Аҡморон мәктәбе
Аҡморон мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Аҡморон ауыл Советының Аҡморон ауылында урынлашҡан уҡыу йорто
Аҡморон мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Баймаҡ районы Аҡморон ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1915 йылдар |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Аҡморон ауылы |
Тарихы
үҙгәртергәАҡморон ауылында мәктәптә белем алыу 1915 йылдан башлана. Ошо йылда утарҙа шәхси мәктәп асыла. Ул бер яғында уҡытыусы йәшәгән 2 фатирлы ағас йортта урынлаша. Был мәктәптә бер генә класс була. Нигеҙҙә, улар шәриғәт ҡанунын өйрәнә. Был бинала 1920 йылға тиклем балалар уҡый. Был бинала 1920 йылға тиклем балалар уҡый.
1920 йылда мәктәп Ҡананикольскийҙан килгән яңы уҡытыусы Косаревтың шәхси йортонда урынлаша. 1923 йылдан 1924 йылға тиклем Алексей Денисов йәшәгән йортта уҡыйҙар. Ошонда уҡыған Елена Пономарева әйтеүенсә, мәктәпкә 10 — 13 кеше йөрөй, бары тик 4 кенә партаһы була. Протопова Александра Кузьминична уҡыта.
1937 йылға тиклем башланғыс мәктәп уҡытыусының шәхси йортонда була. Тик 1937 йылда ғына самандан мәктәп бинаһы төҙөлә. Һуңынан был урында совхоз ашханаһы урынлаша. Был мәктәптә башланғыс кластарҙы тамамлаған балалар уҡыуын Бикеш ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә йәки Баймаҡ ҡалаһында дауам итә.
1939 йылда Аҡморонда 5-се класс асыла һәм белгестәр килә. Мәктәп мөдире — Дубровин Василий Николаевич. Тулы ете йыллыҡ мәктәп 1940 йылда асыла. Дубровин В. Н. директор итеп тәғәйенләнә.
Аҡморон мәктәбе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡытыусылары дәрестәрҙе өҙмәй, уҡыусылар һанын һаҡлап ҡала ала. Һуғыш йылдарында мәктәптә 5 — 6 уҡытыусы эшләй. Һәр уҡытыусы бер нисә предмет уҡыта. Мәҫәлән, Долгова Н. К. немец, география, химия, рәсем, йыр дәрестәре бирә. Прозорова Г. М. 3-сө класта уҡыта, өлкән кластарҙа тәбиғәт белеме фәне һәм рәсем буйынса дәрестәр бирә. Дейлин А. Н. — тарих, конституция, ботаника уҡыта.
1956 йылда башланғыс мәктәптең яңы типтағы ағас бинаһы төҙөлә. Был ваҡытҡа мәктәптең матди базаһы үҫә. Мәктәптә физика, химия кабинеттары ойошторола.
1956 йылда ете йыллыҡ мәктәптә 280-дән ашыу уҡыусы уҡый. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, беҙҙең мәктәпкә Ҡаратал, Комсомол, Аҡтау бүлексәләренең, Мәмбәт ауылынан уҡыусылар уҡырға инә. 1965 йылда Аҡморонда урта мәктәп асыла, уның тәүге сығарылышы 1966 йылда була һәм 39 уҡыусы тамамлай. Шулар араһынан Ҡудашева Зөһрә менән Әбдрәшитова Нурбикә мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай.
1971 йылда «Баймаҡ» совхозы үҙ башланғысы менән кирбес мәктәп бинаһы төҙөй.
Етәкселәре
үҙгәртергә- Вәлиев Ғиззәт Вәли улы (1937)
- Дубровин В. Н — (1940)
- Абдрахманова Фәриҙә Билал ҡыҙы (1942—1943)
- Дубровина Анна Васильевна (1943—1946)
- Пономарев С. Н. (1946—1947)
- Мостафин Мирза Мәхмүт улы (1947)
- Пономарев С. П.
- Чудина Н.И
- Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы — (1963 йылдың 1 авгусы — 1968 йылдың 15 авгусы)
- Моратова Зөбәржәт Салауат ҡыҙы
Уҡытыусылары
үҙгәртергә- Косарев
- Протопова Александра Кузьминична
- Дубровина Анна Васильевна — рус теле уҡытыусыһы, (1939—1979 йылдарҙа эшләй)
- Пономарев Семен Павлович — математика уҡытыусыһы
- Н. Г. Гурьянов Н. Г. — немец теле уҡытыусыһы
- Носова Евдокия Павловна — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы
- Гриценко — Кишкина — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы
- Носова Е. П. — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы
- Мингазеев С. Н. — математика уҡытыусыһы
- Залевская П. И. — немец теле уҡытыусыһы -
- Кудашева М. М. — математика уҡытыусыһы
- Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы — 1968 йылдың 6 майы — 1969 йылдың 15 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Аҡморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
үҙгәртергәМәктәпте миҙалға тамамлаусылар
үҙгәртергә- Ҡудашева Зөһрә — көмөш миҙал
- Әбдрәшитова Нурбикә — көмөш миҙал
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәктәп сайты История школы 2022 йыл 1 апрель архивланған.