Берлин диуары

хәҙер юҡҡа сыҡҡан ҡоролма (Көнбайыш Берлин тирәләй ҡоролған һәм нығытылған элекке дәүләт сиге)

Берлин диуары (нем. Berliner Mauer) — ГДР властары тарафынан төҙөлгән һәм 1961 йылдың 13 авгусында һәм 1989 йылдың 9 ноябренә тиклем ғәмәлдә булған Германия Демократик Республикаһының Көнбайыш Берлин тирәләй инженер-ҡорамалланған һәм нығытылған дәүләт сиге. Диуарҙың дөйөм оҙонлоғо 155 км (Берлин һыҙатында 43 км[1] һәм Көнбайыш Берлиндың тышҡы сиге буйлап 112 км) тәшкил иткән.

Берлин диуары
нем. Berliner Mauer
Һары һыҙат менән — бүленгән Берлиндың картаһы, ҡыҙыл нөктәләр менән — контроль-үткәреү пункттары билдәләнгән
Һары һыҙат менән — бүленгән Берлиндың картаһы, ҡыҙыл нөктәләр менән — контроль-үткәреү пункттары билдәләнгән
Урынлашыуы

Берлин

Төрө

Сик зонаһы
Бүленгән тораҡ пункттар

Төҙөлөш йылдары

13 августа 1961 (1961-08-13)

Төҙөүсеһе

Германия Демократик Республикаһы ГДР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР (сәйәси һәм хәрби ярҙам)

Материалдары

Кирбес, бетон

Бейеклеге

3,6 метр

Файҙаланыу осоро

1961 йылдың 13 авгусынан 1989 йылдың 9 ноябренә тиклем

Хәҙерге
торошо

Тулыһынмса һүтелгән, айырым фрагменттары ҡалған.

Халыҡ өсөн
асыҡлыҡ

Юҡ. Рөхсәт менән генә аша сығыу мөмкин булған.

Идаралыҡ аҫтында

Германия Демократик Республикаһы ГДР
Көнсығыш Берлин]].

Алыштар/һуғыштар

1961 йылғы Берлин көрсөгө

Ваҡиғалар

Берлиндың дүрт яҡлы статусы
Германия мәсьәләһен тулыһынса көйләү тураһында килешеү

 Берлин диуары Викимилектә
Көнсығыш Берлин яғынан диуар күренеше. 1967 йыл
Көнбайыш Берлин яғынан диуар күренеше. 1986 йыл
Диуарҙың урынлашыуы хәҙерге спутник һүрәтенә төшөрөлгән
Берлин диуарының структураһы.

ГДР ҙа диуарға ҡарата «Антифашист оборона валы» (Antifaschistischer Schutzwall) атамаһы ҡулланылған, ә ГФР-да 1960-сы йылдар аҙағына тиклем Вилли Брандт[2]тәҡдим иткән «Хурлыҡлы стена» (Schandmauer) дисфемизмы рәсми ҡулланылған.

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Варшава килешеүе илдәренең коммунистик һәм эшсе партиялары секретарҙары кәңәшмәһе тәҡдиме буйынса (1961 йылдың 3-5 авгусы) һәм ГДР халыҡ палатаһының 1961 йылдың 11 август[3]ҡарары нигеҙендә 1961 йылдың 13 августында Берлин диуарын төҙөү башлана. Ошо дәүер эсендә бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм камиллаштырыла. Һуңғы ҙур реконструкция 1975 йылда башҡарыла.

1989 йылға тңбәндәгеләрҙән торған ҡатмарлы комплекс булып тора:

  • дөйөм оҙонлоғо 106 км һәм бейеклеге уртаса 3,7 метр булған бетон ҡойма;
  • оҙонлоғо 66,5 км булған металл селтәр ҡоймалар;
  • 127,5 км оҙонлоҡтағы электр көсөргәнешлеге аҫтында сигнал ҡоймаһы;
  • оҙонлоғо 105,5 км булған ер соҡорҙары;
  • айырым участкаларҙа танкыға ҡаршы нығытмалар;
  • 302 ҡарауыл вышкаһы һәм башҡа сик ҡоролмалары;
  • оҙонлоғо 14 км булған осло сәнскеле һыҙаттар һәм һәр ваҡыт тигеҙләп торолоусы ҡомдан торған контроль-эҙләү һыҙаты.

Йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары буйлап үткән урындарҙа кәртәләр ҡуйылмай. Башта 13 сик буйы контроль-үткәреү пункты эшләй, әммә 1989 йылға уларҙың һаны өскә тиклем кәмей[4].

1989 йылдың 9 ноябрендә күмәк халыҡ сығыштары һөҙөмтәһендә ГДР Хөкүмәте Көнбайыш Берлин менән бәйләнеш сикләүҙәрен юҡҡа сығара, ә 1990 йылдың 1 июненән сик буйы контролен тулыһынса бөтөрә. 1990 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында, 1,3 саҡрым аралыҡты иҫәпләмәгәндә, Һалҡын һуғыштың иң билдәле символдарының береһенә һәйкәл булараҡ, бөтә сик буйы ҡоролмалары ла һүтелә[3] (Ҡара: Берлин көрсөгө 1961 йыл).

 
ГДР Халыҡ армияһы һалдаттары Берлин стенаһы янында сик һаҡлауға баҫыр алдынан, 1961

Тәүшарттары

үҙгәртергә

Диуар төҙөлгәнгә тиклем Берлиндың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәре араһында сиктәр сағыштырмаса асыҡ була. Оҙонлоғо 44,75 км булған (Көнбайыш Берлин менән ГДР сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 164 км тәшкил иткән), бүлеү линияһы туранан-тура урам һәм йорттар, каналдар һәм һыу юлдары буйлап үткән. Рәсми рәүештә 81 урам үткәреү пункты, Берлин метроһында һәм ҡала тимер юлында 13 үткәүел эшләгән. Бынан тыш, йөҙләгән законһыҙ юл булған. Көн һайын ҡаланың ике өлөшө араһындағы сик аша 300—500 мең кеше үткән.

