Бикташев Марис Лотфый улы

(Бикташев Марис Лутфиевич битенән йүнәлтелде)

Бикташев Марис Лотфый улы (17 июнь 1958 йыл) — табип-хирург. 1988 йылдан Нефтекама ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2016). Ҡаланың почётлы гражданы (2018).

Биографияһы үҙгәртергә

Марис Лотфый улы Бикташев 1958 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Яңы Киҙгән ауылында тыуған.

1988 йылдан Нефтекама ҡалаһы үҙәк дауаханаһының икенсе хирургия бүлеге мөдире.

2016 йылда Марис Бикташев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 2-се саҡырылыш ҡала Советы депутаты (2008)[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2016).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә