Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы
Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы (31.03.1931—4.06.2014), ғалим-нефтсе-инженер-геолог. Һәүәҫкәр йырсы. 1973—2007 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының бүлек мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981) һәм почётлы нефтсеһе (1991). Октябрь Революцияһы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры[2].
Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 март 1931[1] |
Тыуған урыны | Үрге Ҡыйғы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 июнь 2014 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | Нефтсе (стадион, Ишембай), геолог, инженер |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКазбек Сәғит улы Баймөхәмәтов 1931 йылдың 31 мартында БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1948 йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә, артабан академик И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының геологоразведка факультетында уҡыуын дауам итә[3].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергәИ. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын 1953 йылда тамамлағандан һуң, инженер-геолог һөнәренә алған йәш белгес «Башнефть» берекмәһенең «Туймазанефть» нефть-газ сығарыу идаралығының (НГДУ) 5-се һәм 6-сы скважиналарында эш башлай.
1953—1966 — скважиналарҙы тикшереү мастеры, Туймазанефть нефть промыслаларының һәм нефть-газ сығарыу идаралығының өлкән геологы. Ҡыҙыҡһыныусан йәш белгес нефть-газ сығарыу буйынса махсус китаптар, баҫмалар уҡый.
1966 йылдан алып «Башнефть» производство берекмәһенең бүлек начальнигы, баш геологы, бер үк ваҡытта начальник урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ошо вазифаға тәғәйенләнеп ике ай үтеүгә Туймазы һәм Шкапов ятҡылыҡтарында нефть сығарыуҙың киҫкен рәүештә кәмеүе сәбәбен асыҡлау талап ителә. Нефттең кәмеүе тәүлегенә биш мең тоннаға тиклем барып етә. Казбек Сәғит улы был проблеманың сәбәбен — нефть сығарыу кәмеүен нефттең эре платформалы ятҡылыҡтарын эксплуатациялауҙы дөрөҫ күҙалламау менән бәйле икәнен асыҡлай. Бынан һуң нефть табыу пландары кәмеү яғына үҙгәртелә.
1972—2007 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының нефть-промысел геологияһы бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть геологияһы, нефть һәм газ запастарын иҫәпләү, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү объекттарын геологик нигеҙҙә айырыу, нефть һәм газдың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу, уларҙы эшкәртеү тәжрибәһен дөйөмләштереү проблемаларына арналған. Казбек Баймөхәмәтов геология-промысла ятҡылыҡтары параметрҙарын үҙенсәлекле билдәләүҙең яңы ысулын тәҡдим итә. Тармаҡта тәүгеләрҙән булып Рәсәй Федерацияһындағы, Башҡортостандағы Туймазы һәм башҡа ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, уларҙы эксплуатациялау тәжрибәһенә анализ яһай[4].
Һуңғараҡ, 2011 йылға тиклем, шунда уҡ баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Уның етәкселеге аҫтында 22 нефть һәм газ ятҡылығы (Борай, Раевка, Сатай ятҡылыҡтары һ.б.) асыла.
Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Казбек Сәғит улы 1989 йылда геология-минералогия фәндәре докторы дәрәжәһен яҡлай[5].
Казбек Сәғит улы ҡыҙыҡ әңгәмәсе һәм мауыҡтырғыс хикәйәсе, киң ҡарашлы һәм эрудициялы кеше була. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусы шәхес, Василий Ключевский һәм Лев Гумилёв әҫәрҙәрен яратып уҡыған. Башҡорт нефте буйынса бай архив туплаған, коллегалары, нефтселәр тураһында күп яҙған. Фәнни бәхәстәрҙә компромисс эҙләмәгән, ҡәтғи фекере менән айырылған. Үҙенең ҡарашын асыҡтан-асыҡ бәйән иткән.
Башҡортостан Республикаһының Инженер Академияһы ағзаһы (1992), Рәсәй Тәбиғи Фәндәр Академияһының (РАЕН) почётлы ағзаһы(2000) була[6].
Казбек Сәғит улы Баймөхәмәтов 2014 йылдың 4 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булған, Көньяҡ зыяратында ерләнгән[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982)
- Октябрь Революцияһы ордены (1986)
- СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1991)
- Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996)[8]
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Геология и разработка крупнейших уникальных нефтяных и нефтегазовых месторождений России. М., 1996 (авторҙаш)
- Геологическое строение и разработка нефтяных и газовых месторождений Башкортостана. Уфа, 1997 (авторҙаш)
- Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа 1997 (авторҙаш)
- книга «Геологическое строение и разработка Туймазинского нефтяного месторождения» (Уфа, 1993).
- Одна из его монографий переведена на китайский язык и издана в Китайской Народной Республике.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Казбек Баймухаметов — первооткрыватель подземных кладовых (К 85-летию со дня рождения видного геолога-нефтяника), 2016 год
- ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ. Баймухаметов Казбек Сагитович
- Центр военно-политических исследований. БАЙМУХАМЕТОВ КАЗБЕК САГИТОВИЧ
- Свободная энциклопедия Урала. Баймухаметов Казбек Сагитович 2022 йыл 3 июль архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Баймухаметов Казбек Сагитович // https://www.biografija.ru/biography/bajmukhametov-kazbek-sagitovich.htm
- ↑ Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Центр военно-политических исследований. БАЙМУХАМЕТОВ КАЗБЕК САГИТОВИЧ
- ↑ Казбек Баймухаметов — первооткрыватель подземных кладовых (К 85-летию со дня рождения видного геолога-нефтяника), 2016 год
- ↑ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ. Баймухаметов Казбек Сагитович
- ↑ Свободная энциклопедия Урала. Баймухаметов Казбек Сагитович 2022 йыл 3 июль архивланған.
- ↑ Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Казбек Баймухаметов — первооткрыватель подземных кладовых (К 85-летию со дня рождения видного геолога-нефтяника), 2016 год