Берингия (милли парк)
«Берингия» — Рәсәй Федерацияһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт территорияһын үҙ эсенә алған милли парк — федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Чукот автономиялы округының Провидения, Чукот һәм Иультин райондарында урынлашҡан.
«Берингия» милли паркы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1819454 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1993 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
64°22′00″ с. ш. 173°18′00″ з. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Чукот автомиялы округы |
Районы | Провидение районв, Чукот районы |
Яҡындағы ҡала | Анадырь |
park-beringia.ru | |
Берингия Викимилектә |
Парк 1990 йылдың июнендә СССР президенты Михаил Горбачев һәм АҠШ президенты Джордж Герберт Уокер Буш араһында булған килешеү һөҙөмтәһендә ойошторола. Был килешеү буйынса Беринг боғаҙы тирәһендә совет-америка халыҡ-ара паркты ойоштороу ҡарала[1]. Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ-ара союзының Генераль Ассамблеяһы (100-ән ашыу дәүләт вәкилдәре составында) Беринг боғаҙы төбәгенең донъя кимәлен мираҫындағы махсус статусын таный.
Тарихы
үҙгәртергә1997 йылдың 27 ғинуарындағы Чукот автономиялы округының «О создании на территории Чукотского автономного округа в Провиденском и Чукотском районах природно-этнического парка „Берингия“ (Российская часть)» ҡарарына ярашлы Провидения һәм Чукот райондары биләмәләрендә «Берингия» тәбиғи-этник парк төҙөлә[2]. 20 йыл үткәс парктың территорияһы киңәйтелә һәм 2013 йылдың 17 ғинуарында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев ҡарарына ярашлы уның статусы күтәрелә һәм «Берингия» милли паркы ойошторола[3]. Был ҡарар буйынса парк Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағына бирелә.
«Берингия» милли паркы федераль дәүләт бюджет учреждениеһының ойошторолоу датаһы тип 2013 йылдың 10 июнендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 947-р һанлы ҡарарын сығарыу тип иҫәпләргә мөмкин. 2013 йылдың авгусында парктың уставы ҡабул ителә һәм учреждение Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағына күсерелә.
Парк составы
үҙгәртергәПарк составына дөйөм майҙаны яҡынса 1,8 миллион гектар булған биш кластер участкаһы керә, шуларҙың өсөһе — Чегитун, Дежнев һәм Мечигмен кластерҙары уртаҡ сиктәргә эйә, ә Колючин кластерына төньяҡтараҡ урынлашҡан Колючин утрауы инә, Провидения кластерына Йөҙйыллыҡ һәм Чукот морондары яр буйында, Нунэанган утрауы индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Программа «Общее наследие Берингии»
- Государственное учреждение природно-этнический парк «Берингия» 2016 йыл 25 апрель архивланған.
- Федеральная система ООПТ
- ГУ ПЭП «БЕРИНГИЯ» 2016 йыл 23 апрель архивланған.
- Что такое Берингия?
- Программа «Общее наследие Берингии» Информационное заявление на 2013 финансовый год
- История и хроники природного парка Берингия