Беләү (станция)
Беләү (рус. Блява) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһендәге Медногорск ҡала округының тораҡ пункты (тибы: станция).
Беләү | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Халыҡ һаны | 18 кеше (2010)[1] |
Географияһы
үҙгәртергәБеләү йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ғәмәлдә шул уҡ исемдәге Беләү ауылы менән тоташҡан. Станция Беләүтамаҡтан 38 км алыҫлыҡта ята.[2]
Тарихы
үҙгәртергәБеләү ауылына 1890 йылда Украинанан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. Станция иһә унан 2 саҡрымда 1915—1917 йылдарҙа төҙөлгән[3].
1929—1935 йылдарҙа Урта Волга крайы биләмәһенә инә.
Беләү станцияһы янында 1930 йылдарҙа тимер миҡдары 63 процентҡа тиклем еткән ҡыҙыл тимер мәғдәне ятҡылығы табылған.
1932 йылдың майынан ентеклерәк тикшеренеү башлана. Эҙләнеү эштәрен тау инженеры, әзербайжан белгесе Мәмәд Өсәд улы Мәмәдов етәкләй. 1932 йылдың ноябрендә анализдарҙың тәүге һөҙөмтәләре алына, рудала баҡыр (4 процентҡа тиклем), көкөрт (40 процентҡа тиклем), шулай уҡ алтын һәм көмөш булып сыға. 1932 йылдың декабрендә ятҡылыҡты асыу тураһында ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары Г. К. Орджоникидзеға хәбәр ителә. Үҙәк матбуғатта ҡыуаныс тулы мәҡәләләр донъя күрә, комбинат төҙөлөшө менән бәйле перспективалар тураһында һөйләнелә[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә: Ауылға ла, артабан станцияға ла атама Беләү йылғаһынан бирелгән. Йылға ярҙарында башҡорттар беләү таштары таба торған булған, һәм йылғаға ла шунан сығып исем биргәндәр. Һирәк-һаяҡ йылғаны, бигерәк тә башында, Беләүшә тип атап ҡуйғылайҙар[3].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[5] |
18 |
Инфраструктураһы
үҙгәртергәСтанцияға Көньяҡ-Урал тимер юлының элекке Беләү станцияһы юл хужалығы күскән.
Станциянан 2 км төньяҡ-көнбайышта төрлө легендаларға бай Яман Каса баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары урынлашҡан[6].[7]
Транспорт
үҙгәртергәСтанцияла тимер юл ғына түгел, автомобиль транспорты өсөн юлдар ҙа бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Стрельников С.М Кувандыкский край в географических названиях — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ поселок Ракитянка http://cbs.ucoz.ru/index/poselok_rakitjanka/0-128
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ [Зайков В. В. Сульфидная залежь Яман-Касы — древний и «черный курильщик» Уральского палеоокеана. — Геол.рудн.м-ний, 1995, т.37, с.511-529]
- ↑ Яман-Каса. Легендарное туристическое место
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994..