Башҡорт дәүләт аграр университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты
(БСХИ битенән йүнәлтелде)

Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ) — Өфөлә урынлашҡан ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто.

Башҡорт дәүләт аграр университеты
(БДАУ)
Халыҡ-ара исеме

Bashkir State Agrarian University (BSAU)

Элекке исеме

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Үҙгәртеп ҡоролған

1993 йыл

Студенттар

10 тыс.[1]

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө

Сайт

http://www.bsau.ru/

Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 237-се Ҡарары нигеҙендә, 1930 йылдың 23 июлендә асыла. Институт Совет хакимиәте тарафынан ябылған Өфө семинарияһы йортонда урынлаша. Уҡыу дәрестәре ошо уҡ йылдың 1 октябрендә башлана.

1931 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Наркомземының юғары уҡыу йорто һанала һәм ошо почта адресы буйынса теркәлә: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, өсөнсө йорт.

Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороу сәбәпле беренсе уҡыу йылында уҡыусылар ике тапҡыр ҡабул ителә: сентябрҙә 99 уҡыусы, ә апрелдә — 45. Уҡырға инеүселәрҙен күбеһе махсус урта белемле булыу сәбәпле, ҡыҫҡартылған программа менән 3,3 йыл уҡыйҙар. 1931 йылдын апрелендә уҡырға инеүселәр 4 йыл уҡый. Институтта бер үк ваҡытта әҙерлек факультеттары эшләй. Был йылда унда 303 кеше белем ала.

1930—1931 йылдарҙа тәүге биш кафедра булдырыла: физика, дөйөм һәм агрохимия, ботаника, зоотехния, ауыл хужалығын механизациялау. Был составта 13 уҡытыусы, шулар иҫәбендә профессор, биш доцент һәм ете асистент эшләй.

1933 йылда институт советы булдырыла, унын составына профессорҙар, уҡытыусылар, студенттар инә.

Һуғышҡа тиклемге (1933—1937) йылдарҙа директор М. Н. Ғүмәров — юғары уҡыу йорто кафедраларын билдәле ғалимдәр менән тулыландыра: профессор Н. А. Дроздов, доцент А. С. Шутко, профессор Л. С. Пирогов, доцент Х. Р. Султанаев, доцент Б. М.Сәхәутдинов, профессор П. А. Положенцев, профессор А. Н. Богданов, профессор И. Я. Прицкер.

1934 йылдын ин ҙур ваҡиға — 500 гектар ерҙә уҡыу-тәжрибә хужалығын булдырыу. Бында ферма, умарталыҡ, баҡса, емеш-еләк баҡсаһы, селекция баҫыуы, метеорология станцияһы һ.б. урынлаша.

1934 йылда институтҡа БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитетының һәм Яҙыусылар Союзы рәйесе Авзал Мөхөтдин улы Таһиров исеме бирелә. 1937 йылда «халыҡ дошманы» иҫәпләнеп, Авзал Таһиров атып үлтерелгәс, ошо уҡ йылдын 9 авгусында БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән институт Авзал Таһиров исемен юғалта.

Һуғыш йылдарында коллективҡа эвакуацияға эләккән ғалимдар килә: Ленинград ауыл хужалығы институтынан профессор С. В. Афанасьев, Мәскәүҙән профессор И. И. Порошков, профессор Н. И. Курбатов, Одессанан доцент А. И. Закин.

1943 йылдын декабрь айына институтта 38 уҡытыусы эшләй, шулар иҫәбендә биш профессор һәм фән докторҙары, 18 доцент һәм фән кандидаттары, 15 ассистент, йәғни уҡытыусыларҙын 60,5 проценты ғилми дәрәжәгә һәм исемгә эйә була. Һуғыш йылдарында 176 агроном һәм зоотехник әҙерләнелә.

1944—1949 йылдарҙа профессорҙар А. Н. Богданов, К. Т. Маньков, П. А. Положенцев, М. Н. Родигин һәм С.Н. Тайсинов етәкселегендә аспирантура асыла.

1947 йылға студенттар 533 кеше, шулар иҫәбендә агрономия факультетында — 237, зоотехнияла — 156, ветеринарияла — 140 кеше.

