Архиерей (хикәйә)

Антон Чехов хикәйәһе

Архиерей ― хикәйә. Антон Павлович Чехов яҙған, тәүге тапҡыр «Журнал для всех» баҫмаһында 1902 йылдың апрелендә баҫылып сыға.

Архиерей
Нигеҙләү датаһы 1902
Атамаһы Архиерей
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1902
Первая строка Под вербное воскресение в Старо-Петровском монастыре шла всенощная.
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
Связанное изображение

1899 йылдың декабрендә Чехов мөхәррир Виктор Миролюбовҡа Журнал для всех баҫмаһына хикәйә яҙырға вәғәҙә бирә. Ләкин хикәйә яҙыүҙы ул ваҡытында башлай алмай. Был турала ул О. Л. Книпперға 1901 йылдың 16 мартында яҙған хатында хикәйә өҫтөндә эшләй башлағаны тураһында әйтә һәм «был сюжет минең башымда ун биш йыл ултыра», - ти. Шул уҡ йылдың июлендә Миролюбов Чеховтың хәтеренә уның вәғәҙәһе тураһында төшөрә. Чехов 3 августағы хатында хикәйәнең бер өлөшөнөң яҙылып бөткәнлеге һәм икенсе өлөшөн тамамлап килгәне тураһында ышандыра, шулай оҙаҡ ебәрә алмағаны өсөн ғәфү үтенә. Яҙыусы хикәйәне бары тик 1902 йылдың 20 февралендә генә журналға ебәрә һәм ғәфү үтенә, һуңлауының сәбәбен үҙенең һаулығы ныҡ насарланып киткәнлек менән аңлата һәм үҙенең цензорҙар менән һәр бер һүҙ өсөн көрәшәсәге, уларҙың хикәйәне ҡыҫҡартыуы менән ризалашмаясағы тураһында әйтә. Быға тиклем, ысынлап та, уның хикәйәләрен цензорҙар бер яҡтан ҡыҫҡартһа, икенсе яҡтан корректорҙар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индергән була. Ошолар арҡаһында Чеховҡа төҙөтмәләр индереү өсөн тағы ла бер ай кәрәк булған булып сыға. Ниһайәт, «Архиерей» 1902 йылдың апрелендә Журнал для всех баҫмаһында (№4) донъя күрә.

Хикәйәнең бер аҙ үҙгәртелгән версияһы А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһының (икенсе баҫма) 12-се томында 1903 йылда баҫылып сыға. Артабан хикәйә өсөнсө баҫманың 11-се томында яҙыусы вафат булғандан һуң, 1906 йылда, баҫыла[1].

Персонаждарҙың прототиптары

үҙгәртергә

Михаил Павлович Чехов әйтеүенсә, төп геройҙың прообразы Степан Алексеевич Петров була, ул Садово-Кудринская урамында, Мәскәүҙә йәшәгән. Мәскәү университетының филология факультетында уҡып йөрөгәндә ул көтмәгәндә монах булып китә һәм дәрәжәле хоҙай һүҙе белгесенә әйләнә. Отец Сергий, ул ошо исем аҫтында билдәле була, йыш ҡына Чеховтарҙың Ялта янындағы яҙыусының Яутка дачаһына килеп йөрөй[2].

Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы

үҙгәртергә

Был хикәйә Чехов заманында йәшәгән тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаламаһын ала. «Биржевые ведомости» баҫмаһының бер тәнҡитсеһе (ҡултамғаһы — И. А., 14 май, 1902, 129-сы һанында) хикәйәне Чехов йыйынтығына ингән әҫәрҙәр араһындағы «иң яҡшы һәм зауыҡлыһы» тип яҙа. Бер нисә тәнҡитсе (шул иҫәптән А. Эльф «Восточное обозрение» баҫмаһында), хикәйәнең нәфислек абруйын юғары баһалап, унда урыҫ сиркәүе руханийлығы тормошоноң тәрән һәм ентекле картинаһы һүрәтләнә, ти. 14 октябрҙә Миролюбов Чеховҡа: «Мин Ясная полянала булғанда Лев Толстой бабай Архиерей хикәйәһе менән үҙенең һоҡланыуын белдерҙе һәм һеҙҙең һаулығығыҙ тураһында һорашты», — тип яҙа.[1]

Иван Бунин хикәйә «иҫ китерлек яҙылған. Кем әҙәбиәт менән булыша, бары тик шул ғына был эштең тамуҡта ғазапланған кеүек булғанлығын аңлай һәм шул ғына был әҫәрҙең барлыҡ матурлығын аңлай ала», ти[3]. Бунин үҙе лә, Толстой ҙа, Куприн да был хикәйәне Чеховтың иң яҡшы әҫәре тип атай[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Родионова, В. М. Комментарии к рассказу «Архиерей». Собрание сочинений А. П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 8, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Антон Чехов и его сюжеты. Москва, 1923, стр. 46-48
  3. Литературное наследство, т.68, АН СССР, 1960, стр. 406
  4. О прототипе чеховского рассказа «Архиерей» читать, скачать. azbyka.ru. Дата обращения: 23 июнь 2017.