Барбара Стэнвик (ингл. Barbara Stanwyck, ҡыҙ фамилияһы Руби Кэтрин Стивенс (Ruby Catherine Stevens), 16 июль 1907 йыл — 20 ғинуар 1990 йыл) — Американың 1930—1940 йылдарҙа киң популярлыҡ яулаған актёры.

Барбара Стэнвик
Barbara Stanwyck
1930 йылдарҙағы студия фотографияһы
1930 йылдарҙағы студия фотографияһы
Исеме

Руби Кэтрин Стивенс

Тыуған көнө

16 июль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Бруклин, Нью-Йорк, АҠШ

Вафат көнө

20 ғинуар 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Санта-Моника, Калифорния, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1927—1986

IMDb

ID 0001766

 Барбара Стэнвик Викимилектә

Дүрт йәшендә ата-әсәһеҙ ҡалған Стэнвик төрлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнә, бала саҡтан бик күп эшләй. Уның бер режиссёры, Жак Турнеур, Стэнвик тураһында шулай тип әйткән: «Ул ике нәмә менән йәшәй, һәм уларҙың икеһе лә — эш». Стэнвик үҙенең профессиональ карьераһын 1923 йылда, 16 йәшендә, башлай (хорҙа йырлаған ҡыҙ роле) һәм артабан бер нисә йыл дауамында пьесаларҙа уйнай. Үҙенең беренсе төп ролен "Бурлеск"та уйнай (1927) һәм Бродвей йондоҙо булып таныла. Киноға Стэнвик ныҡлап 1930 йылда килә (Франк Капрҙың «Ял итеү өсөн ханымдар» романтик драмаһында), бынан һуң уға башҡа төп ролдәр тәҡдим итә башлайҙар.

Стэнвиктың актёрлыҡ карьераһы кинола ла, телевидениела ла уңышлы була. Ул дүрт мәртәбә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» категорияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була, ә телевидениелағы эше өсөн Алтын глобус һәм «Эмми» премиялары менән бүләкләнә. Кинематографиялағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн актёр Голливуд дан аллеяһында Йондоҙ ҡуйыуға һәм «Оскар»ҙың һәм «Алтын глобустың» махсус наградаларына лайыҡ була.

Баласаҡ йылдары

үҙгәртергә

Тыуған саҡта Руби исемен алған буласаҡ актёр Нью-Йоркта 1907 йылдың 16 июлендә ташсы Байрон Стивенс ғаиләһендә донъяға килгән. Байрондың ата-әсәһе АҠШ-тан Бөйөк Британиянан күсеп килгәндәр. Рубиның әсәһе Кэтрин Макги милләте буйынса ирланд ҡатыны. Ғаиләлә биш бала үҫә һәм Руби иң кесеһе була. 1910 йылда, ҡыҙға өс йәш булған саҡта, уның әсәһе бер иҫерек этеп ебәреп, трамвай аҫтына эләгә һәм вафат булып ҡала. Күп тә үтмәй аталары, ғаиләһен ҡалдырып, Панама каналын төҙөргә китеп бара. Шул китеүҙән ул ҡайтмай, 191-се йылдар тирәһендә вафат булып ҡала. Ата-әсәһеҙ ҡалған Рубины һәм уның Малкольм исемле[1] ағаһын бер ғаиләгә аҫрауға алалар. 1915 йылда, Рубиға һигеҙ йәш тулғас, өлкән апаһы Милдред өс йылға үҙенә ала. Быға тиклем дә апалары үҙенең ҙур булмаған килеменән туғандарына ярҙам итеп тора.

Ун өс йәшендә Руби мәктәптәге уҡыуҙы ташлай ҙа эшләй башлай — универмагта һатып алынған нәмәне төрөүсе була, телефон компанияһында аҙнаһына 14 кенә долларға хеҙмәтсе булып та эшләй, һуңынан уны ваҡытлыса машинистка урынына Манхеттендағы "Remick Music Company"на тауыш яҙҙырыу студияһына алалар. Эштәге коллегаһы һорауы буйнса Руби «Strand Roof» төнгө клубында бейей башлай. Уға тиҙ арала иғтибар итәләр һәм ул 1923 йылда Зигфельд шоуында һәм Шуберт театрында сығыш яһай башлай.