Раҫланған физик сиктең булмауы зоналар араһында йыш тоҡанған низағтарға һәм тауарҙарҙың һәм белгестәрҙең Көнбайыш Берлинға күпләп китеүенә килтергән[5][6]. Көнсығыш немецтарының күбеһе, унда эш хаҡы күпкә юғарыраҡ булғанлыҡтан, Көнбайыш Берлинда эшләүҙе өҫтөн күргән,

Берлин диуарын ҡороу алдынан Берлин тирәләй сәйәси хәлдең киҫкенләшеүе күҙәтелә. Ике хәрби-сәйәси блок та — НАТО һәм Варшава Килешеүе Ойошмаһы ла (ОВД) "Герман мәсьәләһе"ндә үҙ позицияларының килешмәүсән булыуын раҫланы. Конрад Аденауэр етәкселек иткән Көнбайыш Германия Хөкүмәте 1957 йылда ГДР-ҙы таныған һәр ил менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙең автоматик рәүештә өҙөлөүен күҙ уңында тотҡан «Хальштейн доктринаһын» ғәмәлгә индерҙе. Ул көнсығыш германдарҙың, дөйөм Германия һайлауҙарын үткәреп, Германия дәүләттәре конфедерацияһы ойоштороу тураһындағы тәҡдимдәрен ҡырҡа кире ҡаҡты. ГДР властары, үҙ сиратында, 1958 йылда, ул «ГДР территорияһында» урынлашҡан Көнбайыш Берлин суверенитетына дәғүәләре тураһында белдерә.

1958 йылдың ноябрендә Совет хөкүмәте башлығы Никита Хрущёв көнбайыш державаларын 1945 йылғы Потсдам килешеүен боҙоуҙа ғәйепләй. Ул Советтар Союзының Берлиндың халыҡ-ара статусын туҡтатыуы тураһында иғлан итә һәм бөтә ҡаланы (уның көнбайыш секторҙарын индереп) «ГДР-ҙың баш ҡалаһы» тип атай. Совет хөкүмәте Көнбайыш Берлинды «ҡоралһыҙландырылған ирекле ҡала»ға әйләндерергә һәм ультиматив тонда АҠШ-тан, Бөйөк Британиянан һәм Франциянан алты ай дауамында ошо темаға һөйләшеүҙәр үткәреүен талап итә (Берлин ультиматумы (1958). Көнбайыш державалары был талапты кире ҡаға. 1959 йылдың яҙында һәм йәйендә уларҙың сит ил эштәре министрҙарының Женевала СССР Сит ил эштәре министрлығы башлығы менән һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһеҙ тамамлана.

Н. Хрущёвтың 1959 йылдың сентябрендә Америка Ҡушма Штаттарына сәфәренән һуң совет ультиматумы туҡтатыла. Ләкин яҡтар үҙҙәренең элекке позицияларында ҡала. 1960 йылдың авгусында ГДР хөкүмәте, «реваншистик пропаганда» алып барыуҙы туҡтатыу кәрәклегенә һылтанып, ГФР граждандарының Көнсығыш Берлинға барыуын сикләүҙе ғәмәлгә индерә. Көнбайыш Германия илдең ике өлөшө араһында сауҙа килешеүенән баш тарта, ГДР быны «иҡтисади һуғыш» тип баһалай. Оҙаҡ һәм ауыр һөйләшеүҙәрҙән һуң килешеү 1961 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индерелә. Ләкин көрсөк бының менән хәл ителмәй. Варшава Килешеүе Ойошмаһы лидерҙары Көнбайыш Берлиндың нейтралләштерелеүен һәм демилитаризацияланыуын талап итә. Үҙ сиратында, НАТО илдәренең сит ил эштәре министрҙары 1961 йылдың майында ҡаланың көнбайыш өлөшөндә ҡораллы көстәрҙең булыуын һәм уның «йәшәүгә һәләтлелеген» гарантияларға теләүен раҫлай. Көнбайыш лидерҙары, «Көнбайыш Берлиндың азатлығын» бөтә көсө менән яҡлаясаҡтарын белдерә.

Ике блок та, ике Германия дәүләте лә, ҡораллы көстәрен арттырып, дошманға ҡаршы пропаганданы әүҙемләштерә. ГДР властары көнбайыш янауҙарына һәм маневрҙарына, ил сигенең «провокацион» боҙолоуына (1961 йылдың май-июлендә генә — 137), коммунистик булмаған төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә зарлана. Улар "Германия Федератив Республикаһы агенттары"н тиҫтәләгән саботаж һәм ут төртөү акттарын ойоштороуҙа ғәйепләй. Сик аша күскән кешеләрҙең ағымдарын контролдә тотоу мөмкин түгеллеге ГДР етәкселегенең ризаһыҙлығын тыуҙыра.

1961 йылдың йәйендә ГДР Дәүләт Советының 1-се Рәйесе Вальтер Ульбрихттың ҡаты курсы, "ГФР-ҙы ҡыуып етеү һәм уҙып китеү"гә йүнәлтелгән иҡтисади сәйәсәт һәм етештереү нормаларын, хужалыҡ мәшәҡәттәрен арттырыу, 1957—1960 йылдарҙа көсләп коллективлаштырыу, тышҡы сәйәси көсөргәнешлек һәм Көнбайыш Берлинда хеҙмәт хаҡының юғары кимәле ГДР-ҙың меңдәрсә кешеһен Көнбайышҡа китергә ҡотортҡан. 1961 йылда ГДР-ҙан 207 меңдән ашыу кеше киткән. 1961 йылдың июлендә генә 30 меңдән ашыу көнсығыш немецтары илдән ҡаса. Башлыса йәш һәм квалификациялы белгестәр. Көнсығыш Германия властары, Көнбайыш Берлинды һәм ГФР-ҙы «кешеләр менән сауҙа итеүҙә», кадрҙарҙы «ҡыҙыҡтырып үҙ яғына ауҙарыу»ҙа, иҡтисади пландарын өҙөргә маташыуҙа ғәйепләй. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, ошоноң арҡаһында Көнсығыш Берлин хужалығы йыл һайын 2,5 миллиард маркаһын юғалтҡан.

 
1961 йылдвң 13 авгусы, возле Бранденбург ҡапҡаһы янында. Плакатта: «Иғтибар! Һеҙ Көнбайыш Берлиндан сығаһығыҙ». Артҡы планда ГДР-ҙың һыу атҡыс машинаһы

Берлин тирәләй хәл киҫкенләшеү шарттарында Варшава килешеүе илдәре етәкселәре сикте ябырға ҡарар итә. Бындай пландар тураһындағы мәғлүмәттәр 1961 йылдың июнендә үк ишетелеп ҡалған була, әммә ГДР лидеры Вальтер Ульбрихт ул саҡта бындай ниәт булыуын кире ҡаға. Ысынында иһә, ул саҡта улар СССР-ҙың һәм Көнсығыш блогының башҡа ҡатнашыусыларының һуңғы ризалығын алмаған була. 1961 йылдың 3-5 авгусында Мәскәүҙә Варшава килешеүе ойошмаһы дәүләттәре коммунистик партияларының беренсе секретарҙары кәңәшмәһе үткәрелә, унда Ульбрихт Берлинда сикте ябыу буйынса үҙенекендә тора. Был юлы уны союздаштары хуплай. 7 августа Германия Социалистик берҙәм партияһының (СЕПГ — көнсығыш Германия компартияһы) сәйәси бюроһы ултырышында Көнбайыш Берлин һәм Германия Федератив Республикаһы һәм ГДР араһындағы сикте ябыу мәсьәләһе хәл ителә, 12 августа ГДР Министрҙар Советы тейешле рәсми күрһәтмә ҡабул итә. Көнсығыш Берлин полицияһы тулыһынса әҙерлек хәленә килтерелә. 1961 йылдың 13 авгусында төнгө сәғәт 1-ҙә проектты тормошҡа ашырыу башлана. ГДР предприятиеларынан хәрбиләштерелгән «хәрби төркөмдәрҙең» 25 мең самаһы ағзаһы Көнбайыш Берлин менән сик һыҙығын биләй; уларҙың хәрәкәтен Германияның көнсығыш армияһы частары ҡаплай. Совет армияһы әҙерлек хәленә килтерелә.

Диуарҙы ҡороу

үҙгәртергә
 
Берлин диуарын төҙөү. 1961 йылдың 20 ноябре

1961 йылдың 12 авгусынан 13 авгусына ҡарай төндә, йәғни шәмбенән йәкшәмбегә ҡарай, стена һалына башлай. Ярты төн уртаһында уҡ Берлин гарнизоны тревога менән аяҡҡа баҫтырыла. Төнгө сәғәт 1-селә Көнбайыш һәм Көнсығыш Берлин араһындағы сик райондарына ғәскәрҙәр сафы һуҙыла, улар бер нисә сәғәт дауамында ҡала эсендә урынлашҡан бөтә сик участкаларын тулыһынса бикләй. 13 августа иртәһендә ғәҙәттәгесә ҡаланың көнбайыш өлөшөндә эшкә ашыҡҡан Көнсығыш Берлин халҡын хәрбиләштерелгән патрулдәр һәм милиционерҙар туҡтата һәм үткәрелмәй. 15 авгусҡа бөтә көнбайыш зонаһы сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алына, һәм диуар һалына башлай. Шул уҡ көндө Берлин метроһының дүрт линияһы — U-Bahn — һәм ҡаланың ҡайһы бер тимер юлдары линиялары — S-Bahn (ҡала айырылмаған осорҙа һәр берлинлы ҡала буйлап иркен йөрөй ала ине) ябыла. U6 метро линияһында ете станция һәм U8 линияһында һигеҙ станция ябыла. Көнбайыш секторҙың бер өлөшөнән көнсығыш секторы аша сыҡҡанлыҡтан, көнбайыш метрополитен линияларын өҙмәҫкә, көнсығыш секторҙағы станцияларҙы ябырға ҡарар ителә. Фридрихштрассе (вокзал) станцияһы ғына ҡалдырыла, һәм унда контроль-үткәреү пункты ойошторола. U2 линияһы көнбайыш һәм көнсығыш яртыһына (Тельманплац станцияһынан һуң) өҙөлә. Сик буйындағы зонала урынлашҡанлыҡтан, Потсдам майҙаны ла ябыла.

Буласаҡ сиккә яҡын урынлашҡан биналарҙа һәм торлаҡ йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙең күбеһе күсерелә. Көнбайыш Берлинға сыҡҡан тәҙрәләр кирбес менән ҡаплана, һуңынан яңынан тергеҙеү (реконструкция) барышында бина диуарҙары бөтөнләй һүтеп алына. Бөтәһе 193 урам, 8 трамвай линияһы ябыла. Телефон линиялары өҙөлә. Һыу үткәргес һәм канализация ғына тулы ҡеүәтенә яба алмаған, шуға күрә уларҙың системалары ҡеүәтле ҡорос рәшәткәләр менән ҡаплана. Диуар кңтәреү тәүге айҙарҙа һалыу көнбайыш журналистарының иғтибарын йәлеп иткәнлектән, «Штази» хеҙмәткәрҙәре, кино һәм фотокамераларға төшөрөүгә ҡамасаулау өсөн, ҙур көҙгөләр һәм ҡояш сағылышы ярҙамында объективтарға яҡтылыҡ йүнәлткән. Һуңғараҡ диуар бейеклеге арттырылған, ҡаланың көнбайыш өлөшөндә ҙур булмаған вышкалар ҡуйылған, теләгәндәр уларға күтәрелеп, бинокль аша, Көнсығыш Берлин тормошон күҙәтә алған.

 
Көнсығыш Берлиндең диуарға килеп терәлгән урамдарының береһе

Диуарҙы төҙөү һәм яңынан йыһазландырыу 1962—1975 йылдарҙа ла дауам иткән. Башта ул бетон плиталарҙан йәки кирбестән яһалған, сәнскеле тимер сыбыҡ үткәрелгән кронштейндар ҡуйылған, тәүге әҙер ҡайһы бер урындарҙа ул түшәлгән урам өҫтөнә һалынған Бруно спираленән ғибәрәт булған, һәм ҡайһы бер ҡасып сығыусылар, шул иҫәптән Милли Халыҡ Армияһы һалдаты Конрад Шуман да, файҙалана алған. Хәрбиҙәр йәки халыҡ милицияһы постары ғына ҡамасаулаған. Шуға күрә ГДР-ҙа 60-сы йылдар уртаһынан алып ҡатмарлыраҡ ҡоролмалар тураһында уйлана башлағандар. 1975 йылға диуар Grenzmauer-75 атамалы (75 йыл өлгөһөндәге сик буйы стенаһы) диуар, ҡатмарлы инженер-техник ҡоролмаға әүерелеп, үҙенең ахырғы төҫөн ала.

 
Стеналар араһында махсус зона өлгөһө. Һулда — Көнсығыш Берлин, уңда — Көнбайыш Берлин

Диуар өҫкө өлөшөндә бөтөнләй үтә алмаҫлыҡ цилиндр кәртәләр ҡуйылған 3,60 метр бейеклектәге бетон сегменттарҙан торған. Кәрәк булған осраҡта диуарҙы үргә үҫтерергә мөмкин була. Диуарҙан тыш, яңы ҡарауыл башнялары, сик һаҡсылары (пограничник) өсөн ҡаралтылар төҙөлә, урамды яҡтыртыу саралары арттырыла, ҡатмарлы ҡаршылыҡтар системаһы булдырыла. Һәр 200 метр һайын сик һаҡсылары постары урынлаштырыла. Көнсығыш Берлин яғынан диуар оҙонлоғо буйынса, «Туҡта! Сик буйы зонаһы. Сығыу тыйыла» тип яҙылған иҫкәртеү табличкалары эленгән тыйылған зона була. Граждандарҙың был зонаға сығыуы ҡәтғи рәүештә тыйылған була. Артабан — Көнсығыш Берлинды айырыусы диуар, стенанан һуң — тауышһыҙ сигнализация менән йыһазландырылған сәнскеле тимер селтәр. Уның ярҙамында сик боҙоусы тураһында яҡындағы һаҡ башняһында торған пограничник иҫкәртелгән. Металл селтәрҙән һуң автотранспортта килгән сик боҙоусыны тотҡарлау өсөн «Сталин газоны» тип аталған металл сәнске-сөйҙәр ҡаплап алған танкыға ҡаршы "терпе"ләр йәки һыҙат килгән. Артабан барьерҙарҙың торошон күҙәтеүсе сик һаҡсылары һәм техникаһының моторлаштырылған патрулдәре йөрөй торған юл. Юлдан һуң сик боҙоусыларҙың эҙҙәрен табыу өсөн йәйелгән һәм даими тигеҙләп торолған киң ҡом һыҙат, артабан юғарыла һүрәтләнгән Көнбайыш Берлинды айырып торған диуар, диуарҙың ҡайһы бер ерендә, кәрәк саҡта сик һаҡсылары стенаның тышҡы яғы торошон тикшерә алһын өсөн, артыҡ беленеп тормаған һәм еткерә ябылған ишектәр булған. Ҡайһы бер урындарҙа стена сегменттарының каркасы булмай, Варшава Килешеүе Ойошмаһы ғәскәрҙәре Көнбайыш Берлинға баҫып инә ҡалһа, диуарҙы танкылар ярҙамында тиҙ арала емереүҙе кңҙ аллап шулай эшләнгән[7].

ГДР рәсми пропагандаһында стена Германия һәм Америка провокаторҙарынан ГДР граждандарын яҡлауға тейеш булған «антифашистик оборона валы» тип аталыуына ҡарамаҫтан, барьерҙар һәм тотҡарлауҙар тап Көнсығыш Берлин халҡы диуарҙы ашаҡлап, ҡаланың көнбайыш өлөшөнә эләгә алмаҫлыҡ булһын тип эшләнгән. Улай ғына ла түгел, сик һаҡсыларының үҙҙәренә лә тулы ышаныс булмаған. Мәҫәлән, үҙ-ара һүҙ ҡуйышып кемделер ҡасырыуҙы ойоштора алмау маҡсаты менән, һәр сик һаҡсыһы кем менән сменала ҡалырға икәнен иң ахырҙа ғына белгән. Стеналарҙы һаҡлауға ышаныслы хәрби хеҙмәткәрҙәр генә алынған, уларҙың күптәре «Штази» ойошмаһының штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре һәм мәғлүмәт еткереүселәре булған. Буйһонмау йәки ҡаршы тороу осрағында сик боҙоусыға ҡарата ут асырға рөхсәт ителгән.

80-се йылдар аҙағына яҡыныраҡ шулай уҡ видеокамералар, хәрәкәт датчиктары һәм хатта дистанцион идара итеү системалы ҡоралдар урынлаштырыу планлаштырылған.

Йәмәғәт һәм автомобиль транспорты

үҙгәртергә
 
Сик буйы зонаһын йөрөп контролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән Trabant Kübel автомобиле. 1990 йыл

Диуар ҡороу буйынса эштәр башланыу менән, элек Көнбайыш Берлинды Көнсығыш Берлин секторы менән тоташтырған байтаҡ транспорт системалары һәм коридорҙары ябыла. Улар араһында ике ғәмәлдәге автономлы системаға бүленгән ҡала метрополитены (U-bahn) ла бар. Ҡаланың ун алты метро станцияһы эшен туҡтата һәм киләһе өс тиҫтә йылға ябыла — (Берлиндең ҡарасҡы метро станциялары исемлеге — Ghost_station#List_of_all_Berlin_ghost_stations. Уларҙың ун икеһе Көнсығыш секторҙа транзит булып китә, улар аша, туҡтап тормайынса, Көнбайыш секторҙан поездар үткән. Ҡала метроһы линияларының күбеһе көнбайышта ҡала[8]. Берлин ҡала электричкалары системаһы (S-bahn) ла айырылған, һәм юл линияларының күпселек өлөшө көнсығышҡа ҡалған[8]. Стена буйында бер нисә трамвай линияһы ябылған, трамвай системаһы ла айырылған. 60-сы йылдар аҙағында Көнбайыш Берлинда трамвай бөтөрөлә һәм Көнсығыш секторҙа ғына ҡала[8].

Көнсығыш секторына күреү өсөн (мәҫәлән, автобустарҙа көнбайыш туристары) сик буйы контроль-үткәреү пункттары төҙөлә, һәм уларҙы ГДР пограничниктары контролдә тота. Бында, бер нисә тапҡыр ҡасҡындарҙы, ҡайһы бер осраҡта уңышлы ғына, автотранспорт сараһында йәшертеп сығарыу осраҡтары булғанлыҡтан, бигерәк тә Көнсығыш Берлиндан сығыр алдынан, ентекле тикшереү үткәрелгән.

