Байыҡ күлдәре (Силәбе өлкәһе)

Силәбе өлкәһендәге күлдәр

Оло Байыҡ һәм Кесе Байыҡ - (рус. Большой Баик рус. Малый Баик) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күлдәр.

Байыҡ күлдәре
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Ҡарабаш
Карта

Географияһы

үҙгәртергә
 
Арғужа һыуһаҡлағысында балыҡсылар

Оло Байыҡ та, Кесе Байыҡ та Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы, Ҡарабаш ҡалаһы биләмәһенә ингән күлдәр.

Кесе Байыҡтың координаттары: 55°28'47"N 60°25'2"E

Оло Байыҡ хәҙер үҙ аллы күл булыуҙан туҡтаған, ғәмәлдә, Арғужа һыуһаҡлағысының ҡултығына әүерелгән.

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Оло Байыҡ күленә Уйылды күленән канал ҡаҙып, ҡылымыҡ яһалған. 1975 йылғда ҡоролоҡ арҡаһында Силәбе өлкәһендә һыу етмәй башлай, шул арҡала Уйылдынан Арғужа һыуһаҡлағысына канал ҡаҙылып, унда Оло Байыҡ күле аша һыу ағыҙыла [1]

Оло Байыҡ менән Кесе Байыҡ бер-береһенә бик яҡын урылашҡан - аралары 1 саҡрым самаһы ғына, уларҙы урман айырып тора.

Кесе Байыҡ һаҙлыҡлана бара.

Оло Байыҡ ҡултығына балыҡсылар йөрөргә ярата - яҡшы ҡаба.

Күл эргәһендәге урмандарҙа еләк-емеш, бәшмәк бик күп [2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Байыҡ атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: Баик, Большой и Малый, озеро, территория города Карабаша. Возможно, от тюркского мужского имени Баик, Байык, в значении «чистый», «правдивый», «верный». Сближается также с башкирским словом бейек, бийик — «высота», «высокий», т.е. «высокое озеро»[3].[4]

"Башҡорт исемдәре" һүҙлеге Байыҡ андронимына ошондай аңлатма бирә:

  • Байыҡ (баш.) - тоғро, ысын [5]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. График уровня воды 2012 йыл 19 декабрь архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2009)
  2. Малый Баик 2019 йыл 1 июль архивланған.
  3. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 30-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә