Барон Михаил Аркадьевич

совет ғалим-гистологы һәм педагогы, функциональ стереоморфология һәм нейрогистологияға нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре докторы

Барон Михаил Аркадьевич (1904— 1974) — совет ғалим-гистологы һәм педагогы, функциональ стереоморфология һәм нейрогистологияға нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре докторы (1934), профессор (1936), СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1945).

Барон Михаил Аркадьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 21 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө гистолог, уҡытыусы
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Аркадьевич Барон 1904 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған.

1922 йылдан 1927 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетында уҡый. 1927 йылдан 1932 йылға тиклем МДУ-ла фәнни-педагогик эштә гистология кафедраһында уҡытыусы сифатында эшләй, уның уҡытыусылары булып профессорҙар Б И. Лаврентьев, А. Г. Гурвич һәм И. Ф. Огнев тора.

1932 йылдан 1952 йылға тиклем И. М. Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү медицина институтында фәнни-педагогик эштә гистология һәм эмбриологи кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1945 йылдан 1951 йылға тиклем СССР Медицина фәндәре академияһы Нормаль һәм патологик морфологияһына институтында ғилми-тикшеренеү эшендә гистология һәм эмбриология бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1952 йылдан академик М.А. Скворцов тәҡдиме буйынса СССР Медицина фәндәре академияһы педиатрия институтында ғилми хеҙмәткәр сифатында эшләй һәм 1954 йылдан эксперименталь нейрогистология лабораторияһы мөдире була. Бер үк ваҡытта 1946 йылдан алып 1974 йылға тиклем В.И.Ленин исемендәге мавзолейҙа фәнни эштә ғилми-тикшеренеү лабораторияһының морфология бүлегендә мөдир сифатында була, һәм 1954 йылдан алып 1974 йылға тиклем СССР МФА нейрохирургия институтында ғилми-тикшеренеү эшендә, эксперименталь гистология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә[1][2][3].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

М.А. Барондың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге экспеименталь гистология һәм нейрогистология өлкәһендә мәсьәләләр менән бәйле, ул мейе ҡатламын, синовиаль һәм яралғы тышсаларын, ҡорһаҡ ярыһының функциональ морфологияһын тикшеренеү менән шөғөлләә. 1946 йылда М. А. Барон етәкселегендә трахископия ысулдары эшләнә, ул органдарҙың һәм туҡымаларҙың рельефын өйрәнеү мөмкинлеген бирә, был үҙ сиратында эске органдарҙың структураларының күләмле һүрәттәрен алырға мөмкинлек бирә. М. А. Барон анатомдарҙың, гистолог һәм эмбриологтарҙың Бөтә союз ғилми йәмғиәте идаралығы ағзаһы булып тора.

1934 йылда ул медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1936 йылда уға профессор исеме бирелә. 1945 йылда СССР МФА ағза-кореспонденты итеп һайлана. В.И. Прозоровский етәкселегендә йөҙгә яҡын фәнни хеҙмәт яҙыла һәм утыҙ өс кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана[2][1][3].

Михаил Аркадьевич Барон 1974 йылдың 5 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Библиография

үҙгәртергә
  • Функциональная стереоморфология мозговых оболочек : Атлас / М. А. Барон, Н. А. Майорова. - М. : Медицина, 1982. - 350 с.
  • Краткий справочник физико-химических величин / сост. Н. М. Барон, А. М. Пономарева, А. А. Равдель, З. Н. Тимофеева; под ред. А. А. Равделя, А. М. Пономаревой. - 8-е изд., перераб. - Ленинград : Химия. Ленингр. отд-ние, 1983. - 231 с.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 2. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Лихтерман Л. Б. Воспоминания о Михаиле Аркадьевиче Бароне (1904-1974) / Вопросы нейрохирургии» имени Н. Н. Бурденко // М., 2014. — №78 (4) — С. 71-72
  3. 3,0 3,1 Российская еврейская энциклопедия / Гл. ред. Г. Г. Брановер. - М. : Рос.-израил. энцикл. центр "ЭПОС", Биографии: К — Р. — 1995. — 526 c. ISBN 965-293-040-7
  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 2. — 576 с.
  • Российская еврейская энциклопедия / Гл. ред. Г. Г. Брановер. - М. : Рос.-израил. энцикл. центр "ЭПОС", Биографии: К — Р. — 1995. — 526 c. ISBN 965-293-040-7
  • Путь российского ученого : к 100-летию со дня рождения профессора М. А. Барона (1904—2004) / Георгий Добровольский. - Москва : Компания Спутник+, 2005. - 39 с. — ISBN 5-93406-929-2