 
1980

Берлиндың йәмәғәт транспорты 1990 йылға тиклем айырылған көйө ҡалған, ә ысынында иһә, берҙәм транспорт инфраструктураһын тергеҙеүгә тағы ла бер нисә йыл талап ителгән.

Сик аша сығыу

үҙгәртергә

ГДР-ҙан ҡасыу осраҡтары иң билдәле юлдары: 28 кеше үҙҙәре ҡаҙған 145 метр оҙонлоҡтағы тоннель аша ҡасҡан, дельтапланда, нейлон фрагменттарынан һауа шарында, күрше йорттарҙың тәҙрәләре араһында ташланып тоташтырылған бау буйлап, диуарҙы бульдозер менән емереп.
1961 йылдың 13 авгусынан 1989 йылдың 9 ноябренә тиклем Көнбайыш Берлинға йәки ГФР-ға 5075 уңышлы ҡасып сығыу, шул иҫәптән 574 дезертирлыҡ юлы менән яһалғаны билдәле[9].

Аҡса түләп сикте сығыу

үҙгәртергә

Һалҡын һуғыш йылдарында ГДР-ҙа граждандарҙы Көнбайышҡа аҡсаға сығарыу практикаһы булған[10]. Бындай операциялар менән ГДР адвокаты Вольфганг Фогель шөғөлләнгән. 1964 йылдан 1989 йылға тиклем ул дөйөм алғанда 215 мең көнсығыш немецының һәм көнсығыш Германия төрмәләренән 34 мең сәйәси тотҡондоң сикте үтеүен ойошторған. Көнбайыш Германия уларҙы азат итеү өсөн 3,5 миллиард немец маркаһы (2,7 миллиард АҠШ доллар) тотонған[10].

Ҡасыуҙар һәм ҡорбандар

үҙгәртергә

ГДР хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, Берлин диуарын аша сығырға маташҡанда 125 кеше һәләк булған[11].

2007 йылдың 12 авгусында «Би-Би-Си» ГДР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығы («Штази») архивтарында 1973 йылдың 1 октябрендә билдәләнгән, балаларҙы ла индереп, бөтә ҡасаҡтарға ла ут асырға тигән яҙма бойороҡ табылыуы тураһында хәбәр итте[12]. Хәҙерге герман тарихнамәһендә бындай тәжрибә Schießbefehl тип аталды. «Би-Би-Си» мәғлүмәте буйынса, ҡасырға маташҡанда 1245 кеше үлтерелә[13]. Башҡа баһалар буйынса, Берлин диуары аша сығырға маташҡанда, 1961 йылдың 13 авгусынан 1989 йылдың 9 ноябренә тиклем 645 кеше һәләк була[14]. Әммә 2006 йылға ҡарата документтарға таянып, диуарҙы аша сығырға маташыуы арҡаһында, 125 кеше һәләк булыуы раҫланған[15]. ГДР-ҙың 8 сик буйы һаҡсылары сик боҙоусылар һәм Көнбайыш Берлин территорияһынан атыусылар тарафынан үлтерелә[3].

 
Диуар ҡорбандары мемориалы. 1982 йылғы фото

Германия Федераль Хөкүмәтенең үтенесе буйынса Берлин стенаһы ҡорбандарын иҫәпләү менән шөғөлләнгән Потсдам тикшеренеү үҙәге 2006 йылға, стенаны аша сығырға маташыу һөҙөмтәһендә, 125 кешенең һәләк булыуын документаль рәүештә раҫланы[15][11]. 2017 йылға документтар буйынса раҫланған ҡорбандар һаны 140-ҡа еткән.[16]

Ҙур Рәсәй энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, сикте аша сығырға маташҡанда 192 кеше, шул иҫәптән ГДР-ҙың 8 сик буйы һаҡсылары (улар Көнбайыш Берлин биләмәһенән асылғпн уттан) һәләк була, 200-гә яҡын кеше яралана, 3 меңдән ашыуы ҡулға алына[3]. 1961 йылдың 24 авгусында Көнсығыш Берлиндан Гумбольдт гаваны тирәһендә сик-стена аша сығыррға маташҡан 24 йәшлек Гюнтер Литфин тәүгеләрҙән булып атып үлтерелә[17]. 1961 йылдың 9 ноябрендә ГДР-ҙан килгән ҡасҡындарға үҙе теләп ярҙам итеүсе Австрия студенты Дитер Вольфарт үлемесле йәрәхәтләнеп, сик буйында һәләк була. 1962 йылдың 17 авгусында, Фридрихштрассе контроль-үтекәреү пунктында сик аша сығырға маташҡан Петер Фехтер, ГДР пограничниктары ут асҡандан һуң, ҡан юғалтыуҙан һәләк була. 1964 йылдың 5 октябрендә 57 кешенән торған ҙур төркөмдө тоторға маташҡанда сик һаҡсыһы Эгон Шульц һәләк була, уның исеме ГДР-ҙа культ дәрәжәһенә күтәрелә (һуңынан баҫылып сыҡҡан документтарға ярашлы, уны хеҙмәттәштәре яңылыш атып үлтергән булып сыға)[18]. 1966 йылда ГДР-ҙың сик һаҡсыларының 40 тапҡыр атыуынан ике бала (10 һәм 13 йәшлек) һәләк була[19]. Һуңғы ҡорбан — Крис Геффрой, ул 1989 йылдың 6 февралендә сик аша законһыҙ үтергә маташҡанда үлтерелә.

Берлин стенаһын кире йүнәлештә, Көнбайыш Берлин яғынан Көнсығыш диуар аша күсергә тырышҡан кешеләрҙе «һикереүселәр» тип атағандар, һәм улар араһында ла, инструкция буйынса, ГДР-ҙың сиген сыҡҡан өсөн пограничниктар атыу ҡоралы ҡулланмаһа ла, ҡорбандар булған.

Берлин диуарын йәшерен аша сығырға маташҡаны өсөн, ГДР енәйәт кодексында 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тотҡан статья була.

«Горбачёв әфәнде, емерегеҙ был диуарҙы!»

үҙгәртергә
 
Рональд Рейган Берлин диуары янында сығыш яһай, 1987 йылдың июне

1987 йылдың 12 июнендә АҠШ Президенты Рональд Рейган, Берлиндың 750 йыллығы уңайынан Бранденбург ҡапҡаһы янында телмәр әйтеп, КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары Михаил Горбачёвты, совет етәкселегенең үҙгәрештәргә ынтылышын символлаштырып, Стенаны юҡ итергә саҡырҙы:

  Беҙ Мәскәүҙең реформалар һәм асыҡлыҡҡа ынтылған яңы сәйәсәте тураһында ишетәбеҙ. Ҡайһы бер сәйәси тотҡондар азат ителде. Ҡайһылыр сит ил яңылыҡтары башҡаса туҡтатылмай. Ҡайһы бер иҡтисади предприятиеларға дәүләт контроленән азат булып эшләргә рөхсәт иткәндәр.

Был — совет дәүләтендә тәрән үҙгәрештәрҙең башымы? Әллә был Көнбайышта ялған өмөттәр тыуҙырырға һәм, үҙгәртмәйенсә, совет системаһын көсәйтергә тейешле символик ишарамы? Үҙгәртеп ҡороуҙы һәм асыҡлыҡты хуплайбыҙ, сөнки беҙ азатлыҡ һәм хәүефһеҙлек йәнәш атлар тип уйлайбыҙ, кеше азатлығының алға китеше бар донъяла тыныслыҡ ҡына килтереүе мөмкин. Советтарҙың ҡулынан килерлек азатлыҡ һәм тыныслыҡ символы булырлыҡ бер генә хатаһыҙ юл бар.

Әгәр һеҙ Советтар Союзы һәм Көнсығыш Европа өсөн сәскә атыу эҙләһәгеҙ, һеҙ либералләштереү эҙләһәгеҙ: бында килегеҙ! Горбачёв әфәнде, асығыҙ был ҡапҡаны! Горбачёв әфәнде, был стенаны емерегеҙ![20]

 

Диуарҙың ҡолатылыуы

үҙгәртергә
 
Бранденбург ҡапҡаһы фонында уның өҫтөнә немецтар менеп баҫҡан Стена
 
Диуарҙың Бранденбург ҡапҡалары янындағы секцияһын һүтеү, 1989 йылдың 21 декабре

1989 йылдың майында Советтар Союзында үҙгәртеп ҡороу йоғонтоһо аҫтында ГДР-ҙың Варшава Килешеү Ойошмаһы буйынса партнёры — Венгрия Халыҡ Республикаһы — үҙенең көнбайыш күршеһе Австрия сигендә нығытмаларҙы юҡ иткәнен белһә лә, ГДР етәкселеге уның өлгөһөнә эйәрергә йыйынмай. Әммә ул бик тиҙ үҫә башлаған ваҡиғаларға контролде юғалтты. ГДР-ҙың меңдәрсә гражданы, Көнбайыш Германияға эләгергә өмөтләнеп, башҡа көнсығыш Европа илдәренә ағылды. 1989 йылдың авгусында уҡ ГФР-ҙың Берлиндағы, Будапештағы һәм Прагалағы дипломатик вәкиллектәре, ГДР халҡының көнбайыш Германия дәүләтенә үтергә тырышыуы сәбәпле, халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатырға мәжбүр була. Йөҙләгән көнсығыш немецтары Венгрия аша Көнбайышҡа ҡаса. 1989 йылдың 11 сентябрендә Венгрия хөкүмәте сиктәрҙе тулыһынса асыу тураһында иғлан иткәндән һуң, Берлин диуары әһәмиәтен юғалта: өс көн эсендә Венгрия аша ГДР-ҙан 15 мең кеше китә. Гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иректәрен талап итеп, ил эсендә күмәк демонстрациялар башлана.

Күмәк халыҡтың протесттар һөҙөмтәһендә СЕПГ етәкселеге отставкаға китә: 1989 йылдың 18 октябрендә СЕПГ-ның беренсе секретары — Эрих Хонеккер, 7 ноябрҙә — Вилли Штоф, 13 ноябрҙә — Хорст Зиндерман, 1989 йылдың 3 декабрендә төшөрөлгән СЕПГ Үҙәк Комитеты генераль секретары һәм ГДР Дәүләт советы рәйесе Эрих Хонеккерҙы алмаштырған Эгон Кренц отставкаға китә. СЕПГ рәйесе — Грегор Гизи, ГДР-ҙың Дәүләт советы рәйесе — Манфред Герлах, Министрҙар Советы рәйесе — Ханс Модров.

4 ноябрҙә Берлинда властар менән килешелгән һүҙ иркен һәм йыйылыштар иркен үтәү талаптары менән митинг уҙа. 1989 йылдың 9 ноябрендә 17:00 сәғәттә ГДР теледениеһы: Көнбайыш Берлинға сығыу асыла тип хәбәр итә. Көнсығыш Берлиндан 20 меңгә яҡын кеше диуарға йүнәлә, ә был ваҡытта ҡаршы яҡта бульдозерҙар, тракторҙар һәм экскаваторҙар блоклы конструкцияларҙы емерә.

1989 йылдың 9 ноябрендә 19 сәғәт 34 минутта, телевидение буйынса матбуғат конференцияһында сығыш яһап, ГДР хөкүмәте вәкиле Гюнтер Шабовски илдән килеү һәм сығыуҙың яңы ҡағиҙәләрен иғлан итә. Ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, ГДР граждандарына тиҙ арала Көнбайыш Берлинға һәм ГФР-ға барып ҡайтыу өсөн виза алыу мөмкинлеге иғлан ителә. Билдәләнгән ваҡытты көтмәйенсә, йөҙәр мең көнсығыш немецы 9 ноябрҙә кисен сик яғына йүнәлә. Сик буйы һаҡсылары тәүҙә, һыу атҡыстар файҙаланып, халыҡ төркөмөн ҡыҫырыҡлап сығарырға маташа, ләкин һуңынан сикте аса. Көнсығыштан килгән кешеләрҙе ҡаршы алырға Көнбайыш Берлиндың меңләгән кешеһе сыға. Халыҡ байрамы, бәхетте һәм ҡәрҙәшлекте тойоу бөтә дәүләт кәртәләрен һәм ҡаршылыҡтарҙы йыуҙырып, бик күптәрҙең хәтерендә ҡала. Көнбайыш Берлинлылар ҡаланың көнсығыш өлөшөнә үтеп инә башлай.

