Ағиҙел ҡалаһы флагы
Ағиҙел ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы символы.
Ағиҙел ҡалаһы флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Ағиҙел |
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 19 июлендә 122-се номер аҫтында раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 065 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 2947 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[1].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәОҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған зәңгәр төҫтәге тура мөйөшлө яҫылыҡ, уның үҙәгендә — аҡ төҫтәге өс цикломор менән уратылған (береһе билдән, икеһе — ҡыялаш) ҡыҙыл шар. Цикломорҙар менән шарҙы өҫ яҡтан һәм аҫтан һары төҫтәге ике бер-береһе менән тоташтырылмаған зәйтүн ботаҡтары уратҡан.
Символиканы нигеҙләү
үҙгәртергәФлаг ҡала округының иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.
Ағиҙел ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң ярында урынлашҡан. Башҡортостан АЭС-ының спутнигы булараҡ төҙөлгән ҡала атом энергикаһынан айырылғыһыҙ. Киләсәктә ҡала иҡтисады атом энергетикаһында нигеҙләнәсәк, шуға күрә гербтың төп фигураһы итеп атом билдәһе һайланған[1].
Атомды айырылған таж менән уратыу уның хәүефһеҙ (тыныс) булыуын күрһәтә.
Шулай уҡ гербтағы алтын зәйтүн тажы ҡаланың cәскә атыуын, данын һәм байлығын билдәләй.
Гербтағы көмөш төҫ — иман, рухлылыҡ, таҙалыҡ һәм ихласлыҡ символы.
Атом билдәһенең ҡыҙыл төҫө — йылылыҡ, шулай уҡ тыуған ҡалаға һөйөү, халҡының ҡаһарманлығы, батырлығы һәм киң күңеллеге символдары[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ағиҙел ҡалаһы сайтында герб geraldika.ru
- [2] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Уфа, стр. 39-40.