Белов Григорий Дмитриевич

Белов Григорий Дмитриевич (18981979) — совет археологы һәм музей хеҙмәткәре.

Белов Григорий Дмитриевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1898
Вафат булған көнө 1979
Һөнәр төрө археолог, музейный работник
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән «Таврия Херсонес» монографияһы.[1]

Биографияһы

үҙгәртергә

Белов Григорий Дмитриевич 1898 йылдың 25 мартында (яңы стиль буйынса 7 апрель) Новгород губернаһы Череповецкий өйәҙендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1912 йылда училищены тамамлағас, Григорий Новгород уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә. Семинарияла уҡыуҙы тамамлағас, 1917 йылда тыуған яғында уҡытыусы булып эшләй башлай. Октябрь революцияһынан һуң уҡытыусы хеҙмәте менән бер үк ваҡытта халыҡ мәғарифы бүлегендә секретарь вазифаһында эшләй.[2]

1920 йылда белемен дауам итеү өсөн Ленинград дәүләт университетыны ижтимағи фәндәр факультетына уҡырға инә (хәҙерге Санкт-петербург дәүләт университеты). Университетта уҡыу йылдарфында ла мәктәптә уҡытыусы булып эшләүен дауам итә.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1924 йылда университетты тамамлағандан һуң, киләһе йылда Григорий Белов Херсонесс музейының фәнни хеҙмәткәре булып эшләй (хәҙерге Херсонес Таврический Музей-заповеднигы). Күп йылдар дауамында ул антик бүлек менән етәкселек итә һәм фәнни эш буенса музей директоры урынбаҫары булып эшләй, ә 1931-1933 йылдарҙа музей директоры була. Шул уҡ йылдарҙа ул тарихи темаларға үҙ хеҙмәттәрен яҙы башлай.[2]

1927 йылда Херсонеста археологтар конференцияһы яр буйы һыҙатында боронғо ҡала урынанда ҡаҙыу эштәрен башҡарыу тураһында ҡарар ҡабул итә, яр буйы тәбиғи көстәр йоғонтоһонда тиҙ емерелә башлаған була. Ҡаҙыныу эштәре Г. Д. Беловҡа тапшырыла, эштәр 1931 йылда башлана һәм унда Белов ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй. 1935 йылда херсонес базиликаһын асыу авторы ла була[3]

1938 йылда Григорий Дмитриевич Дәүләт Эрмитажының антик донья бүлегенең Греция һәм Рим бүлексәһенә мөдир булып эшкә күсә, артабан бүлектең төп һаҡлаусыһы була һәм 1951-1953 йылдарҙа - бөтә музейҙың төп һаҡлаусыһы була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Эрмитаж милкен ҡотҡарыуҙа, уларҙы эвакуация шарттарында һаҡлауҙа һәм һуғыш тамамланғандан һуң Эрмитажды торғоҙоуҙа ҡатнаша. Был осорҙа шулай уҡ Пергам алтары һәм танагр Терракота статуэткаларына бағышланған ҡайһы бер фәнни хеҙмәттәр яҙа. [2], [4] [5].

Белов Григорий Дмитриевич 1979 йылда вафат була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Херсонес Таврия

Һылтанмалар

үҙгәртергә
    • Пергамский алтарь 2019 йыл 24 апрель архивланған.
    • krimoved-library.ru/books/issledovaniya-hersonesa-hersona-raskopki-gipotezi-problemi153.html Белов Григорий Дмитриевич
    • arheologija.ru/pamyati-grigoriya-dmitrievicha-belova/ Памяти Григория Дмитриевича Белова