Башҡорт менталитеты

Башҡорт менталитеты — башҡорттарға хас булған психик, интеллектуаль, эмоциональ һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙең тотороҡло тупланмаһы. 

Башҡорттарҙың менталитеты халыҡтың уртаҡ тарихи, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади үҫеше нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 

Башҡорт менталитеты һыҙаттары башҡорттарҙың тарихи тормош шарттары, тәбиғәт һәм территория факторҙары йоғонтоһо аҫтында формалаша. 

Башҡорттар Көньяҡ Урал, далалы Урал аръяғы һәм Урал алдынан Волгаға тиклемге территорияларҙа ҡырыҫ тәбиғәт һәм климат шарттарында йәшәгән.  Был территория оҙаҡ  ваҡыт монгол хакимлығы аҫтында була. Алтын Урҙа емереклектәрендә  территория өс феодаль ханлыҡ — Нуғай, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары —араһында бүлгеләнә. XV быуат аҙағы — XVI быуаттың беренсе яртыһында башҡорттарҙың халыҡ булып формалашыуына шарттар тыуа. XVI быуаттың икенсе яртыһында башҡорт ҡәбиләләренең Рәсәйгә ҡушылыуы һәм башҡорт этносының берҙәм дәүләт составында тупланыуы башҡорттарҙың этник берләшеүен тамамлай. 

Милләт барлыҡҡа килеүҙең был үҙенсәлектәре менталитетта түбәндәге һыҙаттарҙы формалаштыра: азатлыҡҡа ихтыяж,  ғәҙеллекте өҫтөн  ҡуйыу, фәлсәфәүи фекер йөрөтөү, ҡунаҡсыллыҡ, ҡыйыулыҡ, ирәүәнлек, ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, ғорурлыҡ.

Тыйнаҡлыҡ башҡорттарҙың көнкүрешендә, уларҙың матди уңайлыҡтарға мөнәсәбәттәрендә лә сағыла. Матди ҡиммәттәр мөһим урынды биләмәй.  

Башҡорттар үҙҙәренекеләргә ҡарағанда «ситтәргә» һәйбәтерәк мөнәсәбәт күрһәтә — ҡунаҡсыллыҡ ҡағиҙәләренә ярашлы, менталитеттарҙағы айырмаға ҡарамаҫтан, күскенселәргә түҙемле ҡарай. 

Башҡорттар ислам ҡабул иткәс, уларҙың бөтә рухи мәҙәниәте, табыныу биналарының үҙенсәлектәре, ғилемлелеге һәм мәғарифы  ислам ҡағиҙәләренә буйһона. 

Дингә мөнәсәбәт үҙенсәлектәре:

  • Башҡорттар динде үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡыҫтыртмай.
  • Башҡорттарҙа тирә-йүнгә исламға тиклемге ҡараш һаҡлана. 
  • Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары менән сағыштырғанда иреклерәк була, сөнки ғаилә шарттары исламға һәм мосолмандарҙың әхләҡ ҡағиҙәләренә тулыһынса буйһонмай.  

Башҡорттарҙың ғаилә мөнәсәбәттәрендә традицион ғаилә этикетын тәшкил иткән тәртип нормалары була. Башҡорттарҙың ғаилә этикеты кеселәрҙең —  өлкәндәрҙе, балаларҙың ата-әсәне хөрмәт итеүенә, уларға буйһоноуына һәм тыңлашыуына ҡоролған. Ир кеше башҡорт ғаиләһендә баш була, ҡатын-ҡыҙҙар ҙур иректән файҙалана.  Башҡорт ғаиләләренә күп балалылыҡ, рухи ҡиммәттәр  тотороҡлолоғо,  ныҡлы ғаилә ҡорорға тырышыу, йәш быуынға хәстәрлекле мәнәсәбәт хас була. 

 ХХ быуатта социализм осоронда йәшәгәндә башҡорттарҙа  коммунизм идеалдарына ышаныс тамырлана. Бөтә совет кешеләре кеүек үк, башҡорттар ҙа ижтимағи хеҙмәт менән шөғөлләнә, балаларын совет илһөйәрлеге, социалистик Ватанға мөхәббәт, коммунистик идеалдарға тоғролоҡ рухында  тәрбиәләй. 

 ХХ быуат аҙағында капитализмға күсеү осоронда кешеләр фәҡирлеккә төшә, бөтә һаҡламдарын юғалта, социализм ҡиммәттәре бысраҡҡа батырыла, былар менталитетта ла сағыла. Байырға ынтылыш, милли түләү системаһына ышанмау тарала, яҡты киләсәккә өмөт һүнә. Капитализмға хас булған иҡтисади кризистарҙың ҡабатланып тороуы, һумдың девальвацияланыуы, инфляция, элек күрелмәгән күләмдәрҙә урлашыу, һайландыҡтар мәнфәғәттәрендә генә үткәрелгән хосусилаштырыу бындай ҡараштарҙы нығыта. 

Компьютер һәм интернет башҡорттарға теләгән бер мәғлүмәткә юл аса. Бынан һәр төрлө уғрылар ҙа киң файҙалана. Селтәрҙә башҡорттарҙың азатлыҡҡа ихтыяж, матди ҡиммәттәргә мөнәсәбәт ише менталитет һыҙаттарын эксплуатацияларға маташыу осраҡтары йышая.  Ялған мәғлүмәттәр һәм үтәлмәгән вәғәҙәләр уларҙың сабырлыҡ һәм кешеләргә ышаныу кеүек сифаттарын юҡҡа сығара бара. 

  • Акчурина А. А. Роль семьи в формировании личности: социально-философский анализ. Автреф. дисс. канд. филос. наук. Уфа, 2001.
  • Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
  • Рахматуллина З. Н. Особенности формирования и основные черты менталитета башкирского народа: автореф. дисс. канд. филос. наук. Уфа. 2001.
  • Юлдашбаев Б. Х. История формирования башкирской нации (дооктябрьский период). Уфа: Башкир. кн. изд-во. 1972.
  • Юнусова А. Б. (1999) Ислам в Башкортостане. Уфа.
  • Ямаева Л. А. Менталитет башкир: особенности национального характера // Национальные и языковые процессы в Республике Башкортостан: история и современность: Информационно-аналитический бюллетень № 11 / ИГИ АН РБ. Уфа, 2010. С. 195—200.

Һылтанмалар

үҙгәртергә