Ишҡара Арыҫланов
Ишҡара Арыҫланов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Тархан.
Ишҡара Арыҫланов | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Оло Өстүбә ауылы, Ҡаңлы улусы, Ҡазан даруғаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Биографияһы
үҙгәртергәИшҡара Арыҫланов сығышы менән Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Өстүбә ауылы башҡорттарынан[1][2]. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1760 йылдарҙа телгә алына[3].
1773 йылдың декабренән — 1774 йылдың ғинуарына ҡәҙәр Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе була.
1774 йылдың февраль—марттында Ҡаранай Моратов һәм И. И. Ульянов менән берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша.
1774 йылдың апреленән һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмай. 1774 йылдың 26 майында Ҡыҙрас Муллаҡаевтың Өфө властарына хәбәр итеүенсә, Баҡалы ҡәлғәһенән сыҡҡан һалдаттар ауылдар буйлап йөрөйҙәр һәм ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтерәләр, уларҙың имениеларын талайҙар, старшина Ишҡара Арыҫлановты әсиргә алалар[3]. Шул уҡ йылдың көҙөндә Ишҡара Арыҫланов Ҡазан йәшерен комиссияһына ярлыҡау һорап килә, декабрендә өйөнә ҡайтарыла[1].
1783 йылдан старшина булып хеҙмәт итә. С. У. Таймаҫов буйынса Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, башҡа сығанаҡтар буйынса — Ҡырғыҙ улусы старшинаһы. Шул уҡ ваҡытта Ә. З. Әсфәндиәров был фекер менән килешмәй һәм Ишҡар Арыҫлановты Йылан улусы Ишҡар ауылын нигеҙләүсе тип иҫәпләй[4][5][6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Таймаҫов С. У. Ишҡара Арыҫланов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы
- ↑ 3,0 3,1 Таймасов С. У., 2000, с. 218
- ↑ История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Ф. Ф. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 110. — 720 с. — ISBN 978-5-85051-637-6.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ишҡар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 333, 338, 340, 342, 343, 346. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таймаҫов С. У. Ишҡара Арыҫланов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.