Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры

Беларусь Республикаһының Милли академия Ҙур опера һәм балет театры (бел. Нацыянальны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета Рэспублікі Беларусь) — Беларусь Республикаһында Минск ҡалаһында урынлашҡан берҙән-бер опера театры һәм иң ҙур театр.

Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры
Тармаҡ креативная экономика[d]
Нигеҙләү датаһы 25 май 1933
Рәсем
Рәсми атамаһы Беларускі дзяржаўны тэатр оперы і балета, Беларускі дзяржаўны Вялікі тэатр оперы і балета, Дзяржаўны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета БССР һәм Дзяржаўны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета Рэспублікі Беларусь
Менеджер/директор Гридюшко Владимир Павлович[d], Q106809747? һәм Дулова, Екатерина Николаевна[d]
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры[d], Минск, Беларусь
Арт-директор Елизарьев, Валентин Николаевич[d] һәм Изворска-Елизарьева, Маргарита Николовна[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Йылына инеүселәр һаны 247 200[1]
Адрес Площадь Парижской Коммуны
Рәсми сайт bolshoibelarus.by/rus/
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Персоналии:Большой театр оперы и балета Республики Беларусь[d]
Карта
 Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры Викимилектә

Театр бинаһы һуғышҡа тиклемге совет конструктивизмы өлгөһө булып тора (авторҙары — И. Г. Лангбард һәм Г. Лавров), милли әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы статусында.

Театрҙың опера һәм балет труппалары, симфоник оркестры, хоры, Балалар музыкаль театр-студияһы, «Белорусская Капелла» тигән ижади коллективы бар.

Театрҙа тамашалар башлыса төп нөсхә телендә, шулай уҡ илдең дәүләт телдәре булған белорус һәм урыҫ телдәрендә бара.

Белорус ССР-ының Дәүләт опера һәм балет театры Минскиҙа 19301933 йылдарҙа эшләгән Дәүләт опера һәм балет студияһы нигеҙендә 1933 йылдың 25 майында «Кармен» операһы менән асыла. Ул саҡта театрҙың үҙ бинаһы булмай, 1938 йылға тиклем уның бөтә спектаклдәре Белорус драма театры сәхнәһендә бара.

1934 йылда билдәле совет архитекторы И. Г. Лангбард проекты буйынса Минск опера театры бинаһы төҙөлә башлай[2]. 1938 йылдың 10 мартында театр асыла.

Тәүге йылдарҙа театр сәхнәһендә «Князь Игорь», «Евгений Онегин», «Пиковая дама» опералары, «Лебединое озеро» балеты һ. б. ҡуйыла.

19391940 йылдарҙа театр сәхнәһендә тәүге белорус милли опералары — Е. К. Тикоцкийҙың «Міхась Падгорны», А. В. Богатырёвтың «У пушчах Палесся», А. Е. Туренковтың «Кветка шчасця»һы һәм беренсе милли балет — М. Е. Крошнерҙың "Салавей"ы ҡуйыла.

Театрҙың беренсе эшмәкәрҙәре — Илья Гитгарц (художество етәксеһе), Г. Н. Петров (дирижёр), О. М. Борисович (режиссёр), Л. В. Крамаревский (балетмейстер); йырсы солистар — Л. П. Александровская, Р. В. Млодек, С. Ю. Друкер, И. М. Болотин, М. И. Денисов; балет солистары — А. В. Николаева, Т. С. Узунова, Ю. В. Хераско, С. В. Дречин һәм башҡалар.

 
Театр һуғыш ваҡытында

19411944 йылдарҙарғы немец оккупацияһы ваҡытында театр бинаһы зарарлана — Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк уға авиабомба төшә һәм тамаша залын емерә, оккупацион властар ярым емерек бинаны ат һарайына әйләндерә, ә театрҙың интерьерын һәм йыһаздарын Германияға талап алып китә. Был ваҡытта театр коллективы Горькийҙа була, 50 кеше урындағы опера театрында эшләй; һуңынан Ковров ҡалаһына күсәләр.

Ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгәс (1944), театр ентекләп реконструкциялана һәм ҙурайтып төҙөлә, атап әйткәндә, тамаша залында ярус балкондары барлыҡҡа килә. Реконструкция өс йыл бара һәм 1948 йылда тамамлана. Театр тирәләй Лангбард проекты буйынса парк ҡорола. Минск азат ителгәс тә әйләнеп ҡайтҡан театр коллективы эшмәкәрлеген яңырта, тәүҙә тамашаларын Округ Офицерҙар йортонда ҡуя.

1947 йылда театрҙың реконструкцияланған бинаһы иң яҡшы милли операларҙың береһе — Д. А. Лукастың «Кастусь Каліноўскі» операһы менән асыла. Уның режиссёры Б. А. Мордвинов тағы Тикоцкийҙың «Алеся»һын (1947), шулай уҡ «Пиковая дама», «Риголетто» (икеһе лә 1948), «Князь Игорь», «Проданная невеста» (икеһе лә 1949), «Иван Сусанин» (1950), «Тихий Дон» (1951) операларын, В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро», Глиэрҙың «Красный цветок» балеттарын ҡуя[3]. Һуғышҡа тиклемге репертуар 1949 йылға ғына тергеҙелә. 1940-сы йылдар аҙағы—1950-се йылдарҙа белорус опера театрының алтын фондына ингән постановкалар — В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро» (1949), Е. К. Тикоцкийҙың «Дзяўчына з Палесся» (1953) балеттары, классик репертуарҙан «Борис Годунов», «Садко», «Иван Сусанин» (1950), «Мазепа» опералары һ. б. ҡуйыла. 1955 йылда балалар өсөн беренсе опера спектакле «Марынка» ҡуйыла.

1967 йылда тағы реставрация һәм төҙөлөш эштәре башҡарыла, бинаға торҡа рәүешле ҡыйыҡ ҡуйыла. 1978 йылда йәнә бер реконструкция үтә.

Советтар Союзында театрҙың иң сағыу һәм ижади эҙләнеүҙәргә асыҡ опера коллективы тигән даны була, шул сәбәпле 1940 йылда театрға — «Ҙур» тигән дәрәжә менән Ленин ордены, ә 1964 йылда «академик» дрәжәһе бирелә.

Совет осоронда Белорус ССР-ының Дәүләт Академия Ҙур опера һәм балет театрында мәшһүр театр эшмәкәрҙәре эшләй. Дирижёрҙар: Онисим Брон, Владимир Пирадов, Лев Любимов, Татьяна Коломийцева, Ярослав Вощак, Владимир Мошенский, Геннадий Проваторов, Александр Анисимов; режиссёрҙар: Олег Моралев, Дмитрий Смолич, Юрий Юженцев, Семён Штейн, Вячеслав Цюпа, Маргарита Изворска-Елизарьева; рәссамдар: Сергей Николаев, Евгений Чемодуров, Евгений Лысик, Эрнст Гейдебрехт, Евгений Ждан, Вячеслав Окунев; опера солистары: Николай Ворвулев, Зиновий Бабий, Нинель Ткаченко, Александр Дедик, Людмила Шемчук, Игорь Сорокин, Мария Гулегина, Вячеслав Полозов.

Театр СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Мәскәүҙең Ҙур театр сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай.

1989 йылда БССР Опера театрында шедеврға әйләнгән милли опера — «Дикая охота короля Стаха» (В. С. Короткевич әҫәре буйынса) ҡуйыла, ул Белоруссияның Дәүләт премияһына лайыҡ була.

1990-сы йылдарҙа театр репертуары классика шедеврҙары менән байый, милли материал да иғтибарһыҙ ҡалмай, ижади эҙләнеүҙәр дауам итә.

1996 йылда театр ике үҙ аллы өлөшкә — опера һәм балет театрына бүленә.

 
2006 йылдың көҙөндә театрға реконструкция бара

1996 йылда Мдивани-Елизарьевтың княгиня Рогнеда яҙмышына арналған «Страсці» («Рагнеда») балеты Беларусь Республикаһының Дәүләт премияһына, ЮНЕСКО эгидаһы аҫтындағы «Бенуа де ля данс» халыҡ-ара бейеү ассоциацияһының премияһына лайыҡ була.

2006 йылда тағы йүнәтеү эштәре башлана һәм ике йыл бара. 2009 йылда капиталь реконструкциянан һуң труппалар ҡабат Милли академия Ҙур опера һәм балет театры итеп берләштерелә.

Һуңғы 15 йылда (2010 йыл башындағы мәғлүмәттәр) театр коллективы донъяның 30-ҙан ашыу илендә гастролдә була.

Етәкселеге

үҙгәртергә
 
Театрға илткән аллея һәм Константин Селихановтың 2008 йылда ҡуйылған «Опера Музаһы» тигән скульптураһы
 
Театр фойеһы

Директорҙары

үҙгәртергә
  • Сергей Кортес (1996—2002) — Опера театрының директоры-художество етәксеһе
  • Андрей Лаптёнок (2002—?) — Опера театрының директоры
  • Валерий Гедройц (?—2009) — Опера театрының директоры
  • Валентин Елизарьев (1996—2009) — Балет театрының директоры-художество етәксеһе
  • Владимир Гридюшко (2009 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының директоры.

Художество етәкселәре, баш режиссёрҙары

үҙгәртергә
  • Вячеслав Цюпа (1987—1992) — Опера һәм балет театрының баш режиссёры
  • Сергей Кортес (1991—2002) — башта опера труппаһының художество етәксеһе, 1996 йылдан — Опера театрының художество етәксеһе-директоры
  • Маргарита Изворска-Елизарьева (2002—2009) — Опера труппаһының художество етәксеһе
  • Валентин Елизарьев (1996—2009) — Балет театрының художество етәксеһе-директоры
  • Михаил Панджавидзе (2010 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының баш режиссёры
  • Юрий Троян (2009 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының балет художество етәксеһе

Баш дирижёрҙары

үҙгәртергә
  • 19331936 — Илья Гитгарц
  • 1937—1938 — Евгений Акулов
  • 19381941 — Натан Грубин
  • 19441948 — Онисим Брон
  • 19481950 — Владимир Пирадов
  • 19511964 — Лев Любимов
  • 19661968 — Газис Дугашев
  • 19691972 — Кирилл Тихонов
  • 19721980 — Ярослав Вощак
  • 19801984 — Александр Анисимов
  • 19841989 — Геннадий Проваторов
  • 19892007 — Александр Анисимов
  • 2007 йылдан — Виктор Плоскина

2017 йылдың ноябренә труппа составында:

 
Беларусь Республикаһының почта маркаһы. 2013 йыл
  • Виктор Плоскина — Украинаның атҡаҙанған артисы
  • Николай Колядко — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Андрей Галанов
  • Андрей Иванов
  • Иван Костяхин
  • Олег Лесун

Режиссёрҙар

  • Галина Галковская
  • Виктор Скоробогатов — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы, Беларусь Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты
  • Олег Мельников — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы

Опера артистары

  • Наталья Акинина, меццо-сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Елена Бунделева, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы
  • Андрей Валентий, бас — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Оксана Волкова, меццо-сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Татьяна Гаврилова, сопрано — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Тамара Глаголева, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Екатерина Головлева, сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Юрий Городецкий, тенор — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Владимир Громов, баритон — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Александр Кеда, бас — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Василий Ковальчук, бас — Беларусь халыҡ артисы
  • Эдуард Мартынюк, тенор — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Олег Мельников — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Анастасия Москвина, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Владимир Петров, баритон — Беларусь халыҡ артисы[4]
  • Ярослав Петров, бас — Беларусь халыҡ артисы
  • Илья Сильчуков, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Елена Сало, меццо-сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Татьяна Третьяк, сопрано — халыҡ-ара конкурстар дипломанты
  • Станислав Трифонов, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Илья Мельник, баритон —халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Сергей Франковский, тенор — Беларусь халыҡ артисы
  • Нина Шарубина, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Елена Шведова, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Андрей Морозов, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты

Опера труппаһының мөдире — Нина Козлова, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы


Опера концертмейстерҙары

  • Лариса Толкачева — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Георгий Карант — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы

Балетмейстерҙар

  • Ольга Костель — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Александра Тихомирова
  • Юрий Троян — Беларусь халыҡ артисы, театр балеты художество етәксеһе

Балет артистары

  • Егор Азаркевич — төп сәхнә оҫтаһы
  • Игорь Артамонов — Беларусь халыҡ артисы
  • Марина Вежновец — төп сәхнә оҫтаһы, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Ольга Гайко — Беларусь халыҡ артисы
  • Константин Героник — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Ирина Еромкина — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Денис Климук — төп сәхнә оҫтаһы
  • Юрий Ковалев — төп сәхнә оҫтаһы
  • Антон Кравченко — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Людмила Кудрявцева — Беларусь халыҡ артисы
  • Екатерина Олейник — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Игорь Оношко — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Анна Фокина — төп сәхнә оҫтаһы
  • Людмила Хитрова — төп сәхнә оҫтаһы

Балет труппаһы мөдире — Татьяна Шеметовец, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы

Педагог-репетиторҙар (балет)

  • Людмила Бржозовская — Беларусь халыҡ артисы
  • Татьяна Ершова — Беларусь халыҡ артисы
  • Александр Мартынов — Беларусь Республикаһының атҡанҙанған сәнғәт эшмәкәре

Балет концертмейстерҙары

  • Людмила Семёнова — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Ольга Селочник
  • Екатерина Слободницкая
  • Андрей Раранский

Хормейстерҙар

  • Нина Ломанович — Беларусиь халыҡ артисы, баш хормейстер
  • Сергей Агранович

Рәссамдар

  • Александр Костюченко — баш рәссам
  • Екатерина Булгакова — костюмдар буйынса рәссам

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тэатры Беларусі | 27.03.2019
  2. Беларусы: У 8 т. Т.2. Дойлідства / А. І. Лакотка; Ін-т мастацтвазнаўства, этнаграфіі і фальклору; Рэдкал.: В. К. Бандарчык, М. Ф. Піліпенка, А. І. Лакотка. — Мн.: Тэхналогія, 1997. — 391 с. — С. 320. ISBN 985-6234-28-X(белор.)(белор.)
  3. Музыкальная энциклопедия
  4. Национальный академический Большой Театр оперы и балета Республики Беларусь
  • Мушинская Т. М. Валентин Елизарьев. — Мн., 2003.
  • Мушинская Т. М. Гармония дуэта. — Мн., 1987.
  • Смольский Б. С. Белорусский государственный ордена Ленина Большой театр оперы и балета. — Мн., 1963.
  • Смольский Б. С. Белорусский музыкальный театр. — Мн., 1963.
  • Чурко Ю. М. Белорусский балет. — Минск, 1966.

Һылтанмалар

үҙгәртергә