Баязит Мәҡсүтов
Баязит Мәҡсүтов (рус. Баязит Максютов; тыуған һәм үлгән йылы билдәһеҙ) — Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Иҫәт провинцияһы Һалйот улусы старшинаһы.
Баязит Мәҡсүтов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | старшина[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәБаязит Мәҡсүтов хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Баязит ауылында тыуа.
Батша иҙеүенә ҡаршы баш күтәргән башҡорт отряды командиры һәм 1773 йылда Иҫәт провинцияһында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе була. 1773—1774 йылдың ҡышында башҡа башҡорт старшиналары менән берлектә Силәбе ҡәлғәһе районында халыҡты ихтилалға ылыҡтырыу, фураж һәм аҙыҡ-түлек туплау, юлдарҙы һаҡлау менән шөғөлләнә. Батша ғәскәрҙәре менән барған һуғыштарҙа әүҙем ҡатнаша[1].
1774 йылдың йәйендә Е. И. Пугачев ҡаҙаҡтарҙың Урта йөҙ хакимы Әбләй хан менән бәйләнеш урынлаштырырға теләй. Маҡсаты — Рәсәй батшаһы ғәскәрҙәренә ҡаршы бергәләп һуғышыу. Пугачев бер-бер артлы өс делегация ебәрә. Һалйот улусы старшинаһы Баязит Мәҡсүтов һәм Терҫәт олоҫонан йөҙ башы Ҡалмаҡаев та 20 кешенән торған өсөнсө делегация составына инә[1]. 1775 йылда ихтилал баҫтырылғандан һуң Баязит Мәҡсүтов, Мәхмүт Ҡалмаҡаев менән бергә ҡорал һалыуҙан баш тарта. 1776 йылда уны эҙәрлекләү башлана. Халҡының азатлығы өсөн ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған башҡорт батыры Баязит Мәҡсүтовтың артабанғы яҙмышы билдәле түгел. Әммә туған халҡы уны бер ҡасан да онотмай, уның исемен, ҡылған эштәре тураһындағы хәбәрҙе күңел түрендә һаҡлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Таймасов У. С. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане — Башкирское издательство. — 2000 Т. в 7 томах.