Басараб Ольга Михайловна
Ольга Михайловна Басараб (ҡыҙ фамилияһы — Левицкая) (укр. Ольга Михайлівна Басараб, 1 сентябрь 1889 йыл, Украниның Ивано-Франков өлкәһе Рогатин районы Подгорье ауылы) — 12 февраль 1924 йыл, Львов) — украин милли хәрәкәте активисы.
Басараб Ольга Михайловна | |
укр. Ольга Михайлівна Басараб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австро-Венгрия Польша |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1889 |
Тыуған урыны | Подгородье[d], Рогатинский район[d], Ивано-Франковск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 13 февраль 1924[1] (34 йәш) |
Вафат булған урыны | Львов, Польша Республикаһы[d] |
Ерләнгән урыны | Яновское кладбище[d] |
Бер туғандары | Левицкий, Северин Михайлович[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | социальная вовлечённость[d][2] һәм политическая деятельность[d][2] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | OUN[d] |
Басараб Ольга Михайловна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәТанылған йәмәғәт эшмәкәре, украин грек-католик руханийы Михайла Левицкий ғаиләһендә тыуа. Әсәһе — Савина, ҡыҙ фамилияһы Стрельбицкая. Апаһы — Иванна, ҡустыһы — Левицкий Северин Михайлович.
Вайсвассерила (Силезия) ҡыҙҙар өсөн асылған шәхси пансионда уҡый, шунан һуң 1902—1909 йылдарҙа — Перемышлдә Украин ҡатын-ҡыҙҙар институты лицейында белем ала. Вена сауҙа академияһының бер йыллыҡ курстарын тамамлай.
Лицейҙа уҡыған ваҡытында украин бойондороҡһоҙлоҡ хәрәкәтенә ҡушыла. «Пласт» беренсе ҡатын-ҡыҙҙар скаут отрядын ойоштора .
1910 йылдан Бориславта уҡыта, «Днестр» страховкалау йәмғиәтендә, Ер ипотека банкында эшләй..
Беренсе донъя һуғышы алдынан «Львов Политехник» институты студенты Дмитрий Басарабҡа кейәүгә сыға, ире который возглавлял студенческое общество «Нигеҙ» тип алаған студент йәмғиәтен ойоштора, һәм австро-венгрия армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1915 йылдың июнендә Дмитрий Италияла барған һуғышта һәләк була.
О. Басараб — Львовта Украин сечь уҡсылары (УСС) сафында 1-се ҡатын-ҡыҙ взводын ойошторусы. ЗУНР менәнУНР берләштерелгәндән һуң 1918—1923 йылдарҙа Венала украин илселегендә бухгалтер булып эшләй. Шулай уҡ УНР мәнфәғәтендә разведка заданиеларын да үтәй. Хәрби-стратегик һәм сәйәси мәғлүмәт йыйыу маҡсатында Дания, Германия, Норвегия һәм башҡа дәүләттәрҙә була.
УНР-ҙа дипломатик вәкиллек бөтөрөлгәндән һуң 1923 йылда Львовҡа күсенә, унда Украина ҡатын-ҡыҙҙары Союзы филиалының Баш управаһы ағзаһы була, Украинв ғәскәри ойойшмаһы (йәшерен хәрби ойошма, аҙағыраҡ ОУН-ға үҙгәртелә) әүҙем хеҙмәттәшлек итә, УВО етәксеһе полковник Евгений Коновалецтың элемтәсеһе була.
1924 йылдың февралендә Басараб йәшәгән йортта тентеү үткәргәндә ул йыйған разведка мәғлүмәттәре табыла. Польша полицияһы уны УВО ағзаһы булған өсөн ҡулға ала һәм Львов төрмәһендә уға ҡарата яза алымдарын ҡуллана. Тәфтишселәр уның аша тотош Польшалағы ойошманың эҙенә төшөргә теләй. Әммә бер нисә көндән уны камераһында аҫылынған килеш табалар. О. Басарабтың үлеме йәмғиәтте киң резонанс тыуҙыра, полицияға күп һанлы мөрәжәғәттәр килә, Украина һәм Европа гәзиттәрендә төрлө мәҡәләләр яҙыла. Вафат булыу сәбәпле һәм «енәйәт составы булмау сәбәпле» О. Басарабтың енәйәт эше туҡтатыла.
Львовтың Янов зыяратында ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергә- О. Басараб исеме Львов, Ивано-Франковск, Стрый һәм Көнбайыш Украинаның башҡа ҡалаларындағы урамдарға бирелгән.
- Бурштын ҡалаһында О. Басарабҡа һәйкәл ҡуйылған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ольга Басараб (укр.)