Бекеме Масаде (ингл. Bekeme Masade; 19 август 1982 йыл, Лагос) — Нигерия эшҡыуары, яҙыусы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр белгесе. «CSR-in-Action» исемле социаль предприятиены нигеҙләүсе һәм уның башҡарма директоры[1].

Бекеме Масаде
ингл. Bekeme Masade
Исеме

Илобекеме Чикодили Масаде

Тыуған көнө

19 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (41 йәш)

Тыуған урыны

Лагос, Нигерия

Гражданлығы

Нигерия Нигерия

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

 Бекеме Масаде Викимилектә

Масаде кеше ресурстарына идара итеү һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге уңыштары өсөн Лондондың Королева Мария университеты наградаһына лайыҡ була[2].

Биографияһы үҙгәртергә

Масаде 1982 йылдың 19 авгусында Лагоста тыуа, Бениндың федераль дәүләт ҡатын-ҡыҙҙар колледжын тамамлай. Масаде ғаиләһе менән Лагоста йәшәй һәм бизнес йүнәлешле «CSR-in-Action» социаль платформаһына идара итә, ул корпоратив социаль яуаплылыҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеүгә, Нигерияла тотороҡло үҫешкә бағышланған.

2005 йылдың февраленән декабренә тиклем Масаде Нигериялағы"Adroit Studios" компанияһында шоуҙарҙы алып барыусы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр белгесе булып эшләй. Артабан ул Лагоста "Galaxy Television"да «Musique Graffiti» алып барыусыһы була. 2006 йылда The Guardian британ гәзитенең мөхәррир ярҙамсыһы булып эшләй башлай. 2007 йылда ул, Бөйөк Британияла Кингстон короллек районында торлаҡ төҙөлөшө проекттары координаторы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр белгесе булараҡ, сит илдәрҙә эшләү тәжрибәһен ала. Унан һуң Нигерияла «PHB» банкында ISO стандарттарын (Бизнес-процестарҙы камиллаштырыу) индереү буйынса мөдир була.

Масаде 2010 йылда Монреалдә Бөтә донъя энергетика конгресы, 2011 йылда Копенгагенда"United Nations Global Compact Local Network Meet", Нью-Йоркта «Clinton Global Initiative» кеүек халыҡ-ара форумдарҙа һәм БМО-ның Генераль Ассамблеяһында делегат була, «The Nigeria Economic Summit Group» 17-се саммитында доклад менән сығыш яһай.

Социаль эшҡыуар булараҡ, ул Нигерияла йәштәргә булышлыҡ итеүсе төрлө социаль саралар үҙәгендә була[3][4]. 2009 йыл аҙағына «CSR-in-Action» һәм «RedBee Limited» тигән ике компанияны нигеҙләй. RedBee Limited — маркетинг сиселештәре менән шөғөлләнеүсе берләштерелгән компания. «CSR-in-Action» Африкала социаль этиканы, социаль яуаплылыҡты һәм корпоратив идараны пропагандалаусы социаль предприятие булараҡ теркәлгән, фирманың шулай уҡ Көнбайыш Африкала беренсе һәм берҙән-бер корпоратив социаль яуаплылыҡ онлайн порталы бар. Тотороҡло бизнес һәм корпоратив социаль яуаплылыҡ булдырыу буйынса күп һанлы хеҙмәттәре өсөн Масаденың «CSR-in-Action» фирмаһына БМО-ның Иҡтисади һәм социаль советында консультант статусы бирелә[5].

Уны Нигерияла корпоратив социаль яуаплылыҡ һәм тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса идея лидеры тип һанайҙар. 2014 йылдың майында Масаде «CSR-in-Action» Нигерия эшҡыуарҙарының тотороҡло үҫеш буйынса беренсе кәңәшмәһен үткәрҙе. Был сарала Нигерия иҡтисадының төрлө тармаҡтарынан 33 бизнес-лидер ҡатнашты[6][7][8][9][10][11].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. CSR-in-Action. csrinaction.org. Дата обращения: 25 май 2015. Архивировано 25 июль 2014 года. 2014 йыл 25 июль архивланған.
  2. 30 February 2011/43526.html Queen Mary University London. qmul.ac.uk. Дата обращения: 25 май 2015.(недоступная ссылка)
  3. Keynote-speakers. 234give.com. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 31 май архивланған.
  4. Thistle praxis. sustainableconvos.com. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 31 май архивланған.
  5. CSnews. csnewsng.com. Дата обращения: 25 май 2015.(недоступная ссылка)
  6. Sweet Crude Reports. sweetcrudereports.com. Дата обращения: 25 май 2015. 2014 йыл 27 октябрь архивланған.
  7. Plans to set-up nigerian business council underway. blueprint.ng. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  8. BusinessWorld. businessworldng.com. Дата обращения: 25 май 2015. 2021 йыл 14 апрель архивланған.
  9. Vanguard Newspapers http://www.vanguardngr.com/2014/05/nigeria-business-leaders-set-development-council/
  10. Nigerian ceos pledge joint action on sustainable development. tribune.com.ng. Дата обращения: 25 май 2015. 2014 йыл 6 ноябрь архивланған.
  11. Mutiu sunmonu hosts 25 business-leaders at roundtable on sustainable development. CSR-in-Action. Дата обращения: 25 май 2015. 2014 йыл 27 октябрь архивланған.