Озёрки (Тербун районы)

Озёрки — Липецк өлкәһе Тербун районындағы ауыл. Озерки ауыл Советы үҙәге. Ауыл Кобылья Снова йылғаһының уң ярында урынлашҡан..

Озёрки
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Озёрки ауыл Советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Озёрки ауыл Советы[d][1]
Халыҡ һаны 392 кеше (2009),
396 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 160 метр
Почта индексы 399555
Карта

Озерки ауылы XVIII быуат башында барлыҡҡа килә. Бер нисә йыл дауамында Кобылья Снова йылғаһының һул ярында урынлашҡан күрше Красная Поляна ауылы составында була. Һыу менән насар тәьмин итеү сәбәпле Красная Поляна ауылы халҡы Озерки ауылына күсенә башлай, ә 1821 йылда шул ауылға үҙҙәренең сиркәүен дә күсереп ҡуялар[3]. Шулай итеп, Озерки ҙур ауылға әүерелә.

1778 йылғы документтарҙа ауыл Озерки йырындары буйында урынлашҡан, тип яҙыла. Ауыл исеменең сығышы ҙур һәм тәрән булмаған күлдәрҙән алынған. 1937—1938 йылдарҙа сиркәү ябыла, бинаны иген һаҡлау өсөн ҡулланалар. Әлеге көндә сиркәү яртылаш емерелгән хәлдә[4].

1954 йылдың 6 ғинуарында, Орел һәм Воронеж өлкәләренең административ бүленеше үҙгәргән саҡта, Озерки ауылы Липецк өлкәһе Тербун районы составына индерелә.

Озерки ауылы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда

үҙгәртергә

1942 йылдың йәйендә Озерки ауылы тирәһендә бик ҡаты, аяуһыҙ һуғыш бара. Совет һалдаттары үҙ ғүмерен аямай һуғышалар[5], улар араһында 112-се Башҡорт кавалерия яугирҙары күпләп яу ҡырында һәләк була. Ауылда Туғанлыҡ ҡәберлеге бар[5]. Бөгөнгө көнгә тиклем яугирҙарҙың ҡалдыҡтары табыла, күбеһенең исем-шәрифтәре билдәһеҙ ҡала.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Разенков Гавриил Степанович — Советтар Союзы Геройы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә