Беким Сейранович (босн. Bekim Sejranović; 30 апрель 1972 йыл, Брчко, Босния һәм Герцеговина социалистик республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы — 21 май 2020 йыл, Баня-Лука, Босния һәм Герцеговина) ― босний, хорват һәм норвег яҙыусыһы.

Беким Сейранович
босн. Bekim Sejranović
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1]
Тыуған урыны Брчко[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 21 май 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Баня-Лука, Босния һәм Герцеговина
Һөнәр төрө яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

1972 йылдың 30 апрелендә Югославия Социалистик Федератив Республикаһында Босния һәм Герцеговина социалистик республикаһының Брчко ҡалаһында тыуған.

1985 йылда Риека ҡалаһына күсә, унда диңгеҙ мәктәбендә уҡый һәм хорват телен өйрәнә. 1993 йылдан Осло (Норвегия) ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, унда Осло университетының тарих-философия факультетында көньяҡ славян әҙәбиәте буйынса магистр дәрәжәһен ала.

2020 йылдың 21 майында 49 йәшендә Баня-Лукала вафат була. Был яңылыҡ килеп еткәндән һуң, Босния һәм Герцеговинаның Прагалағы (Чехия) илселегендә шул уҡ көндө ҡайғы билдәһе итеп Босния һәм Герцеговина флагы бер аҙ төшөрөлгән[2].

Сейранович норвег яҙыусылары Ингвар Амбернсен һәм Фроде Гриттен әҫәрҙәрен норвег теленән тәржемәләй, «Ҙур сүл пейзажы» («Большой пустынный пейзаж») норвег хикәйәләре антологияһын әҙерләй һәм тәржемә итә.

«Янко Полич Камовтың „Слитый трюм“ романында модернизм» тикшеренеүҙәре авторы. «Фасунг» хикәйәләр китабын, шулай уҡ «Никуда, ниоткуда» һәм «Самый красивый конец» романдарын яҙа. Хорват яҙыусылар ассоциацияһы ағзаһы була.

2011 йылда япон режиссеры Моку Тераока менән бергә «Токионан Мораваға тиклем» документаль фильмын (сценарий) төшөрөүҙә ҡатнаша[3].

Үлер алдынан яҙылған һәм баҫылған һуңғы китабы «Мисс Мизер на острове Сусак» була. Әҫәр «EPK Риека 2020» проекты сиктәрендә яҙылған, уның барышында яҙыусы 2019 йылдың яҙында Сусак утрауында бер ай үткәрә[4].

Наградалары

үҙгәртергә
  • 2009 йылда «Никуда, ниоткуда» романы өсөн — Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Сербия һәм Черногорияла баҫылған иң яҡшы роман өсөн Меша Селимович премияһын ала.

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • «Модернизм в романе Янка Полича Камова «Сливная трюма», тикшереү эше
  • «Фасунг», хикәйәләр йыйынтығы
  • «Нигде, ниоткуда», роман
  • «Лучшее окончание», роман, Букбук, Сараево 2010 ISBN 978-9958-30-069-1
  • «Сандалии», роман[5]Sarajevske sveske
  • «Ваш сын Гекльберри Финн», роман, Сараевоға сәйәхәт тураһында китап. 2015.ISBN 978-9958-30-274-9
  • «Дневник кочевника», роман, Booka Belgrade 2017. ISBN 978-86-88335-84-3

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  • «Токионан Мораваға тиклем» (сәйәхәт, Беким Сейранович (сценарист) һәм Моку Тераока (режиссер), 2011)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bekim Sejranović // http://www.enciklopedija.hr/Natuknica.aspx?ID=71064
  2. U 48. godini umro Bekim Sejranović, jedan od najčitanijih BiH književnika, studirao je u Rijeci, magistrirao u Oslu, pamte ga i Splićani. slobodnadalmacija.hr (5 серпня 2017). Дата обращения: 7 май 2016. Архивировано 23 квітня 2021 года.
  3. Riječka premijera filma Od Tokija do Morave. Дата обращения: 14 квітня 2021. Архивировано 30 грудня 2016 года.
  4. [1] {{{2}}}. Jutarnji list, POSLJEDNJA PRIČA KOJU JE NAPISAO NEDAVNO PREMINULI KNJIŽEVNIK Bekim Sejranović: Miss Misery na otoku Susku, pristupljeno 20. studenoga 2020.
  5. Dio romana Sandale na portalu časopisa 14 квітня 2021.