Арғос

ҡая. Силәбе өлкәһе

Арғос — рус. Аргус — ҡая, Рәсәй, Силәбе өлкәһе Ҡуҫа ҡалаһының көнбайыш ситендә, Әй йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Арғос
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Арғос — тәпәш, әммә дәүмәлле таш. Уның бейеклеге 43 метр тәшкил итә. Ҡая аҫтында — таш төбөндә — һыу өйөрмәләре хасил булыусан.

Әй йылғаһы яры яғынан Арғос тауында протерозойҙың ун километрлы ҡеүәтле геологик киҫелеше бар һәм тау Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[1] [2]

Тауҙың аҫҡы өлөшөндә бәләкәй мәмерйә — тау тишеге бар[3]

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Арғостың һырты ҡарағай ағастары менән ҡапланған.Ҡая риф ҡалдыҡтарынан хасил булған һәм унда йәшел-күк ылымыҡ колониялары — строматолиттар һаҡланған[3].

Арғос ҡаяһы унан асылған матур тәбиғәт күренештәре менән дә, итәге янынан аҡҡан балыҡлы Әй йылғаһы менән дә туристарҙы, балыҡсыларҙы йәлеп итә. Бында суртан, алабуға, сабаҡ, ташбаш бар, ҡайһы ваҡыт ағасаҡ һәм бәрҙе осрай.

Тарихынан

үҙгәртергә

1856 йылда Арғоста танылған геолог Э. Т. Гофман була (яңылыш уны Арбус тип атай). Һуңыраҡ "Горный журнал"да (кит. IV, 1868) былай тип яҙған:

«…Дождь шел до утра 5-го августа. В этот день я воспользовался одним из ясных промежутков времени, чтобы совершить небольшую поездку на Ай. Я приблизился к реке близ крутого известкового берега, называемого Арбус. До него встречается только серо-синий известняк, коего пласты падают на восток, как видно во многих небольших ломках, в которых добываются камни для фундаментов строений. В этом плотном серо-синем известняке есть отдельные более темные землистые слои, которые делятся на тонкие листочки и содержат в себе желваки, имеющие необыкновенное сходство с органическими остатками, какими они может быть действительно первоначально и были. По форме они большею частию похожи на широкую сдавленную раковину теребратула или тому подобную; на одной стороне пласта они образуют выпуклости или возвышения, а на другой стороне — соответствующие им небольшие углубления. Они разделены на выпуклые слои от поверхности, так что внутренние слои по мере удаления от поверхности становятся больше, но настоящего ядра не видно…»[3]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡаяның исемен грек мифологияһындағы күп күҙле Аргус менән бәйләүсәндәр. Мәгәр ҡая тарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан һәм уның атамаһы, һис шикһеҙ, башҡорт теленән ингән. Башҡорттар ҡаяға грек мифологияһы геройы исемен биреүе бик икеле. Атамала ике башҡорт һүҙе «арғы» һәм «ос» күренеп тора. "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә «арғы — арыраҡ, алыҫыраҡ»[4] тип, ә «ос» һүҙенең бер мәғәнәһе — «нәҙек оҙон йәки оҙонға һуҙылған нәмәнең барып бөткән ере»[5]. Был тап бына "протерозойҙың ун километрлы ҡеүәтле геологик киҫелеше"нең бөткән ере тигәндән килеп сыҡҡан атамалыр.

Арғужа һыуһаҡлағысы урыҫ телендә Аргазинское водохранилище тигәнгә әүерелгәнен иҫтә тотҡанда ҡая атамаһы Арғужа тигән андронимдан да шундай төҫкә инеүе ихтимал.

  Викидәреслектә

Аргус бар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә