Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы
Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы (18 май 1939 йыл) — ғалим-анатом, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990).
Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 май 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Этҡол, Абҙан ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, анатом |
Уҡыу йорто | Новосибирск дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗиннәт Төхвәт улы Бикбулатов 1939 йылдың 18 майында Ейәнсура районының Этҡол (Юлдаш) ауылында тыуған. Башланғыс класта үҙ ауылында уҡый һәм 7-се синыфҡа Абзан мәктәбенә бара. Ике йыл колхозда эшләгәс, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия интернатына 8-се класҡа ебәрәләр. 1959 йылда тамамлай.
Бала сағы тураһында:
Мин — һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы барлыҡ ауырлыҡты күреп үҫкән ябай ауыл малайы... Атайымды хәтерләмәйем дә... Йәшем еткәс уҡырға бара алманым: өҫтөмә кейем, уҡыу кәрәк-ярағтары алырға аҡса юҡ. Әммә күңелем менән белем алырға кәрәклеген аңлай инем. Профессор булам, тигән уй башыма инеп тә сыҡманы. Ә бына техникум йә институт бөтөрмөн, тигән хыял булды... |
— тип яҙылған Нургөл Шәрипованың «Һәр ваҡыт белем алырға ынтылдым» тигән интервьюһында («Йәшлек» гәзите, 11 февраль, 2022 йыл, № 6 (11365).
Новосибирск дәүләт медицина институтын тамамлай (1968), 1972 йылдан шунда эшләй. Новосибирск медицина институтында кеше анатомияһы кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы һәм доценты булып эшләй; 1980—1989 -йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһы Себер бүлексәһенең Физиология ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, һуңынан эксперименталь һәм клиник лимфология ғилми лабораторияһы мөдире. 1982 йылдан СССР Медицина фәндәре академияһының Себер бүлексәһе физиология институты лабораторияһы мөдире (Новосибирск), 1989—2013 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура институтының (Силәбе) анатомия һәм физиология кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге лимфа системаһының миокард инфаркты функцияларын өйрәнеүгә[1] һәм веноз ҡан һәм лимфа лимфа йөрөшө боҙолғанда лимфа системаһы функцияларын өйрәнеүгә арналған. Бикбулатов З. Т. туҡымаларҙың зарарланыу сиктәрен (миокард инфаркты, аяҡ-ҡул гангренаһы, бүҫер ҡыҫылған ваҡытта, туңыу һәм бешеү кимәле һәм башҡалар) билдәләү өсөн прибор уйлап таба. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Биш фән кандидаты, өс фән докторы әҙерәлй
Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше: спорт һәм физкультураның медицина-биологик һәм педагогик проблемалары; 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. .
Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы медицина өлкәһендә эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (1995—1997).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999);
- СССР ВДНХ-ның алтын миҙалы (1984);
- 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2005);
- Академик В. Н. Воробьев исемендәге премия лауреаты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Морфофункциональное исследование лимфатических узлов в нормальных условиях гемодинамики и при венозном застое [Текст : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата медицинских наук. (140002)]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2022)
- Врач, ученый, общественный деятель 2022 йыл 13 февраль архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Энциклопедия. Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2014. стр. 220.
- Бикбулатов Зиннат Тухватович
- Бикбулатов Зиннат Тухватович
- Бикбулатов Бикбулатов, Зиннат Тухватович
- «Йәшлек» гәзите, 11 февраль, 2022 йыл, № 6 (11365