Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улы
Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улы (рус. Акбутин Саитгалий Мысыргалиевич; 1921 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкының 1-се батареяһы 2-се орудие яһаусыһы (заряжающий). Гвардия сержанты[1][2].
Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1921 |
Тыуған урыны | Түбәнге Бикбирҙе, Бикбау ауыл Советы, Ейәнсура районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйетғәли Мысырғәли улы Аҡбутин 1921 йылда БАССР-ҙың Ейәнсура районы Түбәнге Бикбирҙе ауылында тыуған.
1941 йылда Ейәнсура районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра[2].
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәГвардия сержанты Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улы 1-се Белорус фронты 7-се кавалерия корпусы составындағы дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов (112-се Башҡорт) кавалерия дивизияһы 148-се артиллерия-миномёт полкының 1-се батареяһы 2-се орудие яһаусыһы булып хеҙмәт итә[2].
Гвардия сержанты Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улының ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана:
1943 йылдың 15 октябрендә Жиличи ауылы янындағы һуғышта 148-се артиллерия-миномёт полкының 1-се батареяһы 2-се орудие яһаусыһы Аҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улы 2-се орудиенан тура тоҫҡап дошмандың тиҫтәгә яҡын һалдатын юҡ итте. 1921 йылғы, ВЛКСМ ағзаһы, башҡорт, РККА сафына 1941 йылда Башҡорт АССР-ы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған[2]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)[3]
Хәтер
үҙгәртергәАҡбутин Сәйетғәли Мысырғәли улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ейәнсура районы Түбәнге Бикбирҙе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5512.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Акбутин Саитгалий Мысыргалиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акбутин Саитгалий Мусыргалиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акбутин Саитгалий Мусыргалиевич 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Зианчуринский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2