Барбу Исковеску
Барбу Исковеску (рум. Barbu Iscovescu; 24 ноябрь 1816 йыл — 24 октябрь 1854 йыл) — Румыния рәссамы, график. Йәһүд сығышлы. Валахиялағы 1848 йылғы революцияла ҡатнашыусы.
Барбу Исковеску | |
рум. Barbu Iscovescu | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Валахия[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рум. Baruh Iehuda Iscovescu |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1816 |
Тыуған урыны | Бухарест, Румыния |
Вафат булған көнө | 24 октябрь 1854 (37 йәш) |
Вафат булған урыны | Истанбул, Ғосман империяһы |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | живопись |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1999[1] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Barbu Iscovescu |
Барбу Исковеску Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1816 йылда Бухарест ҡалаһында рәссам Хаим Ицкович ғаиләһендә тыуған. Ул бала сағынан атаһына уның эшендә ярҙам итә. Рәсем сәнғәтенә һәләте беленгәс, уҡырға китә[2]. 1835—1842 йылдарҙа Венала, һуңынан Парижда Ф. Пико һәм М. Дроллингтарҙа уҡый[3].
Парижда булған сағында, Исковеску күп Румыния революционер-эмигранттары менән таныша, атап әйткәндә Розенталь Даниэль һәм Маноах Хиллель менән. Валахияла үҙенең таныш революционерҙарынан ул, Балканда революция хәрәкәте күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған, бер нисә йәшерен йәмғиәт төҙөү өсөн инструкциялар ала. 1948 йылғы ваҡиғалар алдынан өйгә ҡайтып, революцияла әүҙем ҡатнаша. Өс төҫлө революция байрағы һүрәте төшөрә, уны 1848 йылдың 11 июнендә Бухарест халҡы тотоп йөрөй[4]. рус ғәскәрҙәре Валахияға инеп революцион хәрәкәткә сик ҡуйғас, Исковеску, башҡа бик күп революция ваҡиғаларында ҡатнашыусылар менән бергә, туған илен ташлап китергә мәжбүр була[2]. Башта Брашовта төпләнә, һуңынан Белград янындағы Земун ҡалаһына күсеп килә, ә унан — Парижға[5]. Шунан һуң бик күп румын эмигранттары менән бергә Константинополгә күсеп килә, ғүмере аҙағына тиклем шунда ҡала[2]. Үҙенең революционер-иптәштәре менән бергә ерләнгән.
Ижады
үҙгәртергәБик күп замандаштары — революционерҙар портретын яҙа[5]. Улар араһында иң билдәлеләре — Николае Голеску, Аврам Янку, Симон Балинт, Дмитрие Болинтиняну портреттары[4]. Шулай уҡ уның ҡулы менән господарҙәр Михай Храбрый, Басараб Матей, Константин Маврокордат[5] портреттары яҙылған. Исковеску шулай уҡ пейзаждар авторы булараҡ та билдәле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Исковеску, Барбу (Иуди) // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- ↑ М. Т. Кузьмина Искусство Румынии. 1966.
- ↑ 4,0 4,1 Становление национальной классики: Культура народов Центральной и Юго-Восточной Европы в 20-70-е гг. XIX в. Наука, 1991. С. 189
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Румыния в лицах. 1996
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- M. Schwarzfeld, Barbu Jehudah Iscovescu, Annuarul Israeliti Pentru, VIII, 118, Бухарест, 1884.