Бернадетт Сель (Сейл, мадьярса  Szél Bernadett, тыумыштан Надь, Nagy; 9 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш), Печ (ҡала, Венгрия))[3] — венгр иҡтисадсыһы һәм сәйәсмәне. «Сәйәсәт башҡа булырға мөмкин» (Lehet Más a Politika; LMP) партияһының рәйестәше, 2013—2018 йылдарҙа 2012 йылдан Венгрия милли йыйылышы ағзаһы һәм премьер-министрға партия кандидаты[4].

Бернадетт Сель
мадьярса  Szél Bernadett
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Nagy Bernadett
Тыуған көнө 9 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Печ (ҡала, Венгрия), Венгрия
Туған тел Венгр теле
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][1], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][1], лидер партии[d], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][1], Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2]
Уҡыу йорто Университет Корвина[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d] (2011)
Әүҙемлек урыны Будапешт
Сәйәси фирҡә ағзаһы LMP — Зелёная партия Венгрии[d][1] һәм беспартийный[d][1]
Участвовал в выборах 2021 Hungarian opposition primary[d]
Эра XXI быуат
Рәсми сайт szelbernadett.hu
 Бернадетт Сель Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сель 1977 йылдың 9 мартында Печ ҡалаһында тыуған. Залаэгерсегта Миклош Зринья исемендәге гимназияны тамамлай. 2000 йылда Корвин Университетын тамамлай (халыҡ-ара мөнәсәбәттәр)[5] унда 2011 йылда философия докторы дәрәжәһен ала[6].

2000 һәм 2002 йылдарҙа Phillip Morris компанияһында корпоратив мәсьәләләр буйынса департаментта эшләй. Бынан һуң эшкә йәмәғәт секторына күсә, 2002 йылдың март айынан алып июленә тиклем «Һыйыныу урыны — мигранттарға ярҙам итеү берләшмәһе» хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһының етәксеһе була[7]. 2002 йылдың сентябренән өс йыл дауамында Венрия Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре була. 2006 йылдан венгр Үҙәк статистика идаралығында эшләй, шулай уҡ Европа берлеге докладсыһы булараҡ сығыш яһай.

Уның фәнни ҡыҙыҡһыныу сфераһы ғаилә социологияһы, ғаилә сәйәсәте һәм дәүләт потенциалы. Бер нисә ғилми коллектив ағзаһы булып тора, шулай уҡ венгр һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша. Инглиз һәм немец телендә иркен һөйләшә. Әлеге ваҡытта ул Будакесиҙа ире һәм ике ҡыҙы менән йәшәй.

Сәйәси карьераһы

үҙгәртергә

Сель үҙенең сәйәси карьераһын һул үҙәк Гуманистик партияла башлай. Яңы йәшел «Сәйәсәт башҡа булырға мөмкин» партияһы төҙөлгәндән һуң 2010 йылда уға күсә. 2010 йылда Венгрия парламентының һайлауҙарында кандидат була. 2010 йылда урындағы һайлауҙарҙа Будакеси мэры креслоһы өсөн көрәшә, 10,89% тауыш йыя[8].

Сель 2012 йылдың 13 февралендә 1 февралдә отставкаға киткән коллегаһы Вираг Кауферҙы алмаштырып, парламент ағзаһы була[9]. 20 февралдә хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса комитет ағзаһы итеп һайлана, ә һуңынан 2013 йылдың 23 сентябрендә йәштәр эштәре, социаль, торлаҡ һәм ғаилә эштәре буйынса комитет ағзаһы, тотороҡло үҫеш буйынса рәйес урынбаҫары була.

Йыйылыштың һигеҙ ағзаһы яңы «Венгрия өсөн диалог» партияһын төҙөү өсөн киткәндән һуң LMP парламент төркөмө тарҡалғас, 2013 йылдың февраленән сентябргә тиклем бойондороҡһоҙ депутат булып иҫәпләнә[10]. Бернадетт Сель һәм Андраш Шиффер 2013 йылдың 24 мартында партияның съезында яңы рәйестәш итеп һайлана[11].

2013 йылдың сентябрендә парламент дебаттары барышында Сель тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре буйынса дәүләт секретары Золтан Иллешҡа Румыниялағы Roșia Montană проекты тураһында һорау бирә, теге уның адресына ҡарата кәмһетеп яуап бирә (башлыса «һеҙ матур икән, һеҙ аҡыллы тигәнде әле аңлатмай»[12]), һуңыраҡ унан ғәфү үтенә.

Сель 2014 йылда парламент һайлауҙарында LMP дөйөм милли исемлек буйынса парламент ағзаһы булып яңынан һайлана, 6 майҙа милли именлек мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы булып китә. Эржебет Шмуктың отставкаһынан һуң 2017 йылдың 16 февралендә үҙ партияһының парламент төркөмө лидеры булып һайлана[13]. 2017 йылдың сентябрендә, Бернадетт Сель киләһе 2018 йылғы парламент һайлауҙарында премьер-министр вазифаһына партия кандидаты итеп тәҡдим ителә. Пешт округтарының береһе буйынса барлыҡ кандидаттарҙы уҙып китеп һайлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Венгрияның Милли йыйылышы https://www.parlament.hu
  2. 2,0 2,1 http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6882
  3. Biography. Országgyűlés.
  4. Register. Országgyűlés.
  5. Oktatói önéletrajz megjelenítő.
  6. A párkapcsolati összetartást segítő minták elemzése = Patterns supporting partnership cohesion. uni-corvinus.hu.
  7. Szél Bernadett szakmai önéletrajz, 2006. február (недоступная ссылка). Дата обращения: 17 сентября 2018. Архивировано 27 сентября 2013 года.
  8. Budakeszi települési választás eredményei.
  9. Távozik a parlamentből Kaufer Virág (венг.) (неопр.) ?. Origo.hu (3 января 2012). Дата обращения: 8 января 2013.
  10. Eight breakaway LMP lawmakers to sit as independents (11 февраль 2013). Дата обращения: 8 февраль 2013. Архивировано 12 сентябрь 2014 года.
  11. Szél Bernadett és Schiffer András az LMP két társelnöke (24 март 2013). Дата обращения: 24 март 2013.
  12. Ministers behaving badly: Illés, Fidesz apologize (12 сентябрь 2013). Дата обращения: 27 сентябрь 2013.
  13. Szél Bernadett lett az LMP frakcióvezetője (венг.) (неопр.) ?.Index (30 января 2017). Дата обращения: 4 апреля 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә