Белавин утары
Белавин — Ростов өлкәһенең Белавин утары.
Утар | |
Белавин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Бейеклеге |
108 м |
Халҡы |
323 кеше (2010) |
Телефон коды |
+7 86382 |
Почта индексы |
346254 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Боков ауыл биләмәһе составына инә.
Тарих
үҙгәртергәБелавин утарына 1810 йылда нигеҙ һалынған[1].
1918 йылда Үрге Дон округын төҙөгәндә Белавин утары менән бергә 11 утар Боковская станицаһына буйһонған була[2].
2013 йылдың июнендә Боковская станицаһы — Белавин утары — Дубовский утары автомобиль юлының 9-cы километрындағы күпер реконструкциялана. Дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарындағы ремонт эштәрен ЯАО «СПП» алып бара. Был эш иҫке күперҙе демонтажлауҙан башлана, объект тулыһынса 2013 йылдың декабрь башында әҙер булырға тейеш[3].
2014 йылдың 24 авгусында утар үҙенең 204 йыллығын билдәләй. Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге территорияла был уңай менән күңелле байрам ойошторола.
2015 йылда Ростов өлкәһе Боков районында 1940-сы йылдарҙа һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә «Геройҙар үлмәй» мемориаль комплексы асыла. Был ваҡиға Белавин утары территорияһында табылған совет һалдаттарының һөйәктәрен ҡабаттан ерләү менән бәйле була[4].
Географияһы
үҙгәртергәДиңгеҙ кимәленән 108 метр бейеклектә урынлашҡан[5].
Утар аша Чир йылғаһына ҡойоусы Кривая йылғаһы үтә.
Урам
үҙгәртергәУтарҙа өс урам бар — Йылға аръяғы, Үҙәк һәм Дала урамдары.
Инфраструктураһы
үҙгәртергә«Белавин» ауыл хужалығы предприятиеһы кооперативы бар[6].
Ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ День хутора в Белавине//Администрация Боковского района Ростовской области 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Боковский район//Администрация Боковского района Ростовской области 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ НОВЫЙ МОСТ 5 июля 2013 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Боковский район Ростовской области продолжает развиваться во всех направлениях
- ↑ Белавин
- ↑ СПК «Белавинский»
- ↑ Перечень учреждений культуры Боковского района(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Почта индексы: Белавин утары 2016 йыл 4 март архивланған.