1954 йылдан башлап институт агрономия фәндәре буйынса кандидатлыҡҡа диссертация яҡлау хоҡуғы ала, ә киләһе йылдан — зоотехния, ветеринария, инженерия һәм экономика фәндәре буйынса.

1967—1970 йылдар эсендә генә ете докторлыҡ һәм 35 кандидатлыҡҡа диссертация яҡлана. Ғилми совет йыл һайын уртаса 20 кандидатлыҡҡа диссертациялар ҡарай.

1970—1971 уҡыу йылында институтта 40 кафедрала 290 уҡытыусы эшләй, шуларҙын 11 профессор һәм докторҙар, йөҙҙән артығы доценттар һәм кандидаттар.

«Экономика һәм ауыл хужалығын ойоштороу» (1966 г.), «Бухгалтер иҫәбе һәм ауыл хужалығында анализ» (1969 г.) кеүек яны факультеттар эшләй башлай.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • СССР студенттары араһында ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында институттың 37 уҡыусыһы бүләкләнә.
  • 1979 йылда Волга буйы зонаһы олимпиадаһында институттын 14 студенты призлы урын яулай.
  • 1979 йылда Ульяновск ҡалаһында үткән ғилми-техник күргәҙмәнен зона ярышында институт 16 диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
  • 1978—1981 йылдарҙа уйлап табыу, рационализия һәм патент-лицензия эштәре буйынса конкурста институт СССР-ҙын ауыл хужалығы министрлығының III дәрәжәле Дипломы, 1982 йылда II дәрәжәле Дипломы менән бүләкләнә.
  • 1980 йылдын көҙөндә Башҡортостан ауыл хужалығы институты нигеҙләнеүенә 50 йыл тулыуға арналған тантана үткәрә. Юғары квалификациялы ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә һәм фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн СССР-ҙын Юғары Советы Президиумы Указы менән 1980 йылдын 4 ноябрендә институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
  • 70-80-се йылдар күрһәткесе буйынса илден 108 ауыл хужалығы уҡыу йорттары араһында тәүге унау эсенә инә.
  • 1993 йылда институт «университет» статусы ала.

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • 1930—1933 — А. Г. Әсәҙуллин
  • 1933—1937 — М . Н. Омаров
  • 1938—1939 — Л. И. Егоров
  • 1939—1941 — Т. Р. Ғәйнуллин
  • 1941—1943 — П. Д. Пшеничный
  • 1943—1950 — Т. Ф. Рудько
  • 1950—1951 — Г. С. Смородин
  • 1951—1954 — А. Т. Ермолаев
  • 1954—1964 — А . П. Соколов
  • 1964—1973 — Н. Р Бахтизин
  • 1973—1983 — А . М. Байков
  • 1983—1988 — О. И. Щепанский
  • 1988—1999 — Р. М. Бәширов
  • 1999—2007 — В. Д. Недорезков
  • 2007—2008 — И. Р. Ғимаев
  • 2008 — Ғәбитов И. И.

Факультеттары һәм кафедралары

үҙгәртергә

Уҡытыу 7 факультетта алып барыла:

  • агротехнология һәм урман хужалығы
  • биотехнологиялар һәм ветеринар медицина
  • механика
  • тәбиғәтте төҙөкләндереү һәм төҙөлөш
  • энергетика
  • аҙыҡ-түлек технологиялары
  • иҡтисад

Билдәле тамамлаусылар

үҙгәртергә

Һуңғы йылдарҙа университет коллективы 47 мең белгестәр әҙерләне. Улар араһында:

  • Советтар Союзы Геройы М. А. Соколов;
  • Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Р . Б. Асаев, М. М. Ғәлиев, Р . М. Диваев, С . Н. Зәйнәғәбдинов, Ф. И. Машкин, Ф . М. Павлов, Б. И. Петров.

БГАУ-ҙа уҡығандар:

  • Сарбаев Раил Сәлих улы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры,
  • Ш. Х. Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры , 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары,
  • Шәйәхмәтов Иҙел Әмин улы — Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры (2008—2012),
  • Р . Б. Нәбиуллин — Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры ,
  • Ф. А. Сәйфуллин — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса Комитеты рәйесе,
  • В. Г. Аҙнағолов — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Дәүләт йыйылышы Секретариаты рәйесе,
  • Хадыев Илдар Рим улы — Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә