Баскунчак
Баскунчак — тоҙло күл . Ахтубинский районы (Әстерхан өлкәһе). Майҙаны — яҡынса 106 км²[2] каспий диңгеҙенән яҡынса 270 км төньяҡта һәм көнсығышҡа табан Волганан.50 км алыҫлыҡта, Богдинско-Баскун чакский ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан. Майҙаны — 467[2] км².
Баскунчак | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Горькая Речка[d] |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Бассейн майҙаны | 11 000 км² |
Солёность | 300 ‰[1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Әстрәхән өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | −21,6 метр |
Оҙонлоҡ | 18 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 3 метр |
Майҙан | 115 км² |
Баскунчак Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәКүл эргәһендә Үрге Баскунчак, Урта Баскунчак һәм Түбәнге Баскунчак ҡасабалары тора. Күлгә тиклем Ахтубинскийҙан автобуста йә маршрут таксиһында барырға мөмкин[3].
Һыу киҫелеше кимәле диңгеҙ кимәленән 21 түбән. Күл өлөшләтә кибә торған Гоькая Речка һыуы менән тулылана[4], һыу өҫтө майҙаны 11 км² тәшкил итә һәм 25 шишмәнең һыуын йыя. Тоҙлолоғо — яҡынса 300 г/л, күл буйындағы тоҙ ятҡылығының тәрәнлеге 10-18 метр. Тоҙ сығарыу һөҙөмтәһендә 8 метрға еткән соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Тоҙ ятҡылығы тәрәнлеге 6 км. Рап күләме яҙын һәм көҙөн максималь 1 метрға тиклем етә. Рапта бактериялар ғына йәшәй, улартоҙҙо өҫкә сығаралар. Күлдең рапаһы 37 процентлы тоҙҙан тора.
VIII быуаттан алып күл тоҙон сығарғандар һәм уны Ебәк юлы буйынса башҡа урындарға ебәргәндәр Беренсе Баскунчак күл 1627 йылда "Ҙур һыҙма китабы"нда — тәүге Рәсәй географик тасуирламаһында телгә , «унда таҙа тоҙҙо боҙ кеүек һындыралар» тип телгә алына. Артабан да тоҙ сығарыу дауам ителә һәм бының өсөн Баскунчак тимер юлы һалына.
Күлдең көньяҡ яры буйында Оло Богдо тауы — Каспий буйындағы берҙән-бер тәбиғи сығышлы тау тора.
Күл уникаль Богдинско-Бас кунчакский тәбиғәт комплексы составына инә.1997 йылда Богдинско-Баскунчакский тәбиғәт комплексы тәбиғәт ҡурсаулығы итеп иғлан ителә), уның 53,7 мең гектар майҙанында тәбиғәтте һаҡлауҙың махсус режимы булдырылған.
Шифалы үҙенсәлектәре
үҙгәртергәЯр буйында дауалау балсыҡ ятҡылыҡтары бар. Июнь-август айҙарында бында туристар күпләп килә, һыу инә, балсыҡ менән дауалана.
Тоҙло күл буйында ЯСЙ «Санаторий-профилакторий „Баскунчак“» урынлашҡан.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Күлгә табан юлда
-
Боҙ менән ҡапланған бағана
-
Тоҙло ярҙар
-
Күлдең бәләкәй бер өлөшө (Богдо тауынан ҡарағандағы күренеш)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Эльтон
- Һарығамыш күле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://books.google.com/books?id=OJ1PDwAAQBAJ&pg=SA4-PA51&lpg=SA4-PA51&dq=Lake+Baskunchak+salinity+g/kg&source=bl&ots=A_NII77UlY&sig=ACfU3U11zQTItAfiO0V00zMPxiSqsT9Mrw&hl=en&sa=X&ved=2ahUKEwjdjLCT0e_hAhXDhOAKHejICRQQ6AEwDXoECAkQAQ#v=onepage&q=Lake%20Baskunchak%20salinity%20g%2Fkg&f=false
- ↑ 2,0 2,1 «Озеро Баскунчак» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ БОГДИНСКИЙ ГПЗ-ҠУРСАУЛЫҒЫ БАСКУНЧАКСКИЙ 2008 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ Лист карты M-38-142 Верхний Баскунчак. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баскунчакское озеро. М., Л.: ОНТИ, 1933. 72 с.
- Семихатов А. Н., Страхов Н. М. Геологическое строение окрестностей Баскунчака (Предварительный отчет о работах 1927 г.) // Известия Геологического комитета. 1929. Т. 48. № 4. С. 439—453.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баскунчак на сайте «Чудеса России»
- Окно в природу: Щепотка соли
- Баскунчакское солёное озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Баскунчакское озеро // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.