…Прожекторҙар, этеш-төртөш, ныҡ ҡыуаныу. Бер төркөм кешеләр тәүге рәшәткә кәртәгә тиклем сик аша үтеү коридорына бәреп инә. Улар артынса - ҡаушап ҡалған биш пограничник, - тип иҫенә төшөрҙө Көнбайыш Берлиндан Мария Майстер. — Күмәк халыҡ уратып алған ҡарауыл вышкаларынан аҫҡа һалдаттар ҡарай. Йәйәүлеләр төркөмөнә уңайһыҙланып яҡынлашҡан һәр «Трабант»ҡа алҡыштар… Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ беҙҙе алға ҡыуа, ләкин ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булыуы ихтимал, тигән ҡурҡыу ҙа бар. ГДР-ҙың сик һаҡсылары, улар уғата һаҡлаған сик хәҙер боҙолоуын аңлаймы?… Беҙ ары китәбеҙ… Аяҡтар атлай, аң һаҡ булырға ҡуша. Юл сатына еткәндән һуң ғына йомшарыу һиҙелә… Беҙ Көнсығыш Берлинда, кешеләр бер-береһенә телефонға тәңкәләр менән ярҙам итә. Йөҙҙәр көлә, тел тыңлаиай: аҡылдан шашыу, аҡылдан шашыу. Яҡтылыҡ таблоһы ваҡыт күрһәтә: 0 сәғәт 55 минут, 6 градус йылы.

— 1989 йылдың 9 ноябренән 10 ноябргә ҡаршы төн. («Volkszeitung», 1989, 17 november. № 47).

Алдағы өс көндә Көнбайышҡа 3 миллиондан ашыу кеше инә. 1989 йылдың 22 декабрендә, уның аша Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин араһында үткән сикте билдәләгән Бранденбург ҡапҡаһы асыла Берлин диуары, яҡын үткәндең символы кеүек, әлегә тора. Ул емерелә, күп һанлы граффити, һүрәттәр һәм яҙыуҙар менән биҙәлә, яр буйын һәм ҡалаға килеүселәр ҡеүәтле ҡоролманан ватылған бер өлөшөн иҫтәлеккә алып китергә тырыша. 1990 йылдың октябрендә элекке ГДР-ҙың ерҙәренең ФРГ-ға күсеүе иҫтәлеге итеп алына Берлин стенаһы бер нисә ай эсендә һүтелә. Уның бәләкәй генә өлөштәрен киләһе быуындар өсөн ҡомартҡы итеп һаҡларға ҡарар ителә.

«Берлин диуары» мемориаль комплексы

үҙгәртергә

2010 йылдың 21 майында Берлинда Берлин диуарына арналған ҙур мемориаль комплекстың беренсе өлөшөн асыу тантанаһы үтте. Был өлөшө «Хәтер тәҙрәһе» тип атала. Беренсе өлөшө Бернауэр-штрассе урамында йәшәгән немецтар йорттарының тәҙрәләренән (һуңынан тәҙрәләр кирбес менән ҡапланған) һикереп, шулай уҡ Берлиндың көнсығыш өлөшөнән көнбайышҡа күсергә маташҡанда һәләк булыусыларға арналған. Бер тоннаға яҡын ауырлыҡтағы һәйкәл тутлы ҡоростан эшләнгән, унда бер нисә рәткә һәләк булғандарҙың ҡара-аҡ фотолары урынлаштырылған. Асыу тантанаһында Берлиндың бургомистры Клаус Воверайт (СДПГ партияһына инә) һәм мәҙәниәт һәм коммуникациялар буйынса федераль хөкүмәт вәкиле Бернд Нойман (ХДС партияһына инә) ҡатнашты.

Дүрт гектарҙы биләгән «Берлин диуары» комплексы 2012 йылда тулыһынса тамамланған. Берлин Сенаты — ер хөкүмәте аналогы — төҙөлөшкә 28 миллион евро инвестиция һалған.

Мемориал Бернауэр-штрасс урамында урынлашҡан, уның буйынса ГДР менән Көнбайыш Берлин араһында сик үткән (биналар көнсығыш секторҙа, ә уның эргәһендәге тротуар көнбайыш биләмәлә урынлашҡан).

 
2015

«Берлин диуары» мемориаль комплексының бер өлөшө — 1985 йылда шартлатылған Татыулыҡ Берлин сиркәүе уоынында 2000 йылда төҙөлгән сиркәү нигеҙендә төҙөлгән часовня[21]. Бернауэр штрассалағы мемориал төҙөү инициаторы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы Манфред Фишер була, уны «Берлин диуарының пасторы» тип тә атайҙар[22].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
 
Врубель Дмитрий Владимирович. Берлин диуарында: «Хоҙайым! Ошо гонаһлы мөхәббәттән иҫән ҡалырға ярҙам ит»
 
Берлин диуарына төшөрөлгән граффитиҙың береһе — «Trabant», ГДР символы. East Side Gallery

Һынлы сәнғәт һәм архитектура

үҙгәртергә

Әгәр стенаның «көнсығыш» яғынан уға яҡын барырға ярамаған булһа, Көнбайышта ул күп һанлы рәссамдарҙың — профессиональ һәм һәүәҫкәрҙәрҙең ижады өсөн майҙансығына әүерелде. 1989 йылға ул күп саҡрымлы граффити, шул иҫәптән бик юғары дәрәжәле күргәҙмәгә әүерелә. Диуарҙы емергәндән һуң уның фрагменттары тиҙ арала сауҙа объектына әйләнә. Диуарҙың күп кенә фрагменттары Америка Ҡушма Штаттарына, мәҫәлән, Microsoft корпорацияһы офисында, Лэнглиҙағы ЦРУ-ның штаб-фатирында, Рональд Рейган музейы янында, Фатима ҡалаһында һәм башҡаларҙа ҡуйылған[23]. 2009 йылда ГФР, диуарҙың емерелеүенә 20 йыл тулыуҙы байрам итеү сиктәрендә Киев ҡалаһындағы немец илселеге алдына ҡуйыу өсөн Берлин диуарының бер фрагментын һатып ала. Мәскәүҙә стеналарҙың фрагменттары Сахаров үҙәге скверында[24] һәм Германия Федератив Республикаһының илселеге ҡарамағындағы Ф. П. Гааза исемендәге немец мәктәбе ихатаһында урынлаштырылған[25].

