Байкал-Лена ҡурсаулығы
Байкал-Лена ҡурсаулығы рус. Байкало-Ленский государственный природный заповедник 1986 йылда ойошторола[1].
Байкал-Лена ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 659,919 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 5 декабрь 1986 йыл |
Урынлашыуы | |
54°13′35″ с. ш. 107°53′35″ в. д.HGЯO | |
baikal-1.ru/territory/ba… | |
Байкал-Лена ҡурсаулығы Викимилектә |
Байкал-Лена ҡурсаулығы Байкалдың төньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан, күлдең көнбайыш яры буйлап яҡынса 120 км һуҙылған, уртаса киңлеге 65 км. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 659 919 гектар. Административ-ғилми үҙәге Иркутскиҙа урынлашҡан. Климаты, дөйөм алғанда, континенталь.
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡта бәшмәктең 130-ға яҡын төрө, 920 төр көпшәле үҫемлек бар. Байкал күле яры буйында боронғо реликт далаларҙың фрагменттары һаҡланған, урман менән ҡапланған майҙан ҡурсаулыҡ территорияһының 86 % тәшкил итә.
Ҡоштарҙың 235 төрө бар, шуларҙың 146-һы оя ҡора.
Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 52 төрө йәшәй.
Байкалдың ҡурсаулы яр буйында Байкал нерпаһы даими осрай.
Галерея
үҙгәртергә-
Яр буйы
-
Һаҙлыҡтар
-
Рытый мороно
-
Яр буйында сәскәләр
-
Мышы
-
Байкалда тулҡындар
-
Ҡултыҡ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Байкало-Ленский государственный природный заповедник . Дата обращения: 13 ноябрь 2007. Архивировано 25 октябрь 2007 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Федеральная система ООПТ 2017 йыл 30 октябрь архивланған.