Бабай һаҙлыгыКама йылғаһы бассейнындағы һаҙлыҡ, Краснокама районыНиколо-Берёзовка ауылынан көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 125 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,7 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Ҡайын, ҡарағай, тал, күрән, сөйәл үләне, һаҙ ҡолонғойроғо һ.б. үҫә. Ҡуян, мышы, урман эте, һеләүһен, ябай төлкө, бәләкәй күл боғаһы, мөншөгөр, һоро торна, һуна өйрәк, ябай аҡсарлаҡ һ.б. йәшәй.

Бабай һаҙлығы
Ил
РегионБашҡортостан
Майҙаны125 га км²