Биологик систематика
Биологик систематика — бөтә тереклекте классификациялаусы (төркөмләүсе) фәнни дисциплина; уның төп бурысы — тере организмдарҙы төркөмләү принциптарын һәм, уларға нигеҙләнеп, дөйөм классификация системаһын төҙөү.
Биологик систематика | |
Биологик систематика Викимилектә |
«Классификация» һүҙе бында әле булған һәм күптән үлеп бөткән төрҙәрҙе тасуирлау һәм системала урынлаштырыу мәғәнәһендә ҡулланыла[1].
Систематиканың маҡсаттары һәм принциптары
үҙгәртергәСистематиканың дөйөмләштереүсе эше — Тәбиғи Система яһау. Бер яҡтан ошо система тәбиғи күренештәр нигеҙендә ята һәм икенсе яҡтан, фәнни тикшеренеүҙәрҙең бер этабы булып тора тигән фекер бар. Тәбиғәтте танып белеүҙең сикһеҙлеге принцибына ярашлы, Тәбиғи Система сикһеҙ[2].
Систематиканың төп маҡсаттары:
1.Таксондарға исем биреү (шул иҫәптән тасуирлау);
2.Диагностика — аныҡлау, йәғни организмдың системала урынын табыу;
3.Экстраполяция, йәғни теге йәки был таксонға инеүенә таянып объектарҙың үҙенсәлекле сифаттарын алдан әйтеү. Мәҫәлән,
әгәр ҙә теш төҙөлөшө буйынса хайуан кимереүселәр отрядына ҡарай икән, был мәғлүмәт буйынса ошо хайуандың һуҡыр эсәге оҙон һәм тәпәйле аяҡтары булыуын әйтеп була.
Һәр ваҡытта ла систематика ошо принциптарға нигеҙләнә:
1.Бөтә төр тере организмдар ҙа билдәле бер төҙөлөш структураһына эйә.
2.Ошо төҙөлөш структураһына бәйле, организмды иерархик рәүештә ойошторолған төркөмдәргә (таксондар) урынлаштырып була.
3.Система — бер-береһенә эҙмә-эҙлеҡле буйһонған рангалар йыйылмаһы. Һәр рангтың (таксондың) үҙ урыны, дәрәжәһе һәм атамаһы бар.
4.Организдарҙың төҙөлөш структураһы тураһындағы белемгә нигеҙләнеп (был структураны тулыһынса өйрәнеп була), бөтә органик доньяның («Тәбиғи Системаны») системаһын төҙөп була.
Шулай итеп, тере организмдарҙың хәҙерге замандағы классификацияһы иерархик принципта төҙөлгән.
Иерархияның (рангтың) төрлө дәрәжәләге үҙ исеме бар (юғарыларҙан түбәнгә): Батшалыҡ, Тип йәки Бүлек, Класс, Отряд, Ғаилә , Ырыу һәм Төр.
Төрҙәр айырым заттарҙан тора.
Ғәмәлгә алынған принцип буйынса: теләһе ниндәй билдәле организм эҙмә-эҙлекле рәүештә иерархиялы ошо бөтә ете категория иҫәбенә инергә тейеш.
Ҡатмарлы системаларҙы күбеһенсә өҫтәмә категорияларға бүләләр, мәҫәлән, бының өсөн приставкалар ҡулланалар super- и sub- (супер-класс, суб-тип һәм башҡа).
Һәр бер таксондың билдәле рангы булырға тейеш, йәғни берәй таксономик категорияға ҡарарға тейеш.
Был система төҙөү принцибын швед натуралисы Карл Линней исеме менән Линней иерархияһы тип атайҙар. Уның эштәре нигеҙендә хәҙерге традицион фәнни систематика төҙөлгән.
Супер-Батшалыҡ , йәки биологик домен тигән төшөнсә сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән. Был төшөнсәне 1990 йылда Карл Вёзе тәҡдим иткән.
Ошо төшөнсә Ерҙәге бөтә биомассаны өс доменға бүлә: 1) эукариоттар (күҙәнәктәрҙә ядролары булған организмдарҙы берләштереүсе домен; 2) бактериялар; 3) архейҙар.
Систематиканың тарихы
үҙгәртергәБилдәле булыуынса, беренсе булып тереклек формаларын антик донъяла Гептадор, ә һуңынан Аристотель һәм уның уҡыуҫыһы Теофраст классификацияларға тырышҡандар.
Улар тереклекте уҙ фәлсәфәһенә ярашлы классификациялағандар. Улар төзөгән тере организмдар системаһы бик ентекле булған. Ошо система буйынса үҫемлектәр ике төркөмгә бүленгән булған: ағастарға һәм үләндәргә, ә хайуандар — «йылы» һәм «һалҡын» ҡанлы төркөмдәргә бүленгән булған.
Иң һуңғы сифат, тере тәбиғәттең эстәлеген билдәле тәртипкә һалыуҙа бик мөһим роль уйнай. Ошолай, тәбиғәттәге тәртипте һүрәтләүсе тәбиғи система барлыҡҡа килгән [1].
1172-се йылда ғәрәп философы Аверроэс Аристотелдың яҙмаларын ҡыҫҡартылған рәүештә ғәрәп теленә тәржемә иткән. Аверроэстың үҙ комментарийҙары юғалған, әммә телгә алынған тәржемә беҙең көндәргә латин телендә һаҡланған.
Швейцар ғалимы Конрад Геснер (1516—1565) тос өлөш индергән.
Бөйөк асыштар дәүере ғалимдарға тере тәбиғәт тураһындағы белемдәрҙе тәрәнәйткән. XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында хайуандар донъяһын ныҡышлы өйрәнә башлағандар.
Иң тәүҙә яҡшы билдәле типтар тураһындә мәғлүмәттәр туплағандар. Артабан бемемдәрҙе киңәйтергә билдәле булмаған хайуандарҙы өйрәнгәндәр. Ошо белемдәр фәнни классификацияны нигеҙләгән.
Был белемдәрҙе ҡулланып бик күп медиктар үҙ классификацияларын төҙөгәндәр. Шул иҫәптән, Иероним Фабриций (1537—1619), Парацельс Северинус уҡыусыһы (1580—1656), һынаусы Уильям Гарвей (1578—1657), инглиз анатомы Эдвард Тайсон (1649—1708), Марчелло Мальпиги (1628—1694), Ян Сваммердам (1637—1680) һәм Роберт Гук (1635—1702) кеүек микроскопистар һәм энтомологтар ҙа үҙ өлөшөн индергәндәр.
Инглиз натуралисты Джон Рей (1627—1705) үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында бик әһәмиәтле хеҙмәт нәшер иткән. Үҫемлектәрҙе классификациялауҙағы ҡулланған ҡарашы «Historia Plantarum» хәҙерге таксономия фәненә ҡарата ҙур бер аҙым булған.
Таксондарҙың исемдәре һәм уларҙы тасуирлау
үҙгәртергәXX быуыт башында ете таксономик категория булған (латинса):
1.Батшалыҡ — regnum
2.Тип — phylum (үҫемлектәрҙә бүлек— divisio)
3.Класс — classis
4.Отряд (урыҫса зоологияла тәртип) — ordo
5.Ғаилә — familia
6.Ырыу — genus
7.Төр — species
Төр (лат. species) — морфологик, физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәре нәҫелдән килеү буйынса оҡшаш булған, иркен ҡауышыусы һәм үрсемле тоҡом биреүсе, йәшәүҙең билдәле бер шарттарына яраҡлашҡан һәм тәбиғәттә билдәле бер өлкәлә — ареалда йәшәгән заттар йыйылмаһы.
Төр — тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдар) систематикаһының төп берәмеге. Элементар (иң бәләкәй) таксономик һәм систематик берәмек.
Теләһе ниндәй үҫемлек йәки хайуан эҙмә -эҙлекле рәүештә иерархиялы ете категория иҫәбенә инергә тейеш. Систематикала күбеһенсә өҫтәмә категорияларға айыралар, бының өсөн түбәнге приставкалар ҡулланалар sub-, инфра- (infra-) һәм super-, мәҫәлән : инфра-класс.
Үҫемлектәр систематикаһында төп таксономик төркөмдәр
үҙгәртергә1.Бүлек (Отлел) — латин атамаһындағы ялғауы — ophyta (Magnoliopheta)
2.Класс — латин атамаһындағы ялғауы — opsida (мәҫ.Magnoliopsida)
3.Аҫкласс(подкласс) латин атамаһындағы ялғауы — idae (мәҫ.Magnoliidae)
4.Тәртип (порядок) — латин атамаһындағы ялғауы — ales (мәҫ.Magnolioales)
5.Ғәилә (семейство) — латин атамаһындағы ялғауы — aceae (мәҫ.Magnoliaceae)
6.Ырыу — Magnolia
7.Төр — Magnolia grandiflora
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәТаксономик ранг |
Домен (Батшалыҡ өҫтө) — Батшалыҡ — Ярым батшалыҡ — Тип өҫтө/Бүлек өҫтө — Тип/Бүлек — Ярым тип/Ярым бүлек — Класс өҫтө — Класс — Ярым класс — Инфракласс — Отряд өҫтө/Тәртип өҫтө — Отряд/Тәртип — Ярым отряд/Ярым тәртип — Инфраотряд — Ғаилә өҫтө — Ғаилә — Ярым ғаилә — Триба өҫтө — Триба — Ярым триба — Ырыу — Бүлек — Ярым бүлек — Ярым ырыу — Секция өҫтө — Секция — Ярым секция — Рәт — Ярым рәт — Төр — Ярым төр — Вариетет/Төрлөлөк — Ярым төрлөлөк — Форма — Ярым форма |
Таксономия — Биноминаль номенклатура |
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |