БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы
БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы — Башҡорт Автономиялы Социалистик Республикаһының төп законы; 1978 йылдың 30 майында Башҡортостан Юғары советының VIII сираттан тыш сессияһы Башҡортостандың 1978 йылғы һаны буйынса өсөнсө Конституцияһын ҡабул итте.
Конституция | |
Башҡорт АССР-ының Конституцияһы | |
Номер: | 3 |
Ҡабул ителгән: | Башҡорт АССР-ы Юғары Советы 1978 йылдың 30 майында |
Көсөнә ингән: | 1978 йылдың 30 майында |
Первая публикация: | «Совет Башҡортостаны» |
Көсөн юғалтҡан: | 24.12.1993 г. |
Ҡабул итеү тарихы
үҙгәртергәБАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы — БАССР-ҙың өсөнсө Конституцияһы. Советтар Союзында 70-се йылдарға үҫешкән социалистик йәмғиәт төҙөлә. Пролетариат диктатураһының дәүләте дөйөм халыҡ социалистик дәүләтенә әүерелде. Илдә коммунизм төҙөүҙең практик мәсьәләләре сиселеше өҫтөндә эш башланды[1].
Яңы бурыстар совет йәмғиәте тормошондағы үҙгәрештәрҙе нығытып ҡуйған СССР-ҙың яңы Конституцияһын (Төп Законды) әҙерләү һәм ҡабул итеүҙе талап итә ине.
1977 йылдың 7 октябрендә яңы СССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителә. РСФСР-ҙың Конституцияһы РСФСР-ҙың Юғары Советының сираттан тыш етенсе сессияһында 1978 ылдың 12 апрелендә ҡабул ителә. 1977 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ының Конституцияһы проектын әҙерләү буйынса комиссия ойоштора. Башҡорт АССР-ының Конституцияһы (Төп Законы) проекты хеҙмәтсәндәр коллективтары йыйылыштарында тикшерелә.
1978 йылдың 29 — 30 майында Өфөлә туғыҙынсы саҡырылышы Башҡорт АССР-ының Юғары Советының сираттан тыш һигеҙенсе сессияһы эшләй. Депутаттар инеш өлөшөнә айырым тауыш бирәләр һәм һуңынан ун киҫәктең һәр береһенә айырым, аҙаҡтан — проект буйынса тотош тауыш биреп, Башҡорт АССР-ының Конституцияһын ҡабул итәләр.
Башҡорт АССР-ының Конституцияһы элекке ғәмәлдән айырмалы рәүештә РСФСР-ҙа раҫланмай.
БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы структураһы
үҙгәртергәБАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы ҡыҫҡа инеш һүҙенән, 161 статьянан, 10 бүлектән 16-киҫәктән тора:
I киҫәк. Башҡорт АССР-ы ижтимағи ҡоролошо һәм сәйәсәте нигеҙҙәре.
Башҡорт АССР-ы Конституцияһының беренсе киҫәгендә, 1977 йылғы СССР-ҙың Конституцияһынан һәм 1978 йылғы РСФСР-ҙың Конституцияһынан айырмалы рәүештә, дәүләттең тышҡы сәйәсәтенә арналған бүлектәр юҡ. Дәүләтте һаҡлау маҡсатында СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре булдырылған һәм дөйөм хәрби бурыс билдәләнгән, ә Башҡорт АССР-ы илдең оборона һәләтлеген тәьмин итеүҙә, СССР-ҙың Ҡораллы көстәрен кәрәк-яраҡ менән ҡорамалландырыуҙа ҡатнаша. Дәүләт органдарының, йәмғиәт ойошмаларының, вазифалы кешеләрҙең һәм ил хәүефһеҙлеген һәм илдең оборона һәләтлеген тәьмин иткән граждандарҙың бурыстары СССР Союзы ҡануниәте менән билдәләнә.
1 бүлек. Сәйәси система (9 статья). Бүлектә КПСС-тың илдәге роле билдәләнә: «Совет йәмғиәтенең етәксе һәм йүнәлтеүсе көсө, уның сәйәси системаһы үҙәге, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары өсөн Советтар Союзы коммунистар партия булып тора».
2 бүлек. Иҡтисади система (9 статья). Статьяға дәүләт (дөйөм халыҡ) һәм колхоз — кооператив милектән тыш, социалистик милек формаһы, шулай уҡ профсоюз һәм башҡа ижтимағи ойошмалар милеге өҫтәлгән.
3 бүлек. Социаль үҫеш һәм мәҙәниәт (9 статья).
II киҫәк. Дәүләт һәм шәхес. Бүлектә иҡтисади, сәйәси, социаль һәм мәҙәни тормошта сығышын, социаль һәм мөлкәт хәлен, раса и милләтен, енесен, белемен, телен, дингә ҡарашын, шөғөл төрөн һәм үҙенсәлеген, йәшәгән урынын һәм башҡа төрлө хәлдәрен иҫәпкә алмайынса закон алдында граждандарҙың тиң хоҡуҡлығы гарантиялана (29 ст.).
Бүлектә иҫке конституциянан айырмалы рәүештә граждандарға яңы хоҡуҡтар гарантиялана: торлаҡҡа хоҡуҡ, мәҙәниәт ҡаҙаныштарын файҙалыныуға хоҡуҡ, ғаиләне һаҡлау хоҡуғы, намыҫ һәм дәрәжәгә ҡул һуҙыуҙан, ғүмер һәм һаулыҡ, шәхси азатлыҡ һәм мөлкәтте һаҡлау хоҡуғы, вазифалы кешеләрҙең, дәүләт һәм йәмғиәт органдарының ғәмәлдәренә ялыу биреү хоҡуғы, дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларының законһыҙ ғәмәлдәренән килтерелгән, ә шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең үҙ хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡтағы зыянды ҡаплау хоҡуғы, фәнни, техник һәм сәнғәт ижады.
4 бүлек. Башҡорт АССР-ы гражданлығы. Граждандарҙың тигеҙлеге (5 статья).
5 бүлек. Башҡорт АССР-ы граждандарының төп хоҡуҡтары, иреклектәре һәм бурыстары (31 ст.).
III киҫәк. Башҡорт АССР-ы милли — дәүләт һәм административ ҡоролошо.
6 бүлек. Башҡорт АССР-ы — РСФСР составындағы автономиялы республика (7 статья).
7 бүлек. Башҡорт АССР-ы административ — территориаль ҡоролошо. (2 статья).
IV киҫәк. Башҡорт АССР-ы халыҡ депутаттары Советы һәм уларҙы һайлау тәртибе.
8 бүлек. Халыҡ депутаттары Советы системаһы һәм эшмәкәрлек принциптары (6 статья).
9 бүлек. Һайлау системаһы (8 статья).
10 бүлек. Халыҡ депутаты (5 статья).
V киҫәк. Башҡорт АССР-ы дәүләт хакимлығының һәм идаралығының юғары органдары.
11 бүлек. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы (18 статья).
12 бүлек. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы.
13 бүлек. Урындағы халыҡ депутаттары Советтары (8 статья).
14 бүлек. Урындағы халыҡ депутаттары Советтары башҡарма комитеттары (7 статья).
VII киҫәк. Башҡорт АССР-ы иҡтисади һәм социаль үҫешенең дәүләт планы. Башҡорт АССР-ының дәүләт бюджеты (6 статья).
VIII киҫәк. Суд эшмәкәрлеге, арбитраж һәм прокурор надзоры.
15 бүлек. Суд һәм арбитраж (13 статья)
16 бүлек. Прокуратура (4 статья).
IX киҫәк. Башҡорт АССР-ының гербы, флагы һәм баш ҡалаһы (3 статья). Киҫәктә БАССР-ҙың гербы, флагы тасуирлана: гербтың өҫкө өлөшөндә — биш мөйөшлө йондоҙ. Флаг ҡыҙыл тура мөйөшлө иңдән тора, байраҡ һабы буйлап аҡһыл — күк һыҙат үтә. Флагтың киңлеге оҙонлоғона ҡарата 1/8, флагтың киңлеге оҙонлоғона ҡарата 1:2 тәшкил итә. Ҡыҙыл иңдең өҫкө һул мөйөшөндә алтын ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән һәм улар өҫтөндә алтын менән ҡаймаланған ҡыҙыл биш мөйөшлө йондоҙ.
X киҫәк. Башҡорт АССР-ының Конституцияһы ғәмәле һәм уны үҙгәртеү тәртибе (2 статья). Статьяла Конституция тик Башҡорт АССР-ының Юғары Советы ҡарары буйынса үҙгәртелеүе мөмкин, тип билдәләнә. Үҙгәртеү Башҡорт АССР-ының халыҡ депутаттарының дөйөм һанынан 2/3-тән дә кәм булмаған күпселек менән ҡабул ителә (161 ст.) Башҡорт АССР-ының Юғары Советы ҡарарын РСФСР-ҙың Юғары Советының раҫлауы талап ителмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБашҡортостандың конституцион үҫеше. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1991 й.— 176 б.: ил. 15ВМ 5-295-00665-4
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Республика Башкортостан//ДАТЫ:Первая Конституция республики .85 лет назад был принят важнейший политико-правовой документ, предопределивший дальнейшее развитие Башкортостана: … Дата обращения: 14 февраль 2013. Архивировано 17 февраль 2013 года. 2014 йыл 2 февраль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttp://www.vatandash.ru/index.php?article=222 2017 йыл 8 декабрь архивланған.
http://www.jur-portal.ru/work.pl?act=law_read&subact=934327&id=109934 2016 йыл 7 март архивланған.