Октябрь Революцияһы урамы (Өфө)

Октябрь революцияһы урамы Өфө ҡалаһының Киров районы биләмәһендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Ленин урамынан башлана һәм Ағиҙел йылғаһы яры буйында тамамлана.

Октябрь Революцияһы урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы һәм Өфө
Оҙонлоҡ 2 ± 1 km
Карта
 Октябрь Революцияһы урамы (Өфө) Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Урамдың иң алда төҙөлә башлаған түбәнге өлөшөнөң баштағы исеме, үҙе урынлашҡан Кесе Репной биҫтәһе исеменән Кесе Репной урамы тип йөрөтөлгән. Артабан Ҡазан урамы тип аталған, сөнки унан Ҡазан юлы башланған. Ҡазан, һуңғараҡ — Оло Ҡазан урамы — Өфөнөң иҫке өлөшөн уның яңы үҙәге менән тоташтырған һәм оҙаҡ ваҡыт ҡаланың төп урамы булып хеҙмәт иткән. Әммә XIX—XX быуат сиктәрендә ул үҙәк урам статусын юғалта һәм үҙенең әһәмиәтен юғалта, үҙәк урам булып Александров, Каретный, Оло Вавилов, Никольский, Лазаретный (Үҙәк) урамдары ҡала.

1917 йылдан һуң Октябрь Революцияһы урамы тип үҙгәртелә.

Тарихи биналар һәм ҡоролмалар үҙгәртергә

Октябрь Революцияһы урамының түбәнге өлөшө XIX быуаттың биналарына һәм боронғо усадьбаларына бай:

  • И. И. Гутмандың завод идаралығы
  • В. Е. Поносовтың айырым йорто
  • Герасимов усадьбаһы
  • Архангельскийҙарҙың йорто
  • Лузиндар йорто
  • Өфөнөң беренсе янғын-полиция өлөшө
  • Тау заводсыһы Демидов йорто
  • Шамовтың кирбес усадьбаһы
  • Кузнецовский училищеһы (1880 йыл)
  • Чуфаровскийҙар йорто
  • Э. Н. Хасабов йорто
  • Спас ғибәҙәтханаһы
  • Спас ғибәҙәтханаһының хикмәт йорто
  • Ярлылар буйынса попечителлек комитеты йорто
  • Е. К. Ушкованың кирбес һәм ағас усадьбаһы
  • Ю. В. Лапинаның көнсығыш һәм көнбайыш усадьбаһы
  • Чувильдин һәм Ольшевскаяның йорто
  • Зубовтарҙың көнсығыш һәм көнбайыш усадьбаһы
  • П. А. Ивановтың йорто
  • М. С. Васильевтың йорто
  • Безруковтың көнсығыш һәм көнбайыш усадьбаһы
  • И. А. Чижевтың усадьбаһы
  • Л. Г. Вареньковтың йорто
  • П. Т . Андреев йорто
  • А. Н. Косицкаяның йорто
  • К. П. Петровскийҙың йорто
  • Поповтың йорто
  • В. А. Петуниндың йорто
  • Ҡала полицияһы идаралығы, хәҙер — 1-се һанлы янғын һүндереү часы
  • Урман сәнәғәтсеһе Ф. Е. Чижев йорто
  • Ер үлсәү училищеһы бинаһы, хәҙер — Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты корпусы
  • Волга-Кама коммерция банкы бинаһы
  • Ҡала Чижев бинаһы, хәҙер —2-се һанлы Өфө педагогия колледжы
  • Сәнәғәт халыҡ комиссариаты, хәҙер — Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты корпусы
  • А. К. Блохин йорто

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

Галерея үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.