Бекморатова Сәлимә Сәйет ҡыҙы

(Бекмуратова Сәлимә Сәйет ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Бекморатова Сәлимә Сәйет ҡыҙы (рус. Бекмуратова Салима Саидовна) - (17 декабрь 1932 йыл [1] - 1995 йыл) — опера йырсыһы (лирик сопрано), Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1973), Ҡырғыҙ ССР-ының Токтогул Сатылганов исемендәге дәүләт премияһы.

Бекморатова Сәлимә Сәйет ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлимә Сәйет ҡыҙы Бекморатова 1932 йылдың 17 декабрендә Ҡырғыҙ АССР-ы Ош өлкәһе Ҡараһыу районы (ҡырғ. Кара-Суу району), Жыл-Келди ауылында, күренекле ҡылҡыяҡсы (ҡылҡыяҡ - ҡырғыҙ халыҡ музыка уйын ҡоралы) Сәйет Бикмәтов ғаиләһендә тыуған.

1933 йылдың көҙөндә ғаилә йәшәгән ҡышлаҡҡа баш ҡаланан композитор Петр Шубин килә һәм Сәйет Бикмәтовҡа Ҡырғыҙ филармонияһына даими эшкә барырға тәҡдим итә. Ҡатыны Уулса һәм бәләкәй генә ҡыҙы Сәлимә менән Сәйет алыҫ сәфәргә – Фрунзеға юл тота һәм ҡыяҡсы, композитор булып таныла.

Музыкант ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡыҙ бәләкәйҙән йырға әүәҫ була, үҙешмәкәрлектә сығыштар яһай. 1941 йылда уны имтиханһыҙ ғына Мораталы Күренкәев исемендәге Фрунзе музыка училищеһына ҡабул итәләр. Училищены тамамлап, Сәлимә Мәскәүгә бара һәм конкурс буйынса П.И. Чайковский исемендәге дәүләт консерваторияһына уҡырға инә. Йыр оҫталығына уны тәжрибәле педагог Ксения Ивановна Васькова өйрәтә. Уҡыуҙың һуңғы йыл йәш йырсы оло ижади уңыштарға ирешә, ул Ҡырғыҙ дәүләт опера һәм балет театрында барған операларҙың партияларын өйрәнә. Сәлимә Бикмәтова 1952 йылда консерваторияны «бишле»гә тамамлай.

Ижад юлы

үҙгәртергә

Йырсының ижади эшмәкәрлеге 1952 йылда Ҡырғыҙ академия опера һәм балет театры сәхнәһендә башлана. 1952 йылдың 31 октябрендә опера театры сәхнәһендә Джакомо Пуччиниҙың «Чио-Чио-Сан» премьераһы үтә, унда Сәлимә Сәйет ҡыҙы мадам Баттерфляй партияһын йырлай. Тап ошо көндән уның ижади үҫеше юлдары башлана. Үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ Бекмуратова театрҙың оҫта йырсыларынан һанала. Уның тауышы Рәсәй, Украина, Белоруссия, Балтик буйы, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия республикаларында, Ҡаҙағстанда, шулай уҡ Румыния, Польша, Германия, Ҡытай, Болгария концерт залдарында яңғырай[2].

"Айчүрөк" операһынан - Айчүрөк, «Манас» операһынан Ҡанайымдың партияларын юғары оҫталыҡ һәм миллилек менән башҡарып, ҡырғыҙҙарҙың ҡыҙҙарының аҫыл образдарын тыуҙырған.

1995 йылда вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Ире — Юрий Сергеевич Шведов СССР кинематографистар союзы ағзаһы. Ул ВГИК тамамлап, «Мосфильм» һәм «Кыргызфильм» киностудияларында эшләй. Үҙ ғүмерен тулыһынса ҡатынының ижади карьераһына арнаған. Уларҙың мөхәббәт тарихы ла ҡыҙыҡ. Шведов, үҙен күрмәҫ элек радио аша ишетеп кенә, уның тауышына ғашиҡ була. Шунан һуң йырсыны эҙләп табып, өйләнешәләр. 1962 йылда Александр исемле улдары тыуған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Манас энциклопедияһы.- Бишкек: Ҡырғыҙ энциклопедияһының Баш редакцияһы, - 1995. 1-т. - 440. ISBN -5-89750-013-4

Һылтанмалар

үҙгәртергә