Рубины дуҫтары драматург Уиллард Мак менән таныштырғандан һуң, ул ҡыҙҙы үҙенең «Элемтә» («Петля») исемле яңы постановкаһына саҡыра һәм актёрлыҡ оҫталығына өйрәтә башлай. Нәҡ Мак тәҡдиме менән Руби Барбара Стэнвик псевдонимын алды. 1926 йылдың 20 октябрендә Бродвейҙа спектаклдең премьераһы бик ҙур уңыш менән үтте. Барбараның уйнауы тәңкитселәрҙең һоҡланыулы баһаламаларына лайыҡ булды. Шул саҡта актриса үҙенең сәхнә партнеры Рекс Черримен менән осраша башлай. Артабан уның менән кинопродюсер Боб Кейн ҡыҙыҡһынып китә һәм Барбараға «Бродвей төндәре» («Ночи Бродвея») исемле телһеҙ фильмда ҙур булмаған бейеүсе ролен бирә. Был картина уның дебюты була. 1944 йылда Стэнвик, 400 мең доллар эш хаҡы алып, Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актрисаһы була.

Кинокарьераһының ахырында Стэнвик «Ҙур үҙән» («Большая долина») телесериалдында төшә. Был роле өсөн уға Эмми премияһын килтерә. Аҙаҡҡы мәртәбә «Династия» (6 миҙгел) культ сериалында һәм уның «Колби ғаиләһе» («Семья Колби») спин-оффында күренә. Стэнвик экстравагантлы һәм бик аҡыллы Констанс Колби ролен кәүҙәләндерә, әммә беренсе сезон аҙағында Стэнвик продюссерҙар менән конфликтҡа инеү сәбәпле сериалды ташлап китә. Икенсе сезонда уның персонажын кадр артында һәләк итергә мәжбүр булалар. Бынан һуң Стэнвик кинофильмдарҙа уйнамай.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Актёр һәм продюссер Фрэнк Фэй менән беренсе никахында уларҙың бер балаһы тыуа. Икенсе мәртәбә ул кейәүгә актёр Роберт Тэйлорға сыға. Ике никахы ла Барбара өсөн айырылышыу менән тамалана.

Вафат булыуы

үҙгәртергә

Стэнвик 1990 йылдың 20 ғинуарында Санта — Моника клиникаларының береһендә йөрәк һәм үпкә сирҙәренән вафат була.

