Белоновский Георгий Дмитриевич

Белоновский Георгий Дмитриевич (5 март 1875 йыл, Лубны, Полтава губернаһы, Рәсәй империяһы — 25 июль 1950 йыл, Ленинград, СССР) — СССР һәм Рәсәй микробиологы, эпидемиолог, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1929).

Белоновский Георгий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 март 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Лубны, Полтава губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 июль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Оло Охта зыяраты[d]
Һөнәр төрө эпидемиолог, микробиолог
Эшмәкәрлек төрө микробиология һәм эпидемиология[d]
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт дипломдан һуң белем биреү академияһы[d]
Уҡыу йорто Император медицина-хирургия академияһы
С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Сергей Сергеевич Боткин[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1875 йылдың 5 мартында Полтава губернаһы Лубныҙа тыуған[1].

1899 йылда Император медицина-хирургия академияһын тамамлай.

1902 йыл — «О влиянии специфической гемолитической сыворотки на искусственное и естественное малокровие» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1905 −1907 йылдарҙа — сит илдә, Париждың Пастер институтында И. И. Мечников лабораторияһында, Ю. Моргенрот һәм Э. Сальковски (Берлин) лабораторияһында, Э. Маральяно (Генуя), А. Райт (Лондон) лабораторияларында эшләй.

1907—1921 йылдар— Кронштадт Диңгеҙ госпиталенең лаборатория мөдире.

1908 йылдан алып — приват-доцент, ә 1917 йылдың мартынан алып — Бөйөк кенәз ҡатыны Елена Павловнаның Император клиник институтында бактериология кафедраһы мөдире, 1924 йылда институт яңы исем ала — Ленинград дәүләт табиптарҙы камиллаштырыу институты тип атала (ЛенГИДУВ).

1929 йыл — СССР ФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1936 йыл — институттың санитария-гигиена факультеты деканы.

1938 йылдың 14 август —микробиологтарҙың контрреволюцион диверсия-террор ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына; 1939 йылдың 19 ноябрендәге ҡарар буйынса ғәйепһеҙ тип таныла, ҡулға алыуҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм төрмәнән азат ителеп, институттың профессоры вазифаһына кире ҡайтарыла.

Бактериология һәм эпидемиология кафедраһын етәкләй (1938 йылдан алып — микробиология кафедраһы) һәм үҙенең вафатына тиклем унда эшләй.

1950 йылдың 25 июлендә вафат булған, Ленинградта Большеохтинский зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Эпидемиология, иммунитет проблемалары һәм медицина бактериологияһы өлкәһендә 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән чума ауырыуын эксперименталь тикшереү буйынса байтаҡ эштәрҙең авторы ла.

Төп эштәре химия-вакцина терапияһы мәсьәләләренә, күҙәнәктәр иммунитетын өйрәнеүгә арналған, скарлатинаға ҡаршы вирус-токсин пульверизацияһы юлы менән иммунлаштырыу ысулын тәҡдим иткән (1927).

Ул беренсе булып СССР-ҙа (В. А. Таранухин менән берлектә, 1918) грипп күсереүсе булып Пфейффер таяғы түгел, ә вирус тора тип асыш яһай.

Рәсәйҙә беренсе булып эс тифына ҡаршы прививкалар ҡулланыу тәжрибәһен яҙа, грипты таратыусы булып фильтлаша торған вирус тора тигән гипотезаны бирә, СССР-ҙа кальметтизация үткәреү (яңы тыуған балаларҙы туберкулезға ҡаршы вакцинациялау) идеяһының төп инициаторы була.

Эпидемиялар менән көрәштә ҡатнаша: зәңге (1899 йыл, Волга буйы), холера (1908—1910 йылдарҙа, Кронштадт), чума(1917 йыл, Трапезунд) һәм тиф ауырыуы (1918—1922 йылдарҙа, Одесса).

Наградалары

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1935)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Белоновский Георгий Дмитриевич (ИС АРАН). isaran.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2019.