Дәүләтбәков Артур Хәсән улы
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы (25 ғинуар 1971 йыл) — журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
журналистика, йәмәғәт эшмәкәрлеге |
Атаһы |
Хәсән Ғәлиәкбәр улы |
Әсәһе |
Фәниә Заһит ҡыҙы |
Тормош иптәше |
Лилиә Фәрит ҡыҙы |
Биографияһы
үҙгәртергәАртур Хәсән улы Дәүләтбәков 1971 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. 1987 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат—мәктәпте (1994 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай[1]. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Күңеле әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанға, икенсе йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына күсә.
Әсәһе Фәниә Заһит ҡыҙы — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, атаһы Хәсән Ғәлиәкбәр улы — тарих уҡытыусыһы.
Хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1995—2002 йылдар — Республиканың йәштәр өсөн сыҡҡан «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе.
- 2002 йыл — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының мөхәррир урынбаҫары.
- 2002 йыл — «Аманат» журналы мөхәррире.
- 2006 йыл — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[2].
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы[3].
- 2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш үткән съезында республика журналистары, союз идараһы рәйесе итеп һайлап, уға ҙур ышаныс күрһәтә[4]. 2015 йылдың 21 декабрендә Башҡортостан Журналистар союзының XX съезында был ижади ойошманың рәйесе итеп Артур Дәүләтбәков яңынан һайланды[5]. Был вазифвны ул 2020 йылдың декабренә тиклем башҡарҙы[6].
- «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк координацион советы ағзаһы[7].
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән эшмәкәрҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм уларҙы хөрмәтләү мәсьәләре буйынса комиссия ағзаһы[8].
Китаптары
үҙгәртергә- Интернат мой — дом родной. Коллектив авторов: Кудакаев Ф. Ш., Галимова Г. Г., Давлетбаков А. Х.[9]
Матбуғатта сығыштары
үҙгәртергә- Артур Давлетбаков: «Престиж профессии журналиста нужно поднимать». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 16 сентябрь[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016)[11]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты сайты. Выпускники (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ Официальный сайт Союза журналистов России. Члены Федеративного Совета 2016 йыл 17 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
- ↑ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайты. Члены исполкома 2016 йыл 2 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
- ↑ [http://www.bashinform.ru/news/305723-predsedatelem-pravleniya-soyuza-zhurnalistov-bashkortostana-izbran-artur-davletbakov/ Председателем Правления Союза журналистов Башкортостана избран Артур Давлетбаков. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2010, 29 сентябрь] (рус.)
- ↑ Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 декабрь
- ↑ На XXII съезде Союза журналистов Башкортостана выбрали нового председателя. ИА «Башинформ», 15 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
- ↑ Официальный сайт партии «Единая Россия» Региональное отделение Республика Башкортостан. Давлетбаков Артур Хасанович 2017 йыл 6 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации. УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН от 28 июля 2012 года N УП-318 О КОМИССИИ ПРИ ПРЕЗИДЕНТЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПО ВОПРОСАМ УВЕКОВЕЧЕНИЯ ПАМЯТИ И ЧЕСТВОВАНИЯ ВЫДАЮЩИХСЯ ДЕЯТЕЛЕЙ, ВНЕСШИХ ЗНАЧИТЕЛЬНЫЙ ВКЛАД В РАЗВИТИЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (с изменениями на: 21.11.2014) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ КОНКУРСЫ. Претенденты на журналистскую премию определены Газета «Республика Башкортостан», № 174, 2005, 9 сентябрь. 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ , 2011, 16 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ Башҡортостан Башлығы республика журналистарына наградалар тапшырҙы. , 2016, 15 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Калинина К. Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды . «Башинформ». Дата обращения: 21 декабрь 2015.