Аҡтамаҡ сарлаҡ (рус. белощекая крачка)(лат. Chlidonias hybrida) — сарлаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Йоплашып (парлашып) йәки күмәкләшеп йылға һәм күл өҫтөндә осоп йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө һорғолт ҡара, ҡанат аҫты һоро. Тамағы, сикәләре, ҡойроҡ аҫты аҡ. Суҡышы көрәнһыу ҡыҙыл, аяҡтары ҡыҙғылт ҡара. Ҡойроғо айырсалы. Ҡара сарлаҡтан тамағы һәм сикәләре аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «кррииа-кррииа» һәм киҫкен: «кик-кик».
- Svensson, Grant, Mullarney, Zetterström: Vögel Europas, Nordafrikas und Vorderasiens, Franckh-Kosmos Verlags-GmbH & Co., Stuttgart, 2000, ISBN 3-440-08401-9
- Karel Šťastný: Vögel Handbuch und Führer der Vögel Europas. Bechtermünz Verlag im Weltbild Verlag GmbH, Augsburg 1997, ISBN 3-86047-737-4
- Barthel & Dougalis:Was fliegt denn da? Franckh-Kosmos Verlags GmbH & Co. KG, Stuttgart 2006