Банных Александр Михайлович
Банных Александр Михайлович | |||||
Файл:Банных Александр Михайлович.jpg | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Никольское ауылы, | ||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны |
СССР, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы | ||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе | |||||
Эшләгән урыны |
Енакиев металлургия заводы, Магнитогорск металлургия комбинаты, Магнитогорск дәүләт техник университеты | ||||
Альма-матер |
Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Банных Александр Михайлович (1899—1964) — совет сәнәғәт эшмәкәре, ғалим, техник фәндәр докторы, профессор.
Биографияһы
үҙгәртергә1899 йылдың 8 ноябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 24 ноябрҙә[1]) Тамбов губернаһы Липецк өйәҙе Никольское ауылында тыуған.
1926 йылда Ленинград политехник институтын тамамлаған (хәҙерге Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты) . Һөнәре буйынса домна производствоһының «инженер-металлург» ы.
Хеҙмәт йылдарын 1926-1939 йыдарҙа Енакиев металлургия заводында башлай, инженерҙан алып домна цехы начальнигына тиклем күтәрелә.
1939-1944 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй: кокс һәм домна производствоһында баш инженер урынбаҫары, техник бүлек начальнигы вазифаларын башҡара. Эшләү дәүерендә А. М. Банных домна мейесенең етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн күп һанлы рационализатор тәҡдимдәре индерә. Уның тәҡдиме буйынса комбинатта марганец мәғдәнен агломерациялау махсус ысулы тәҡдим ителә.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Общественная деятельность |
Александр Банных 1944-1962 йылдарҙа Магнитогорск тау-металлургия институтында (хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университетында) — суйын һәм металлургия кафедраһы мөдире, уҡыу-фәнни эштәр буйынса ректор урынбаҫары булып эшләй.
Шул үк ваҡытта белемен камиллаштыра һәм фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1945 йылда уға профессор исеме бирелә. Уның уҡыусылары араһында — техник фәндәр докторы, профессор М. А. Стефанович һәм Н. Н. Бабарыкин; техник фәндәр кандидаты, доцент В. К. Кропот, А Г. Неясов. А. М. Банных күп һанлы фәнни хеҙмәттәр авторы. Йәмәғәт эшенен дә ситтә ҡалмай.
Банных Александр Михайлович Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт» миҙалдары менә наградланған.
Ғалим 1964 йылда вафат була. Магнитогорск зыяратында ерләнә[2], 1981 йылда уның янында ҡатыны Ангелина Васильевна ерләнә.[1]
Уның улы — Олег Александрович Банных та билдәле ғалим.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Металлург и учёный Александр Банных 2019 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ Банных Александр Михайлович