дела M. А. Бихтера (И. О. Дунаевский и Ленинградская консерватория) (неопр.). Санкт-Петербургская государственная консерватория (академия) имени Н. А. Римского-Корсакова. Дата обращения 10 марта 2013. Архивировано 7 апреля 2013 года.