Ахмылина Лидия Спиридоновна
Лидия Спиридоновна Ахмылина (17 июль 1937 йыл — 12 ғинуар 1997) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, КПСС-тың XXII съезы исемендәге колхозда һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Ахмылина Лидия Спиридоновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 июль 1937 |
Тыуған урыны | Ерестная[d], Чилинское сельское поселение[d], Кожевниковский район[d], Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 ғинуар 1997 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Кожевниковский район[d], Томск өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы, һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛидия Спиридоновна Ахмылина 1937 йылда Ерестная ауылында, хәҙер Томск өлкәһенең Кожевниковский районында Глазыриндарҙың крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1952 йылда мәктәптең алтынсы синыфын тамамлай. Сталин исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй башлай (1961 йылдан - КПСС-тың XXII съезы исемендәге колхоз). Һөт һауып алыу буйынса даими юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Районда иң яҡшы һауынсы булып иҫәпләнә һәм күп тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары уңыштарға өлгәшкәне һәм малсылыҡта рекордлы һөҙөмтәләр алыуы өсөн Лидия Спиридоновна Ахмылинаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Ауыл хужалығында артабан да эшләүен дауам итә һәм Кожевнисковский районының "Нур" совхозына эшкә күсә.
Халыҡ депутаттарының Томск өлкә советы депутаты итеп һайлана.
1997 йылдың 12 ғинуарында вафат була. Тыуған ауылында ерләнә[1].
Наградалары
үҙгәртергәХеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (22.03.1966)
- Ленин ордены (22.03.1966)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ kakula. 17 июля родились... . Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников . www.liveinternet.ru. Дата обращения: 2 апрель 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Томск в судьбе героев: краткий биографический справочник ГСТ и ПКОТС. - Томск, 2013.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ахмылина Лидия Спиридоновна . «Герои страны» сайты.