Беҙәк-Әхмәр
Әхмәр, Беҙәк-Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 24 кеше[1]. Почта индексы — 453526, ОКАТО коды — 80211849008.
Ауыл | |
Әхмәр Беҙәк-Әхмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың атамаһы Әхмәр тигән андронимдан һәм Беҙәк гидронимынан килеп сыҡҡан. Беҙәк — ике һүҙҙән яһалған атама: бейек+үҙәк[2].
Тарихы
үҙгәртергәБелорет районында йылғаның һәм тәүге килеп төпләнеүсенең исеме менән аталған Беҙәк-Әхмәр, ҡоҙғон-ҡатай ырыуы этнонимынан һәм шулай уҡ тәүге булып килеп ултырған кеше исеме менән аталған Ҡоҙғон-Әхмәр, йәғни ике Әхмәр ауылы бар. Беҙәк-Әхмәр Тамъян-Ҡатай улусының 28-се йортона ҡараған, хәҙер юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Унан йыраҡ та түгел Беҙәк ауылы урынлашҡан. Улар хәҙер икеһе лә Туҡан ауыл советына ҡарай[3].
Беҙәк йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән Әхмәр ауылы 1795 йылда 28 йорттан һәм 139 кешенән торған. Артабан халыҡ һаны кәмей. 1834 йылда 121 кешегә тиклем, 1850 йылда — 200 кеше, 1920 йылда 150 була.
Тәүге төпләнеүсенең улы Ҡунаҡҡужа Әхмәров (1776—1851) поход старшинаһы булып хеҙмәт итә. Кесеһе Ишҡужа Әхмәров та атаһының тыуған төйәгендә көн иткән. Кешеләр йәйләүгә Яланды, Егән йылғалары буйына сыҡҡан. 122 кеше 100 ат, 50 һыйыр, 60 һарыҡ, 25 кәзә тотҡан. Солоҡсолоҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Иген сәсмәйҙәр[4].
2007 йылдың 30 майына тиклем ауыл Туҡан ҡасаба советына ҡараған, Белорет районы менән ҡала хакимиәттәре ҡушылғандан һуң, урындағы хакимиәт Туҡан ауыл советы статусы алған. Ҡайһы бер белешмәләрҙә Әхмәр Исмаҡай ауыл советына ҡараған тигән мәғлүмәттәр бар, мәгәр был ысынбарлыҡҡа тап килмәй[5]
Был ауыл кешеһе Әхмәтша Сәлимовтың — үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәлимовтың атаһы — атаҡлы Зәйнулла ишан менән осрашыуы тураһында хәтирәләр бар[6]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 24 | 6 | 18 | 25,0 | 75,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы — инженер-металлург, үҙешмәкәр композитор. Белорет ҡалаһының башҡорт милли ойошмаларының әүҙем эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 33-сө бит
- ↑ Белорецкая энциклопедия, 2007
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.109
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов РБ. — Уфа, Китап, 2001. — 320. с., страница 42 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Серле һыбайлы. -«Башҡортостан», 2019, 6 дек.