Баржы-Омга
Баржы-Омга (Баржы[2]; татар. Баржы-Омга, рус. Варзи-Омга) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
Баржы-Омга | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кичкетанское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 166 кеше (2010) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 91 метр |
Почта индексы | 422213 |
География
үҙгәртергәАуыл Баржы йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡҡа табан 74 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1708 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әсән административ-территориаль улусы составына керә[4].
XIX быуат аҙағында ауылда һыу тирмәне, мәсет, мәҙрәсә теркәлгән[3].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составына керә[3].
Халҡы
үҙгәртергә1834 йылда ауылда 33 аҫаба башҡорт һәм 313 типтәр; 1859 йылда — 626 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 60 аҫаба башҡорт; 1897 йылда — 586 типтәр, 52 башҡорт һәм 10 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[4][5].
1859 | 1887 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
555 | 725 | 1052 | 886 | 720 | 576 | 470 | 254 | 199 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 47-48. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 144-145, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.