Ағиҙел буйы мәҙәниәте
Ағиҙел буйы мәҙәниәте — Көньяҡ Урал алды һәм Волга-Урал араһында неолит дәүеренә ҡараған археологик мәҙәниәт. Малсылыҡ эҙҙәре булған Европа мәҙәниәттәренең тәүгеләренән һанала. Беҙҙең эраға тиклем VI—V мең йыллыҡтар.
Дөйөм характеристика
үҙгәртергәТөп ҡомартҡылары — Башҡортостан территорияһында урынлашҡан II Муллин, Иҫке Мушта, II Дәүләкән. Ултыраҡтар йылға яры буйлап урынлашҡан һәм нығытыуһыҙ булған. Торлаҡ йорт тип ер өҫтөндә усаҡлы чум һаналған. Ҡайһы бер тораларҙа ерләү ҡомартҡылары табылған.
Керамик әйберҙәр, ҡорал, уҡ, һөңгө остары, острота, йәнгел трапециялары, балта, ҡырғыс, бырау, хәнйәр, ырғаҡ һөйәктәр, пластиналы бысаҡтар, бетеү һәм башҡалар табылған.
Йорт хайуандарынан ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә, мышы һөйәктәре табылған.
Ағиҙел буйы мәҙәниәте халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, эре һәм ваҡ мал ҡарау, шулай уҡ йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе тип фараз ителә. Ағиҙел һәм суртанды мәҙәниәттәре ҡәбиләләре менән бәйләнеш теркәлгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ағиҙел мәҙәниәте
- Ботай мәҙәниәте
- Суртанды мәҙәниәте
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крижевская Л. Я. Неолит Южного Урала. Л., 1968.
- Матюшин Г. Н. Археологический словарь. — М.: Просвещение: АО «Учеб. лит.», 1996. — 304 с.: ил. ISBN 5-09-004958-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)