Һәндерә

(Ағаста йорт битенән йүнәлтелде)

Һәндерә — ер өҫтөнән бейек итеп яһалған йоҡлау, ултырыу һәм нәмәләр һалыу өсөн эшләнгән махсус урын, башлыса бер йәки бер нисә ағас олононда эшләнә. Ял итеү, эш урыны һәм ваҡытласа йәшәү урыны итеп файҙаланыла.

Ағас башында һәндерә

Ағас башында эшләнгән һәндерә өсөн урман киҫеү талап ителмәй, шуға күрә улар экологик төҙөлөш өлгөһө булып тора. Ҡайһы бер тропик райондарҙа, ерҙәге хәүефлектән һаҡланыу өсөн, һәндерәне ағас ботаҡтарында йәки ергә ҡағылған свайҙарҙа эшләйҙәр.

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Ағас башында эшләнгән йорттар Көньяҡ Америкала, Африкала, Азияла киң ҡулланыла.