The Wall: Live in Berlin концерты

үҙгәртергә

1990 йылдың 21 июлендә Потсдам майҙаны менән Бранденбург ҡапҡаһы араһындағы ер участкаһында (элекке Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлинды айырып торған нейтраль биләмә булған) 200 меңлек аудитория ҡатнашлығында уның төп авторы Роджер Уотерос ойошторған Pink Floyd төркөмөнөң легендар The Wall рок-операһын The Wall: Live in Berlin концерт башҡарыуы күрһәтелде. Концерт дауамында сәхнәлә 160 метрҙан ашыу киңлектәге һәм 25 метр самаһы бейеклектәге «диуар» сәхнәләштерелде, һәм ул ахырҙа нигеҙенә тиклем емерелә.

 
1990 йылдың 21 июлендә The Wall: Live in Berlin концерты

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • «Чарли» контроль-үткәреү пункты янында танктарға ҡаршы тороу
  • Александерплацта демонстрация
  • Шуман Конрад
  • Германияның берләшеүе (1990)
  • East Side Gallery
 
Мәскәүҙә Берлин стенаһының (Германия Федератив Республикаһы илселеге ҡарамағындағы мәктәп янында) үҙенсәлекле фрагменты

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «БЕРЛИ́НСКАЯ СТЕНА́ 2019 йыл 15 февраль архивланған.» Большая Российская энциклопедия. Том 3. стр. 382. Москва. Научное издательство «Большая Российская энциклопедия». 2005 г. ISBN 5-85270-331-1 Дополнительный ISBN 5-85270-320-6
  2. Die Zeit: История Позорной стены (нем.). Дата обращения: 29 октябрь 2014. Архивировано 29 октябрь 2014 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Большая Российская энциклопедия. Том 3. стр. 383. Москва. Научное издательство «Большая Российская энциклопедия». 2005 г. ISBN 5-85270-331-1 Дополнительный ISBN 5-85270-320-6
  4. Большая Российская энциклопедия. Том 3. стр. 382—383. Москва. Научное издательство «Большая Российская энциклопедия». 2005 г. ISBN 5-85270-331-1 Дополнительный ISBN 5-85270-320-6
  5. БЕРЛИНСКАЯ СТЕНА | Энциклопедия Кругосвет. www.krugosvet.ru. Дата обращения: 24 октябрь 2017. Архивировано 24 октябрь 2017 года.
  6. Раздел Берлина и история возникновения Берлинской стены  (рус.), РИА Новости (20130624T0910+0400Z). 24 октябрь 2017 тикшерелгән.
  7. Алексей Колесниченко В плену стены // Дилетант. — 2019. — № 11. — С. 56—57.
  8. 8,0 8,1 8,2 Общественная география: многообразие и единство / Под ред. А. С. Фетисова, И. С. Ивановой, И. М. Кузиной. — М.–Смоленск: Ойкумена, 2011. — С. 241—242. — (Вопросы экономической и политической географии зарубежных стран). — ISBN ISBN 5–93520–072–4, ББК 65.5. Архивировано 3 октябрь 2021 года.
  9. NOZ[de] vom 13. August 2009, Seite 3. (нем.)
  10. 10,0 10,1 БиБиСи: Умер посредник «штази» по обменам шпионов. Дата обращения: 24 август 2008. Архивировано 13 декабрь 2009 года.
  11. 11,0 11,1 Researchers Confirm 125 Berlin Wall Deaths | Germany | Deutsche Welle | 09.08.2006. Дата обращения: 13 октябрь 2007. Архивировано 15 сентябрь 2008 года.
  12. "Обнаружены доказательства расстрелов у Берлинской стены. Дата обращения: 13 октябрь 2007. Архивировано 1 февраль 2008 года.
  13. ББС(12 августа 2007): Приказ «Штази»: стрелять по перебежчикам. Дата обращения: 23 август 2008. Архивировано 13 декабрь 2009 года.
  14. Горбачев: немцы и русские пошли навстречу друг другу 2011 йыл 10 февраль архивланған. — Вести. Ру
  15. 15,0 15,1 Немцы поминают погибших возле Берлинской стены 2007 йыл 15 июль архивланған. / Подробности
  16. Todesopfer an der Berliner Mauer (нем.). Chronik der Mauer. Дата обращения: 10 февраль 2018. Архивировано 6 октябрь 2019 года.
  17. Chronik der Mauer — Bau und Fall der Berliner Mauer | Opfer der Mauer. Дата обращения: 5 май 2009. Архивировано 28 апрель 2009 года.
  18. Presseportal: ZDF — ZDF-Programmhinweis / Donnerstag, 30. September 2004, 0.50 Uhr, Heldentod — Der Tunnel und die Lüge. Дата обращения: 14 апрель 2008. Архивировано из оригинала 19 ноябрь 2009 года.
  19. Chronik der Mauer — Bau und Fall der Berliner Mauer | Opfer der Mauer. Дата обращения: 30 сентябрь 2008. Архивировано 20 ноябрь 2009 года.
  20. Речь Рейгана 12 июня 1987 г. в Западном Берлине (перевод). Дата обращения: 17 ноябрь 2009. Архивировано 8 декабрь 2009 года.
  21. Андрей Горохов. Взорванная Церковь Примирения - символ раскола Германии. // dw.de. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  22. Wowereit überreicht Pfarrer Manfred Fischer Bundesverdienstkreuz - Bildtermin. // berlin.de. Дата обращения: 3 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года. (нем.)
  23. BBC News // Обломки Берлинской стены в городах мира [1] 2020 йыл 1 октябрь архивланған.
  24. Региональная общественная организация «Общественная комиссия по сохранению наследия академика Сахарова» (Сахаровский центр) // «Подлинный фрагмент Берлинской стены в Москве» [2] 2019 йыл 28 декабрь архивланған.
  25. Where are the historical remains of the Berlin Wall? // The Star Online, 2019 [3] 2019 йыл 27 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Документаль фильмдар

Ҡалып:Холодная война Ҡалып:Границы ГДР Ҡалып:Осень народов