Башҡалған (ҡасаба)

Башҡалған (рус. Башкалган) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Башҡалған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 99 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462201
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡасаба Ҡороған йылғаһының уң ярына тамағынан өҫтәрәк ҡушылған Башҡалған йылғаһы буйында, Оноприеновка ауылынан 8 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан[3] .

Ҡасабаның климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[4].

Ҡасаба ХХ быуат башында Новопокровка ауылынан айырылып сыҡҡан. Тәүге тапҡыр 1929 йылғы исемлектә теркәлгән. 1940-сы йылдар картаһында Башҡорт Ҡалғаны (Башкирский Калган йәкии Калган Башкирский) булараҡ билдәләнгән. 1960-сы йылдарға тиклем «Һары» совхозының 3-сө бүлеге ҡасабаһының исемен йөрөтә[5].

Халыҡ иҫәбе
2010[6]
99

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнгән яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атама баш һәм ҡалыуһүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип аңлата. Риүәйәттәр граждандар һуғышы ваҡытында башы ятып ҡалған яугир ваҡиғаһы менән бәйле тип фараз итә. Әгәр был дөрөҫ түгел икән «Ҡалған инеш», «Ҡалған тау башы» тип тәржемә итергә булалыр, ти ул [5] [7]. С.М. Стрельников топонимдың граждандар һуғышы ваҡытында башы ятып ҡалған яугир ваҡиғаһына бәйле булыуына шик белдерә. Ысынлап та, топонимдар (был осраҡта гидроним, сөнки тәүатама, әлбиттә, йылғаныҡы) тәрән тарихҡа эйә булыусан. Документтарҙа Башкирский Калган тип атап йөрөтөүҙәре лә, ихтимал, юҡтан түгелдер. Башҡорт Ҡалған тигәндән ҡыҫҡартылып атама хасил булыуы ихтимал.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  4. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  7. Башкирское баш — «голова», «вершина», «исток», калган — причастие прошедшего времени от глагола калыу «оставаться», «остаться». По преданию, в гражданскую войну кто-то сложил здесь голову в бою. Перевод — «Оставшаяся голова». Не исключено, что легенда возникла позже названия, в таком случае можно переводить и «Оставшийся исток», «Оставшаяся вершина» Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.