Наталья Барбу (22 августа 1979, Молдавия ССР-ы, Бельцы,) — молдаван йырсыһы, «Moldstar» милли конкурсының еңеүсеһе, «Mamaia», «Славян баҙары», «Яңы тулҡын» һәм «Maluri de Prut» халыҡ-ара фестивалдәре призеры.

Наталья Барбу
Natalia Barbu
Төп мәғлүмәт
Тыуған

22 август 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (45 йәш)

Тыуған урыны

Молдавия ССР-ы, Бельцы,

Ил

Молдавия

Һөнәрҙәре

йырсы

Инструменттар

скрипка

Жанрҙар

поп-рок, готик-рок, поп-музыка

Лейблы

Sony BMG

NataliaBarbu.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Молдавияның төньяғындағы Бельцы ҡалаһында тыуған. 1986 йылда ғаилә Рыбница ҡалаһына күсенә. Наталья молдаван телендә уҡытыу алып барылған мәктәптә уҡый, музыкаль мәктәптә скрипка класында шөғөлләнә. 12 йәшенән туйҙарҙа уйнай.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Наталья уҡыуын Стефан Няга исемендәге Кишинев музыка училищеһында дауам итә, унда ул фольклор оркестры составында — башта скрипкасы, ә һуңынан вокалист булараҡ сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта ул джаз һәм поп-музыка өлкәләрендә көсөн һынап ҡарай.

1998 йылда Наталья музыка училищеһын тамамлай һәм скрипкасы сифатында «Мугурел» фольклор ансамблендә сығыш яһай башлай. Шул уҡ йылда ул йырсы булараҡ өс музыкаль фестивалендә ҡатнаша һәм һәр береһендә призлы урындар яулай: Михаэл Рунчану исемендәге эстрада музыкаһы Фестивалендә (Festivalul de Muzică Uşoară «Mihaela Runceanu») — беренсе премия, Милли ярыш «Малурь де Прут» эстрада музыкаһы Милли конурсында (Concursului National de Muzică Uşoară «Maluri de Prut») — приз, Румынияла «Мамая» эстрада музыкаһы Фестивалендә (Festivalul de Muzică Uşoară «Mamaia») — гран-при.

1999 йылда Наталья «Витебскиҙағы Славян баҙары» (Белоруссия) Халыҡ ара сәнғәт фестивале сиктәрендә эстрада йырҙары «Витебск» йәш башҡарыусылар конкурсында ҡатнаша һәм фестиваль ойошмаларының халыҡ-ара федерацияһының (FIDOF) махсус дипломы менән бүләкләнә. Бындай дипломға эйә булғандар FIDOF ағзалары — фестивалдәрендә (мәҫәлән, Сан-Ремо фестивалендә) һайлап алыу этабынан тыш ҡатнашыу хоҡуғы ала.

2000 йылда Наталья ҡыҫҡа ваҡытҡа Кишинев ҡалаһындағы «Миллениум» поп-рок төркөмөнөң ҡатнашыусыһы була, ләкин тиҙ арала соло карьераһына ҡайтыуҙы хуп күрә. Шул уҡ йылда ул Гавриил Музическу исемендәге Кишинев Дәүләт консерваторияһына уҡырға инә, әммә Натальяға йыш гастролдәре, концерт һәм конкурстарҙағы сығыштары арҡаһында консерваторияны тамамлау мөмкинлеге булмай.

2011 йылда румын миллионеры — Адриана Сотаға кейәүгә сыға. 2011 йылдың 25 декабрендә ул таба, уға Виктор тип исем ҡушалар.

Евровидение — 2007

үҙгәртергә

2007 йылдың май айында Наталья Барбу инглиз телендәге «Fight» йыры менән Молдавия вәкиле булараҡ «Евровидение-2007» йыр конкурсында сығыш яһай. Конкурс Финляндия баш ҡалаһы Хельсинкиҙа үтте (Молдавия «Евровидение» конкурсында өсөнсө тапҡыр ҡатнашты). Наталья Барбу 109 очко йыйып 10-сы урын биләне.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Arsenium & Наталья Гордиенко
Молдавия Евровидение йыр конкурсында
2007
Һуңынан килеүсе:
Джета Бурлаку