Фильмография

үҙгәртергә
Йылы рус телендә Оригинал телендә Роле
1985—1987 Династия 2: Колби ғаиләһе The Colbys Констанс Колби
1985 Династия Dynasty Констанс Колби
1983 Тёрнда йырлаусылар The Thorn Birds Мэри Карсон
1962 Йүнһеҙ квартал буйлап йөрөүҙәр Walk on the Wild Side Джо Кортни борделенең «хужабикәһе»
1954 Монтананан мыл батшабикәһеы Cattle Queen of Montana Сьерра-Невада Джонс, мал сәнәғәтсеһе
1954 Үлтереү шаһиты Witness to Murder Шерил Дрэйпер
1953 Титаник Titanic Джулия Стерджес
1953 Хафа Jeopardy Хелен Стилвин
1952 Төндәге бәрелеш Clash by Night Мэй Дойл д’Амато
1951 The Man with a Cloak Лорна Бонти
1950 To Please a Lady Регина Форбс
The Furies Ванс Джеффордс
No Man of Her Own Хелен Фергюсон
Досье Тельмы Джордан The File on Thelma Jordon Тельма Джордан
1949 East Side, West Side Джесси Борн
The Lady Gambles Джоан Филлипс Бут
1948 Ғәфү итегеҙ, Һеҙ: яңылыштығыҙ Sorry, Wrong Number Леона Стивенсон
B.F.'s Daughter Полин Фултон Бретт
1947 Берәҙәк бүре Cry Wolf Сандра Маршалл
Башҡа төрлө мөхәббәт The Other Love Карен Дункан
Ике миссис Кэрролл The Two Mrs. Carrolls Салли Мортон Кэрролл
1946 Калифорния California Лили Бишоп
Кәләш ботинкаларҙа булған The Bride Wore Boots Салли Уоррен
Марта Айверстың сәйерле мөхәббәте The Strange Love of Martha Ivers Марта Айверс
Минең репутация My Reputation Джессика Драммонд
1945 Коннектикуттағы Раштыуа Christmas in Connecticut Элизабет Лейн
1944 Икеләтә страховка Double Indemnity Филлис Дитрихсон
1943 Тән һәм фантазия Flesh and Fantasy Джоан Стенли
Шоуҙан ҡыҙ Lady of Burlesque Дебора Хупл
1942 The Gay Sisters Фиона Гейлорд
The Great Man’s Lady Ханна Семплер
1941 Елле генә Ball of Fire Кэтри О’Ши
Һин тик минеке You Belong to Me Доктор Хелен Хант
Джон Доу менән танышығыҙ Meet John Doe Энн Митчелл
Леди Ева The Lady Eve Джин Харрингтон
1940 Ошо төндө хәтереңдә ҡалдыр Remember the Night Ли Линдер
1939 Алтын малай Golden Boy Лорна Мун
Юнион Пасифик Union Pacific Молли Монахан
1938 Тиле мисс Ментон The Mad Miss Manton Мельса Ментон
Always Goodbye Марго Вестон
1937 Ике кеше өсөн иртәнге аш Breakfast for Two Валентайн Рэнсом
Стелла Даллас Stella Dallas Стелла Мартин Даллас
This Is My Affair Лил Дарея
Internes Can’t Take Money Джанет Хели
1936 Һабан һәм йондоҙҙар The Plough and the Stars Нора Клитеро
Банджо минең тубыҡтарымда Banjo on My Knee Перл Эллиот Холли
Ағаһының ҡатыны His Brother’s Wife Рита Уилсон Клейбурн
Кәләш ташлай The Bride Walks Out Кэролайн Мартин
Гарсиаға хат A Message to Garcia Рафаэлита Мадерос
1935 Анни Окли Annie Oakley Анни Окли
Ҡыҙыл салют Red Salute Дрю ван Аллен
Ҡыҙыл кейемдәге ҡатын The Woman in Red Шелби Баррет Ватт
1934 Йәшерелгән кәләш The Secret Bride Рут Винсент
A Lost Lady Мериэн Омсби Форрестер
Леди-уйнаусы Gambling Lady Леди Ли
1933 Мәңгегә йөрәктә Ever in My Heart Мэри Арчер Уилбрант
Бәләкәй битле Baby Face Лили Пауэрс
Улар тураһында һөйләйҙәр Ladies They Talk About Нан Тейлор
Генерал Йендең әсе сәйе The Bitter Tea of General Yen Меган Дэвис
1932 Һатып алыу хаҡы The Purchase Price Джоан Гордон
So Big! Селина Пик де Лонг
Shopworn Китти Лейн
Тыйылған нәмә Forbidden Лулу Смит
1931 The Miracle Woman Флоренс Фаллон
Төнгө бағыусы Night Nurse Лора Харт
Ун центлыҡ бейеү Ten Cents a Dance Барбара О’Нил
Рөхсәт ителмәгән Illicit Анна Винсент Ивс
Урланған алтын-көмөштәр The Stolen Jools жена Фрэнка Фэя[en]
1930 Бродвей төндәре Ladies of Leisure Кей Арнольд
1929 Мексика розаһы Mexicali Rose Мексика розаһы
Ябыҡ ишек The Locked Door Энн Картер
1927 Бродвей төндәре Broadway Nights Бейеүсе

Наградалары Һәм номинациялары

үҙгәртергә
Награда Йылы Категорияһы Фильм/Телесериал Результат
Оскар 1938 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле Стелла Даллас
1942 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле
С огоньком
1945 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле
Двойная страховка
1949 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле
Извините, ошиблись номером
1982 Почётлы премия
Золотой глобус 1966 Иң яҡшы телевизион актрисаһы Большая долина
1967 Иң яҡшы телевизион актрисаһы
Большая долина
1968 Иң яҡшы телевизион актрисаһы
Большая долина
1984 Иң яҡшы телевизион роль мини-сериалда йәки телефильмда Поющие в терновнике
1986 Сесиль Б. Де Милль премияһы
Эмми 1961 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда
Шоу Барбары Стэнвик
1966 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда Большая долина
1967 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда
Большая долина
1968 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда
Большая долина
1983 Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле мини- телесериалда йәки телесериалда
Поющие в терновнике

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Впоследствии он взял псевдоним Берт Стивенс и тоже стал актёром, однако карьеры не сделал и снимался в основном в качестве статиста.

Һылтанмалар

үҙгәртергә