Беседнова Наталия Николаевна

Беседнова Наталия Николаевна (2 февраль 1935 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-микробиологы һәм иммунологы. 1988—2010 йылдарҙа Г. П. Сомов исемендәге Эпидемиология һәм микробиология фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһы (2013) һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (2000) академигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы, профессор. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989).

Беседнова Наталия Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған көнө 23 сентябрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (88 йәш)
Һөнәр төрө биолог
Эшмәкәрлек төрө микробиология
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Карьераһы

үҙгәртергә

1959 йылда И. М. Сеченов исемендәге I-се Мәскәү медицина институтын тамамлай. 1960 йылдан Рәсәй Медицина фәндәре академияһының эксперименталь медицина фәнни-тикшеренеү институтында эшләй.

1980 йылда Н. Н. Беседнова «Экспериментальное и клинико-иммунологическое изучение псевдотуберкулезной инфекции» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1991 йылда профессор дәрәжәһе ала. 1993 йылда «микробиология» һөнәре буйынса РМФА ағза-корреспонденты, 2000 йылда РМФА академигы итеп һайлана. 2001 йылда Н. Н. Беседноваға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә.

Н. Н. Беседнова етәкселеге аҫтында 21 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Н. Н. Беседнова 220 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография, 3 фәнни-популяр китап авторы. Уйлап табыуға 20 авторлыҡ таныҡлығына һәм патентҡа эйә.

Уның етәкселегендә ҡорһаҡ тифы, псевдотуберкулез, дифтерия иммунологияһы буйынса эштәр циклы башҡарылған. Алыҫ Көнсығыш скарлатинаға оҡшаған биҙгәкте өйрәнеү буйынса эше өсөн 1989 йылда Н. Н. Беседнова институттың бер төркөм хеҙмәткәрҙәре иҫәбендә СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.

Уның етәкселеге аҫтында тинростим, митилан һәм транслам кеүек иммунокорректорҙар эшләнгән.

Библиография[1]

үҙгәртергә
  • Г. П. Сомов, Н. Н. Беседнова «Геморрагические лихорадки» (1981)
  • Г. П. Сомов, Н. Н. Беседнова «Опасность, таящаяся в природе» (1985)
  • Г. П. Сомов, В. И. Покровский, Н. Н. Беседнова, Ф. Ф. Антоненко «Псевдотуберкулез» (1990, 2001)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә